Мәләүез районында Мәҙәниәт йылын асыу тантанаһы булды. Сара башланғанға ҡәҙәр ҡала Мәҙәниәт һарайында милли кейем-һалымды, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрен, музыка ҡоралдарын, төрлө ҡул эштәрен сағылдырған ҙур күргәҙмә ойошторолдо.
Тантана “Ғәли йәнәптәре Мәҙәниәт” тип аталған музыкаль-хореографик композиция менән асылды. Республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертау филиалы директоры Әлфиә Грязнова мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен республика Хөкүмәте исеменән сәләмләне. Райондың һәм ҡаланың мәҙәниәтен, сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр республика Мәҙәниәт министрлығының, район хакимиәтенең почет грамоталары менән бүләкләнде.
Байрамда “Йәйғор”, “МириДанс” ансамблдәренең сығышын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.
Әле 45 милләт вәкиле йәшәгән Мәләүез районында 23 мәҙәниәт йорто, 24 ауыл клубы, ҡала Мәҙәниәт һарайы, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы, уның 30 филиалы, Мәләүез һәм Ергән балалар сәнғәт, Воскресенск ауылында художество мәктәптәре, ике тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Денис Бүләков исемендәге әҙәбиәт музейы эшләй. Клубтарҙа, мәҙәниәт йорттарында түңәрәктәр ойошторолған, художество үҙешмәкәр ижад коллективтарына биш меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән. Хор, бейеү, йыр, фольклор, театр кеүек сәнғәт йүнәлештәре буйынса 24 халыҡ һәм өлгөлө коллектив эшләй.