Хыянаттар өйөрмәһендә13.01.2012
Йөрәгем Ер шары була ҡалһа,
Дуҫым Ер юлдашы — Ай ине.
Уйҙарым да, йәшлек юлдарым да
Нәҡ шул дуҫым менән бай ине.
Ер менән Ай кеүек булғанбыҙҙыр:
Айырым да инек, бергә лә.
Ул йылдарҙы ниңә ғәйепләргә
Яҙмышымда көмөш ай нурҙары
Хыянаттың ауын үргәнгә!?
Нәҡ Ай һымаҡ, көлөп, балҡып баҡты
Шул ауҙа мин ҡанға батҡанда.
...Ай нурының тамсы ғәйебе юҡ,
Ай нурҙарын теләйем аҡларға...
Йөрәк, Ер шарылай,
Төнгө күктәй
Күңелдәрҙең ул төрмәһендә.
Нишләй алһын?!
Юлын дауам итә
Хыянаттар өйөрмәһендә.
Мөхәммәт ЗАКИРОВ