21 февралдә Силәбе өлкәһенең Үрге Өфәләй ҡалаһында тәүге тапҡыр Башҡортостан мәҙәниәте көндәре уҙғарыла.
Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының Үрге Өфәләй бүлексәһе рәйесе Фәнүзә Зарипова башланғысы менән үткәрелгән байрамды ойоштороуҙа ҡала округындағы Депутаттар Йыйылышы ҙур ярҙам күрһәткән. Фәнүзә Зарипова билдәләүенсә, сараның төп маҡсаты – башҡорт мәҙәниәтенең үҙенсәлектәре менән таныштырыу, мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу.
Байрам планына ярашлы, был көндө тыуған яҡты өйрәнеү музейында шәжәрә байрамы үткәрелә. Музей хеҙмәткәрҙәре биш ғаилә миҫалында башҡорт ырыуҙары тураһында һөйләйәсәк. Әйткәндәй, башҡорт этнографияһы өлгөләре, уҙған быуат оҫталары тарафынан эшләнгән көнкүреш әйберҙәре, кейем-һалым, биҙәүестәр тупланған был музей ҡала мәҙәниәтендә ҙур урын биләй.
Тантанаға Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге рәсми вәкиле Амур Хәбибуллин менән Өлкә башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Наил Шәйҙуллиндың килеүе көтөлә.
Байрамдың икенсе яртыһын ҡала мәҙәниәт йортонда Туған тел көнө, ир-егеттәр араһында “Ҡартаймайыҡ әле!” бәйгеһе дауам итә. Фойела башҡорт халҡының биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе ойошторола. “Тамыр”, “Тамсылар”, “Ләйсән” коллективтарының сағыу сығышы сараға килеүселәрҙең күңеленә хуш килер, моғайын. Ҡунаҡтарға милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарау мөмкинлеге лә биреләсәк.