Олатай рухына тоғро ҡалып...19.02.2014
Олатай рухына тоғро ҡалып...
Халыҡ-ара туған тел көнөнә бағышлап, бөтә белем усаҡтарында ла күркәм саралар ойошторола. Мәҫәлән, Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында уҡытыусылар дәрестә балалар күңелендә айырыуса туған телгә һөйөү уятыуҙы, уны үҫтереүҙе һәм һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.

Гимназияның VII "б" класы уҡыусыларын башҡорт теленең нескәлектәренә Башҡортостандың мәғариф отличнигы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Бикбаева төшөндөрә.
– Һәр халыҡ бөйөк, бөтә телдәр ҙә тиң, – тип һөйләй мөғәллимә. – Башҡорт теленең дәүләт статусына күтәрелеүе һөйөнөс түгелме ни?! Һуңғы ваҡытта бигерәк тә ҡала балаларының саф башҡортса һөйләшеүе, бер-береһе менән туған телендә иркен аралашыуы иғтибарҙы йәлеп итә.
Әйткәндәй, ошо класта Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ейәнсәре уҡый. Шәүрә Ғарипова (һүрәттә) беҙгә барыбыҙға ла билдәле "Туған тел" шиғырын яттан һөйләп ишеттерҙе. Ул олатаһының ижады менән яҡшы таныш булыуын, ғорурлыҡ тойғоһо кисереүен әйтте.

Олатай рухына тоғро ҡалып...
Рәми Ғарипов,
Башҡортостандың халыҡ шағиры

Башҡорт теле
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.
Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!


Вернуться назад