Йәшәтеүсе...13.01.2012
Һәр кешегә бер саҡ әжәл килә,
Әжәлдәрҙән юҡтыр ҡотолоу.
Ғүмерҙәрҙе бары оҙонайта
Йәшәүҙәргә булған ынтылыу.
Аяҡһыҙҙар — тороп, атлап китә,
Дәлилләһәң, кеше ышанмаҫ!
Өмөтһөҙҙөр бары шайтан ғына,
Өмөтлөләр, беләм, юғалмаҫ!
Мөхәббәтһеҙ кеше йәшәй алмай,
Һөйөүҙәрҙән юҡтыр ҡотолоу!
Бәхетлерәк итә ғашиҡтарҙы
Бер-беренә булған тартылыу.
Шул мөхәббәт беҙҙе йәшәтеүсе,
Әйтә алам быны дәлилләп!
...Мөхәббәтте күңел түрҙәремдә
Йөрөтөрмөн һәр саҡ ҡәҙерләп!
Рамай Ҡаһир