Һәр миҙгелдең үҙ йыры13.01.2012
Һәр миҙгелдең үҙ йырыҠыш миҙгеленең үҙенсәлеге республикабыҙҙың мәҙәниәт усаҡтарының гөрләп тороуындалыр. Оҙайлы ғинуар байрамдарында, унан һуң да халыҡҡа күп төрлө ҡыҙыҡлы тамашалар тәҡдим ителә. Теләйһең икән, театрҙарға йөрөү мөмкинлеге бар, йыр кисәләре ойошторола, бейеүҙәрҙе кинәнеп ҡарайһың. Мәҫәлән, дәртле йырҙары менән күңелебеҙҙе әсир иткән билдәле йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әминева өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына ҡышҡы күстәнәс әҙерләне. Кисә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 14 ғинуарҙа уҙасаҡ.
– Серҙәшем әйтмешләй, һәр миҙгелдең – үҙ йыры, – ти Резеда Әминева, – Борон-борондан йыр кешенең юлдашы булған, әҙәм балаһы йырлап хәсрәтен таратҡан, йөрәген ял иттергән. Халыҡ мәҙәниәт усаҡтарына донъя хәстәрен әҙгә генә булһа ла онотоп, күңел тыныслығы алыу өсөн килә. Маҡсатым – сәнғәтте һөйөүселәргә күңелле ял сәғәттәре бүләк итеү. Беренсенән, мин был концертымды ижадыма 25 йыл тулыуға бағышланым. Ә сирек быуат сәнғәт мөхитендә ҡайнау әҙ ғүмер түгел. Икенсенән, үҙем менән бергә йәш башҡарыусыларҙы ла сәхнәгә сығарырға уйлайым. Йәш таланттарға ҡанат ҡуйыу кеүек изге уй мине бер ҡасан да ташламай. Өсөнсөнән, ижадташ дуҫтарымдың ҡатнашыуы кисәгә биҙәк кенә буласаҡ. Мәҫәлән, йәше лә, ҡарты ла яратып тыңлаған "Һөйгән йәрҙәр", "Асыуланма, иркәм" (Гәүһәр Йосопова һүҙҙәре һәм көйө), "Шылтырат" (Гөлүсә Арыҫланова) йырҙарын башҡарасаҡмын. Концертта шулай уҡ ҡурайсы Азат Айытҡолов, баянсы Хәлит Фәтихов, композитор Юлай Үҙәнбаев, бейеүсе Урал Әминев, йырсылар Айҙар Ғәлимов, Роза Аҡкучукова, Хәлимә Ғәббәсова, Зәбирә Әминева ҡатнаша.
Ғәҙәттәгесә, был юлы ла өр-яңы программа әҙерләнем. Әлбиттә, ретро йырҙарға ла әҙме-күпме урын бирелде, ни тиһәң дә, халыҡтың һорауы иҫәпкә алынды. Һағышлылары ла байтаҡ, дуэттар ҙа буласаҡ. Мәҫәлән, Фәрүәз Урманшин, Урал Ниғмәтуллин, Филүс Ҡасимов, Венера Рәхмәтуллина һәм башҡалар менән эстрада йырҙарын башҡарасаҡбыҙ. Хәйер, бөтәһен дә тәфсирләп һөйләү кәрәкмәйҙер, серле һандыҡты шунда уҡ асһаң, һуңынан ҡыҙығы ҡалмай.
И. МӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад