Район мәҙәниәт һарайында Мәҙәниәт йылын асыу тантанаһы ысын-ысындан таланттар балҡышы тамашаһына әйләнде. Хакимиәт башлығы Динир Әхмәтйәнов төбәктәге мәҙәни тормошҡа ҡыҫҡаса байҡау яһап, йыйылған халыҡҡа изге теләктәрен еткерҙе.
Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙин иһә тамашасыларға ҡотлау һүҙҙәрен ишеттерҙе. Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Теләүбаева ауыл биләмәләре араһында башланасаҡ “Тыуған төйәгебеҙҙе данлап” фестиваль-эстафетаһының төп атрибутын – махсус булдырылған штандартты эстафетаны башлаясаҡ Иҫке Монасип ауыл биләмәһе башлығы Ришат Абдуллинға тапшырҙы.
Районда Мәҙәниәт йылы айҡанлы ауыл биләмәләре араһында үтеүсе халыҡ ижады фестиваль-эстафетаһы тураһында бер нисә һүҙ. Беренсе этап февралдән апрелгә тиклем бара. Тәүгеһендә ҡабул итеүсе яҡ 20 минутлыҡ осрашыу программаһы төҙөй, ә эстафетаны тапшырыусы ауыл биләмәһе 1 сәғәт 20 минутлыҡ концерт күрһәтә.
Кисәнән һуң ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм коллективтар етәкселәре менән берлектә “түңәрәк өҫтәл” ойошторола. Бынан тыш, альбом төҙөлөп, унда фестивалдә ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәттәр, фотолар урынлаштырыласаҡ.
Фестиваль-эстафетаның икенсе этабы — майҙан октябргә тиклем. Һәр ауыл биләмәһе шишмәләрҙе таҙартыу һәм уларҙы тәртипкә килтереү буйынса “Саф шишмәләр төйәге” һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы” тигән акциялар үткәрә. Шулай уҡ “Иң яҡшы ғаилә”, “Иң күп китап уҡыусы ауыл биләмәһе”, “Ауыл – уртаҡ йортобоҙ” конкурстарында ҡатнашыу мотлаҡ. Фестивалгә йомғаҡ ноябрь айында яһала.
Намыҫлы хеҙмәт кешеләрен сәхнәгә саҡырып, уларға хөрмәт күрһәтеү бөгөнгө тантанаға бәҫ һәм мәртәбә өҫтәне. Уларҙың һәр ҡайһыһы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән. Алдынғыларға еңеүсе таҫмалары тағылды, бүләктәр тапшырылды. Ә йылдың-йылы малсылыҡ, игенселек өлкәләрендә юғары уңыштарға өлгәшеүсе, үҙен аҙыҡ етештереүҙә алдынғы технологиялар ҡулланыу буйынса төплө белгес, оҫта ойоштороусы итеп танытҡан Рәфҡәт Ырыҫбаев аҡһаҡал тип иғлан ителде, һәм уға ҡамсат бүрек менән елән кейҙерҙеләр.
Артабан сәхнә түрен береһенән-береһе һәләтле яҡташтар алыштырып торҙо. Олоһо-кесеһе, ҡарты-йәше – барыһы сыҡты сәхнәгә. “Ялҡын” бейеү ансамбле “Бөрйәндә байрам” тигән сығышы менән һоҡландырҙы. “Мәсемташ” ҡурайсылар ансамбле оҙон көйҙәре менән хисләндерһә, “Моңдаръя” баянсылар ансамбле дәртле бейеү көйҙәре уйнап йөрәкте елкетте. “Бөрйәнем”, “Гөлдәр”, “Инсебикә”, “Сударушка” вокал ансамблдәренең, республика, ил конкурстарында призлы урындар алған Ҡолғана ҡыҙы Гөлнара Вәлиеваның сығыштары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Байназарҙан “Азамат”, Иҫке Собханғолдан “Осҡон” өлгөлө бейеү ансамблдәре халыҡтың күңелен күтәрҙе. “Элгеләү”, “Тамъян гәүһәрҙәре”, “Умырзая” халыҡ фольклор ансамблдәренең Мәҙәниәт йылына арнаған таҡмаҡтары ла күңелдә ҡалды. “Мираҫ” халыҡ фольклор ансамбленең “Түрләк-тирәк”, “Атайсал” төркөмөнөң “Суҡан батыр” ҡобайырҙарын да тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде.
Өс быуын вәкилдәренең халҡыбыҙҙың йыр-моңон тетрәндерерлек итеп башҡарыуы концерттың иң юғары нөктәһе булғандыр ҙа. Шөкөр, халыҡ йырын башҡарыусылар сылбыры өҙөлмәй икән әле. Сәхнә ветерандары Дәүләтбай Рәхмәтуллин менән Муса Нурдәүләтовтың илаһи моңон иҫ киткес аһәңле тауышҡа эйә Айбулат Ишморатов дауам итте. Афарин, Айбулат! Артур Нәжметдиновтың сығышы ла, сәхнә ветераны Фатима Ғәйнуллинаның “Еңгәкәй” бейеүе лә концертҡа матур биҙәк булды. Фойелағы ҡул эштәре күргәҙмәһен ҡарап, урамда йылды асыу уңайынан аттырылған фейерверкка ла тамаша ҡылып, бик ҡыуанып таралды халыҡ байрамдан.
Ошондай тамашалар беҙҙең күңелдәрҙе нурландыра, байыта, донъяға ҡарашыбыҙҙы яҡшы яҡҡа үҙгәртә, изгелеклерәк итә. Был йылдың Мәҙәниәт йылы тип нарыҡланыуы тап ошо ҡиммәттәрҙе күҙаллай ҙа инде. Төклө аяғың менән, Мәҙәниәт йылы!