Ғафуриҙы уҡыйбыҙ19.02.2014
Ғафуриҙы уҡыйбыҙ
"Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ" тигән халыҡ-ара әҙәби-нәфис конкурс иғлан ителде. Ул Башҡортостандың Мәғариф һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары, республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, Яҙыусылар союзы, "Мәжит Ғафури — ХХI быуат" ижтимағи-мәҙәни фонды, Свердловск өлкәһенең татар һәм башҡорттарының Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәни йәмғиәте башланғысы менән ойошторолдо.

Конкурс "Һәләтле балалар" Президент программаһы, "Тере классика" Бөтә Рәсәй программаһы, Мәҙәниәт йылы һәм Мәжит Ғафури исемендәге ижтимағи-мәҙәни фондтың 10 йыллығына ярашлы үткәрелә. Унда уҡыусылар, студенттар һәм өлкәндәр ҡатнаша ала, уларҙың йәше сикләнмәй.
Еңеүселәр видеояҙмалар буйынса түбәндәге номинацияларҙа билдәләнә: Мәжит Ғафуриҙың шиғыр һәм проза әҫәрҙәрен уҡыусылар араһында конкурстар, уның әҫәрҙәрен сәхнәләштереү, әҙиптең "Ағиҙел буйында" хикәйәһе буйынса сценарий яҙыу, Мәжит Ғафури шиғырҙарын Рәсәй халыҡтары һәм донъя телдәренә тәржемә итеү, уға бағышланған шиғырҙар бәйгеһе, "Мәжит Ғафури әҫәрҙәрендә хеҙмәт темаһы" буйынса инша яҙыу, "Мәжит Ғафури әҫәрҙәрендә тыуған яҡҡа мөхәббәт темаһы" буйынса дәрес үткәреү. Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Эштәр электрон рәүештә 31 майға тиклем kamaeva_Im @mail.ru адресы буйынса ҡабул ителә. Люциә Мозакир ҡыҙы Камаеваға 8-917-403-25-67 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.


Вернуться назад