Урал һандуғасы19.02.2014
Филармониялағы концерт ваҡытында Нажиә Аллаярованың сәхнәгә сығып әйткән ошо һүҙҙәре лә иғтибарҙы йәлеп итә:
— 1954 йылда Абдулла ағайҙың тәү башлап "Сәлимәкәй"ҙе йырлауын тыңланым. Шул саҡта нисек йырлаһа, хәҙер ҙә шул көйө. Үҙенең талантын һаҡлай, ҡәҙерен белә. Шуның өсөн тағы ла ҙурыраҡ рәхмәт уға!
Нажиә Аллаярованың әлеге кисәлә һөйләгән тағы бер фәһемле иҫтәлеген дә ҡуйын дәфтәренә теркәп ҡуйғанмын. Учалы районында Ҡобағош менән Ҡаҙаҡҡол ауылдары, үҙ-ара йөрөшөп, байрамдарҙы бергә уҙғара икән. Бер ваҡыт ике ауылдың йәштәре, бәхәс сығып, һуғышып киткән. Шул саҡ Абдулла ағай клуб сәхнәһенән йырлап ебәрә. Йәштәр, талаш-тартышты ташлап, барыһы ла йыр тыңларға килеп керә. Бына шундай йырсы ул Абдулла Солтанов.
Абдулла Афзал улының ижады тураһында һүҙ йөрөткәндә көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының музыкаль-поэтик мираҫына туранан-тура мөнәсәбәте булған бер ваҡиға иҫкә төшә. Мин бында башҡорт халҡының йыр-моңдарын өйрәнеүсе урыҫ музыка белгесе С.Г. Рыбаковтың элекке Ырымбур губернаһы составында Верхнеурал һәм Ур (Орск) өйәҙҙәре башҡорттары араһында 1893-1894 йылдарҙың йәйге айҙарында ойошторолған фольклор экспедицияһын һәм, шуның һөҙөмтәһендә яҙылып, 1897 йылда Санкт-Петербургта баҫылып сыҡҡан "Урал мосолмандарының моң һәм йырҙары" ("Музыка и песни уральских мусульман") тигән ғәйәт ҡиммәтле китапты күҙ уңында тотам.
С.Г. Рыбаковтың беренсе сәфәрендәге маршруты нәҡ хәҙерге Учалы районы ауылдары аша үтә. 1893 йылдың йәйендә Сергей Гаврилович ошондағы Ҡобағош һәм Ҡаҙаҡҡол ауылдарында ла йырҙар яҙып ала. Бында ул ҡурайсылар башҡарыуында "Ҡурташ", "Кинйәбай" (урыҫса яҙылышын "Кинжавай" тип алған) көйҙәрен, ҡыҫҡаса риүәйәттәрен ҡағыҙға теркәп ҡуя.
"Кинйәбай" тигән көйгә С.Г. Рыбаков ошондай аңлатма бирә: "Верхнеурал өйәҙенең Ҡобағош ауылында йәшәгән бай ғына башҡорт бер ваҡыт фәҡирлеккә төшә һәм ҡайғынан, ҡурайсы яллап, үҙенә арналған йыр сығарырға ҡуша". Ә бит аҡыллы кеше булған Кинйәбай — был донъяның барлыҡ байлыҡтарынан да өҫтөнөрәк түгелме һуң йыр, моң! Урал аръяғы ҡурайсылары араһында популяр "Ҡурташ" көйө тураһында иһә тикшеренеүсе ошоларҙы хәбәр итә: "Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе Ҡаҙаҡҡол ауылы янындағы арыу уҡ бейек тауҙы данлауға арналған..." Был иһә – Абдулла ағай Солтановтың ҡырҡ йылдан ашыу көтөү көтөп ғүмер иткән ерҙәре. Ошо төбәктә йәнә Миндәк тауы, Суҡтал, Ҡояш йылғаһы буйҙарында уның аяҡ баҫмаған урыны ҡалмағандыр, моғайын. Ә бит был күркәм тауҙар, урмандар, болондар, был хозур тәбиғәт – Абдулла ағайҙың хәләл тирен түгеп, иртәнән кискә тиклем мал артынан йөрөп, тормоштоң ҡара икмәген эшләп алған майҙаны. Малдың да бит ниндәйе генә булмай, тәбиғәт тә һәр ваҡыт иркәләп кенә тормай кешене. Яҙын-көҙөн һалҡын елдәре лә, ҡарлы-ямғырлы көндәре лә, ырашҡыһы ла үҙәккә үтә. Әммә, нисек кенә булһа ла, бөтөн ғүмерең буйы ошо һоҡланғыс тәбиғәт, тыуған тупраҡ ҡосағында йәшәү, яҙ һайын ерҙең яңырыуын, йәшәреүен күреп ҡыуаныу, һандуғастар моңон, ҡоштар һайрауын тыңлап, күңелгә илһам алыу, иртәләрен яҡты ҡояшты ҡаршы алып, оҙон көндәр буйына тәнеңә һәм йәнеңә йылы нурҙарын һеңдереп, ер менән дә, күк менән дә бер булып, ошо рухиәт көсө менән ҡанатланыу бәхете бик һирәк күренеш тә баһа. Абдулла ағай оло-оло сәхнәләрҙә түгел, нәҡ бына ошо тәбиғәт киңлектәрендә йырлап һәм моңланып, үҙенең тауышы өҫтөндә эшләү серҙәрен үҙе аса, ошонда ул үҙ алдына оҫталыҡ мәктәбен үтә. Һөҙөмтәлә ата-бабаларыбыҙ рухы уның ҡайнар йөрәге аша ҡеүәтле һәм ҡөҙрәтле йыр ташҡыны булып урғылып сыға. Халыҡ үҙенең йырсыһын юғары баһалай, һәр ерҙә һәм һәр ҡасан алҡышлап ҡаршы ала, уға ҡарата ихтирамдың һәм мөхәббәттең иге лә, сиге лә юҡтыр, моғайын. Даһи башҡорт, йыр сәнғәтенең ҡаһарманы — был ололау һүҙҙәре нәҡ уға ҡарата әйтелгән.
