"Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин..."19.02.2014
"Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин..."
Халыҡ-ара туған телдәр көнө алдынан һәр саҡ күңелемдә Зәйнәб апай Биишеваның
"Моң шишмәһе һандуғастай
йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай
нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй
наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле
башҡорт теле!" –
тип башланған мәшһүр шиғыры "йырлай" башлай.

Телебеҙҙе ошо хәтлем яратҡан, юғары күтәргән шәхесебеҙҙең тыуыуына былтыр 105 йыл тулды. Әҙибәнең тормош юлына, ижадына арналған кисәләр, конференциялар, конкурстар йыл дауамында барҙы.
Баш ҡаланың 140-сы башҡорт гимназияһында уҙғарылған ярыш — Зәйнәб Биишеваның ижады һәм тормошона арналған I республика олимпиадаһы — халыҡ яҙыусыһына бәйле сараларға йомғаҡ яһап ҡуйҙы кеүек. ЮНЕСКО ҡатнашлығында үткән кисә ике телдә алып барылды, унда әҙибәнең улы Тельман Әминев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, арҙаҡлы ғалим, профессор Мирас Иҙелбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вәлиәхмәт Бәҙретдинов, "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе Риф Иҫәнов, район хакимиәттәренең мәғариф идаралыҡтары белгестәре, уҡытыусылар, балалар ҡатнашты.
"Урал" көйө яңғырай. Зал тынып ҡалған. Көйгә ҡушып, Зәйнәб Биишеваның шиғыры уҡыла:
Урал түбәһенән ҡарап торам
Йырлай-көйләй уҙған юлыма,
Илем, халҡым, тиеп дөрләп янған
Йөрәгемде услап ҡулыма.

"Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин..."Ниндәй көслө һүҙҙәр! Шиғыр юлдарында батыр йөрәкле, көслө ихтыярлы, тура һүҙле Зәйнәб апайҙың туған халҡына арымай-талмай хеҙмәт итеүе һәм маҡсаттарына һәр саҡ тоғро ҡалыуы сағыла.
Кисәгә килгән ҡунаҡтарҙың сығышы йыр, бейеү, шиғыр юлдары менән аралаштырылып алып барылды. Әҙибәнең ижады урыҫ телендә лә күңелдәрҙе рухландырып яңғыраны — башҡа милләт балаларының да бөйөк яҙыусыбыҙға ҡарата ҙур хөрмәте, ихтирамы билдәһе был.
Олимпиадала Стәрлетамаҡ ҡалаһының 14-се, Ҡырмыҫҡалының 2-се, баш ҡаланың байтаҡ урыҫ мәктәбе, 65-се, 84-се татар гимназиялары уҡыусылары маҡтау ҡағыҙы, дипломдар менән бүләкләнде. Был, әлбиттә, педагогтарҙың тынғыһыҙ хеҙмәте хаҡында һөйләй.
Сарала Өфөнөң барлыҡ башҡорт мәктәптәре әүҙем ҡатнашты. Йәш милләттәштәребеҙ Зәйнәб Биишеваның тормошон һәм ижадын яҡшы белеүен, әҫәрҙәрен ихлас яратыуын күрһәтте, төрлө яҡлы һәләте менән һоҡландырҙы.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бәйгелә ҡатнашҡан уҡыусыларҙың күбеһе яҙыусының "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәһен һайлаған. Тимәк, ярты быуат элек яҙылған әҫәрҙә күтәрелгән мәсьәләләр бөгөн дә көнүҙәк. Зәйнәб апайҙың йөрәген әрнеткән ялғанлыҡ, ике йөҙлөлөк, яуызлыҡ кеүек һыҙаттар әлеге уҡыусыларҙы ла ҙур борсоуға һала. Ә инде тормоштоң маҡсатын халҡына хеҙмәт итеүҙә күргән Һөнәрсе образы һәр заман вәкиле өсөн дә үрнәк булып ҡала — әҫәрҙең тәрбиәүи ҡеүәте тап шунда.
Сараны музыкаль йәһәттән йәмләгән "Һорнай" ҡурай ансамбленең (етәксеһе — конкурстар лауреаты Айрат Ҡарасов), Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты студенты Ғаяз Ялмырҙиндың, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфирә Искәндәрованың, Нәркәс Йәнбулатованың сығыштары барлыҡ тамашасының күңеленә хуш килде.
Республика кимәлендә ҙур сара үткәргән З. Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы етәкселегенә, уҡытыусыларға ҙур рәхмәт! Көстөң берҙәмлектә икәнлеген үҙ эшендә тағы ла бер ҡат раҫланы улар.
Ләлә БЕЙЕШЕВА,
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының
башҡарма комитеты ағзаһы.


Вернуться назад