Эстафета — Ағиҙелдә21.02.2014
Эстафета — Ағиҙелдә
“Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафоны Илеш районынан Ағиҙел ҡалаһына килде. Эстафетаны тапшырыуға һәм Мәҙәниәт йылын тантаналы асыуға арналған саралар урындағы “Иҙел” мәҙәниәт һарайында үтте. Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙин Башҡортостан мәҙәниәт министрының ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.

Ижади коллективтар ҡатнашлығында ҡуйылған концертта Башҡортостандың иң йәш ҡалаларының береһе булған Ағиҙелдә йәшәүселәр үҙ оҫталығын төрлө яҡлап күрһәтте.
Ә быға тиклем Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 25 йыллығына арналған осрашыуҙар, әҙәби-музыкаль композиция, ҡул эштәре күргәҙмәһе, ир-егеттәрҙең спорт фестивале һәм башҡа мәҙәни саралар үтте.
Бөгөн Мәҙәниәт йылы символын ағиҙелдәрҙән Краснокама районы ҡабул итеп ала.


Байрас ИШБИРҘИН, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры:
— Был сараға ҡала һәм районда ныҡлап әҙерләнеп, уны түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Өлгөлө коллективтарҙан башлап үҙешмәкәрҙәргә тиклем һәр кем үҙ оҫталығын күрһәтеп ҡалырға ынтыла. Хакимиәттәрҙең, мәҙәниәт бүлектәренең ойоштороу эштәрен айырым билдәләргә кәрәк.

Илмир ЯЛАЛОВ, Ағиҙел ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары:
— Ҡалабыҙҙың бигүк еңелдән булмаған үҙенсәлекле көнитмешенә ҡарамаҫтан, беҙҙә мәҙәни тормоштоң бер көнгә лә туҡтағаны юҡ. Был өлкәгә ҡала етәкселеге даими иғтибар бирә. Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә үҙ һөнәренә мөкиббән киткәндәр эшләй, улар халыҡ араһындағы таланттарҙы ла таба белә.
Ғөмүмән, мәҙәни эстафета 2014 йылдың иң иҫтә ҡалырлыҡ сараларының береһе булыр, тип иҫәпләйем.


Вернуться назад