1992 йылда Абдулла Солтанов кандидатураһы, халыҡ йырсыларынан беренсе булып, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде. Был факт үҙе генә лә ғәйәт әһәмиәтле. Әммә иң ҡиммәтлеһе — кандидатураларҙы тикшереү осоронда киң ҡатлам йәмәғәтселектең, халҡыбыҙҙың Абдулла ағайҙы дәррәү хуплауы һәм яҡлауы. Республика гәзиттәре мөхәрририәттәренә, телевидениеға, радиоға килгән бик күп хаттарҙа халыҡ йырсыһының ижады ғәжәйеп үҙенсәлекле, донъяла һирәк була торған һоҡланғыс күренеш тип баһаланды. "Башҡортостан"да, "Известия Башкортостана" гәзите биттәрендә халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның, арҙаҡлы әҙиптәребеҙ Ғәзим Шафиҡовтың, Ҡәҙим Аралбайҙың мәҡәләләре баҫылып сыҡты, радио, телевидение аша Абдулла Солтанов яҙмаларынан торған ғәжәйеп концерттар тапшырылды. Был материалдарҙа халыҡ йырсыһының ижады тураһында бик йөкмәткеле уй-фекерҙәр әйтелде.
Бына Зәйнәб Биишеваның баһалауы: "Һәр кемгә билдәле Абдулла Солтанов – халыҡтың иң яратып, һоҡланып тыңлаған йырсыһы. Боронғоса әйткәндә, Алла тарафынан иҫ киткес йыр, моң, дәрт, дарман эйәһе итеп яралтылған тиңдәшһеҙ талант эйәһе бит ул. Эйе, ысын мәғәнәһендә Урал һандуғасы, йыр, моң донъяһының Салауат батыры.
Быйылғы Салауат премияһы, һис шикһеҙ, уға, халҡыбыҙҙың илаһи талант эйәһе булған Абдулла Солтановҡа, бирелергә тейеш тигән ҡәтғи фекеремде һеҙгә еткерергә үҙемде бурыслы һананым".
Шағир Ҡәҙим Аралбай, Абдулла Солтановтың Башҡорт дәүләт филармонияһындағы алда мин телгә алған ижад кисәһе менән илһамланып: "Уның йырын тыңлау — үҙе бер оло ҡыуаныс, рухи ләззәт һәм илһам сығанағы, — тип яҙҙы. — Уны тыңлаған һайын халҡыбыҙҙың бөйөк йыр-моңона мөкиббән биреләһең, илаһи йоғонтоһонда ҡалып, был тауыштың музыкаль юғарылығына һоҡланып ултыраһың, үткән дәүерҙәрҙең билдәһеҙ сәсән-шағирҙары һәм йырсылары беҙгә ҡалдырған үлемһеҙ йырҙарынан тормош һабағы, йәшәүгә дәрт, көрәшкә сәм алаһың. Был сәнғәт әҫәрҙәренең тел менән моң берлеге, шиғри камиллығы таң ҡалдыра. Ә бит ул авторҙарҙың әҙәбиәт теорияһынан да, композиторлыҡ буйынса ла бер ниндәй ҙә махсус мәғлүмәттәре булмаған". Тимәк, ул – һәр йәһәттән дә илаһи башҡорт иленең ана шул бөйөк йырсы-сәсәндәре, тиңдәшһеҙ көй ижадсылары мәктәбенең беҙҙең заманға килеп еткән һирәк һәм сағыу бер күренеше, халҡыбыҙҙың классик йыр оҫталарының береһе. Ҡ. Аралбайҙың ошондай һүҙҙәре лә минең фекерҙәргә ауаздаш: "Ул йырлағанда, әйтерһең, тере тарих алҡына, үрһәләнә, тулай, һәр беребеҙҙең күкрәк ситлектәрен ярырҙай булып тулышҡан хис-тойғолар урғыла. Йыр аша Абдулла Солтанов кешеләрҙә ил тарихына, башҡорттоң данлы һәм ҡанлы үткәненә ихтирам, ата-бабаларҙың рухи мираҫына тоғролоҡ, бирелгәнлек тәрбиәләй. Быны ул һис бер тауышланыуһыҙ, шау-шыуһыҙ, ипле генә, оло әҙәп һәм сабырлыҡ менән еренә еткереп, йәндәргә үтерлек итеп үтәй".
Минең шәхси архивымда Абдулла Солтановты Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим итеү айҡанлы Башҡортостан телевидениеһының "Хазина" ижади берекмәһенә ебәрелгән байтаҡ хаттарҙың күсермәләре һаҡлана. Күгәрсен районының Төпсән ауылынан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Миңнулла Әлимғолов, Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылынан "Йәнбикә" фольклор ансамбле ағзалары исеменән Рәмзилә Хафизова Абдулла Солтановты мәшһүр йырсыбыҙ тип атай, уның ижады менән һоҡланып, илһамланып йәшәүҙәре тураһында яҙа. Саҡмағош районының Саҡмағош ауылынан Дамира менән Фәнил Ҡазыхановтар Башҡортостан телевидениеһы аша 1992 йылдың 14 мартында Абдулла Солтанов ижадына арналған тапшырыуҙы ҡарап, уның юғары дәүләт премияһына тәҡдим ителеүе тураһында ишетеп, ысын күңелдән һөйөнөс белдерә. "Бындай матур тауыш шишмә сылтырауын да, киң даланы ла, Урал тауҙарын да хәтерләтә. Беҙ үҙебеҙ башҡорт моңона ысынлап ғашиҡбыҙ. Ә Абдулла ағай Солтанов, башҡорт халҡының йырҙарын башҡарыусы булараҡ, беҙгә бик яҡын, сөнки һәр башҡорт халыҡ йыры — үҙе бер поэма бит ул".
Ысынлап та, Абдулла Солтанов — башҡорт халҡының иң данлыҡлы шәхестәре галереяһында лайыҡлы урын алған исемдәрҙең береһе.

