Фәнзил САНЪЯРОВ19.02.2014
Мул емештә һаман миләштәр

Фәнзил САНЪЯРОВВаҡыт
Йә ҡышҡыға,
Йә йәйгегә
Күсерәбеҙ ваҡыт.
Тик ул ғына үҙ көйөнә
Йәшәй бирә ағып.
Һис эше юҡ
Ваҡлыҡтарҙа,
Ваҡыт — бөйөк табип.
Теҙгенләмәк була бәндә,
Сер-хәйләһен табып.
Ваҡыт ҡына бәхәсләшмәй —
Ваҡыттары тар.
Мәңгелектә
Һәр кемдең дә
Үҙ Ваҡыты бар.

Һабаҡ
Аҙ булманы кисергәнем
Яҡындарҙың хыянатын.
Өмөттәрем ҡаҡшағанда
Өркөп ҡасты хыял-атым.
Дуҫ тигәндең күрмәмеше
Тап килгәндә урамдарҙа,
Хәтәрерәк яңғыҙыңа
Аҙашыуҙан бурандарҙа.
Уңалды йөрәк яраһы,
Баҫылғандай ғазаптарым.
Кешеләрҙе үтә күрәм —
Үттем тормош һабаҡтарын.

Канатта йөрөүсе
Ҡыҫҡа ара үтәм,
Бәүелә-бәүелә
Ҡылдан нескә ҡорос канатта.
Һаҡһыҙ аҙым абайламай баҫһаң,
Китмәм, тимә, бер мәл ҡолап та!
Яндағылар, күрәм, өнһөҙ ҡалды,
Өмөткенәм — оҙон таяғым.
Кем уйлаһын,
Имен ҡалыуҙарың
Шул ҡолғаға ҡарап ҡалаһын?!

Баҫҡан һайын
Хәтәрерәк ара, —
Һағалап тора аҙмы хыянат.
Минең өсөн, ахыры,
Ғүмер юлым —
Ныҡ тартылған нескә бер канат...

Аҡыл
Аҡыл керә, шөкөр, сал башыма, —
Айырамын аҡты ҡаранан.
Күреп торғанда ла ғәмһеҙлекте,
Һалдырмайым хәбәр туранан.
Беләгемә бары таянмайым,
Белгәнемә бирәм өҫтөнлөк.
Боғаҙ ярып, бушты һөйләүеңә
Халыҡ баһалары — өс тинлек!
Сабырлыҡтың еттем саттарына.
Юлыҡҡаным — алтын, аҡыҡтыр.
Һәр йәштә лә ирҙе Кеше иткән
Йылдар түгел, аҫыл аҡылдыр!

Емеш
Ҡышҡы баҡса.
Хайран ҡалып торам,
Мул емештә һаман миләштәр.
Кешеләрҙән түгел, ағастарҙан
Алам кеүек матур кәңәштәр...
Йәй буйына йыйған ҡояш төҫөн —
Бар байлығын нисек һаҡлайҙар?
Күптәр кеүек,
Көҙөн япраҡ менән
Миләштәрен ниңә ҡоймайҙар?
Тупланғанмы алһыу миләштәрҙә
Йәйҙәремдең ҡайнар һулышы?
Көҙөн түгел,
Ниңә һалҡын төшкәс,
Әсе миләш балға тулыша?..
Уйҙарымды бүлеп,
Миләштәргә
Килеп ҡунды Себер ҡоштары.
Алһыу емештәрҙән көстәр алып,
Үткәрәсәк улар ҡыштарҙы.
...Ихлас хеҙмәтемдең емештәре
Башҡаларға ярап ҡалһалар,
Йәшәүемдең бушҡа түгеллеген,
Кемлегемде шулар баһалар.

Сама
Н.А. Мәжитовҡа
Академик һүҙен тыңлап тормай,
Әллә ниҙәр һөйләп ташланым.
Ҡылығыма һуңынан баһа биреп,
Үҙ-үҙемә урын тапманым.
Сал остазым, башын оҙаҡ сайҡап,
Тәғән генә һүҙен әйтмәне.
(Был заманда сама тигәндәре,
Шәкерттәрҙә етер-етмәле...)


Вернуться назад