Әйҙәүсе
Башҡортостандың халыҡ йырсыһы
Абдулла Солтановҡа

Уралҡайым, һинең ҡуйыныңда
Мәңгелектән килгән серҙәр бар,
Уралым, тип йәнен фиҙа ҡылған
Аҫылдарҙан-аҫыл ирҙәр бар.
...Йыр башлана Яйыҡ туғайында
Тыуып килгән йәйге иртәлә.
Был — көтөүсе ауыл малын әйҙәй,
Йыры, моңо менән иркәләп.
Йыр тарала туғайҙарҙы иңләп,
Урап килә мәғрур тауҙарҙан.
Йырсы үҙе алдан төшөп алған,
Ил батыры алдан барғандай.
Ҡояш менән бергә, йырға әүрәп,
Сәхрәләрҙе буйлай Абдулла,
Боронғо бер йырсы Орфеймы ни,
Оҙон көйгә йырлай Абдулла.
Батырҙарҙың рухы, эй, ағайым,
Моң ҡөҙрәте һиңә бирҙеме?!
Асмандарға ашып йырың менән,
Ыласындай ҡанат кирҙеңме?!
Ниндәй мөғжизә бар тауышыңда,
Саф алтынмы әллә алҡымың?
Тауҙар ярып аҡҡан һыуҙар һымаҡ,
Ағыла йыр нисек алҡынып!
...Йыр яңғырай йәмле сәхрәләрҙә,
Яңғырай йыр иркен сәхнәлә,
Йөрәктәрҙе тетрәндерә бөгөн
Һинең йырың һикһән биштә лә.
Йырың һинең — быуын-быуындарға
Тапшырыла торған аманат.
Йырла әйҙә, йырсы! Беҙ әҙербеҙ
Алҡышларға һине мең ҡабат.
Буранбайҙар, Зөлхизәләр моңо
Мәңге тере, тере Уралда,
Башҡорттоң бит йыры — ай, илаһи! —
Алға әйҙәп тора орандай.
Йырҙарыбыҙ беҙҙең — йәнгә дауа,
Тере һыуҙың тере инеше,
Еткер әйҙә, ағай, киң донъяға
Уралыңдың йөрәк тибешен!
Аҡмуллалы, Абдуллалы халыҡ —
Был бит үҙе оло ғорурлыҡ,
Тарих биттәренә ғүмерлеккә
Йәдкәр итеп яҙып ҡуйырлыҡ.
Уралҡайым, һинең ҡуйыныңда
Мәңгелектән килгән серҙәр бар,
Уралым, тип йәнен фиҙа ҡылған
Аҫылдарҙан-аҫыл ирҙәр бар.

(Аҙағы. Башы 30-сы һанда).

Рәшит ШӘКҮР,
филология фәндәре докторы,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.


Вернуться назад