Туҡһанда ла йырлай ул18.02.2014
Туҡһанда ла йырлай ул
Халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарын башҡарыусылар араһында үҙ төбәгенә генә хас үҙенсәлекле моңо, башҡарыу оҫталығы менән айырылып торғандары бар. Ундайҙар һирәк, әммә арабыҙҙа улар бар. Шуларҙың береһе – Хәйбулла далалары кеүек киң күкрәге тулы моң һаҡлаған, халҡыбыҙҙың онотолған көйҙәрен күңел түрендә йөрөткән, йыр байлығын биш бармағы кеүек белгән халыҡ йырсыһы Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны быйыл 90 йәшен билдәләй.

Мөхәмәтйән Абдулла улы Хәйбулла районының Һаҡмар-Наҙарғол ауылында донъяға килә. Колхоздың төрлө эшен башҡара, артабан умартасы булып хаҡлы ялға сыға. Заманында йыл һайын колхозға өс тоннанан ашыу бал тапшыра. Үҙе әйтмешләй, урманда яңғыратҡан йырҙары ла нәҙекәйбилдәргә күберәк “ынйы” йыйырға булышлыҡ иткәндер.
Хәйбулла далаһының илһамлы йырсыһы хаҡында күптән хәбәрҙар булһам да, ошоғаса уның менән осрашырға тура килмәне. “Талантлыны данлай “Башҡортостан” бәйгеһе тураһында район хакимиәтендәге аналитика һәм мәғлүмәт бүлегенең баш белгесе Роза Рәсембәтоваға әйтеүем булды, “Бар беҙҙә ундай таланттар. Эште иң олоһонан башлайыҡ”, – тип Һаҡмар-Наҙарғол ауылында йәшәгән Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевҡа алып барҙы.
Урам буйлап кәүҙәһен егеттәрсә төҙ тотоп, ҡышҡы көндөң һалҡынлығына ыжлап та бирмәй, эре аҙымдар менән ҡар шығырлатып барыусы ағайҙы абайлап, унан беҙгә кәрәкле кешенең ҡайҙа йәшәүен һорарға туҡтап та өлгөрмәнек, юлдашым: “Мөхәмәтйән ағай үҙе түгелме һуң?” – тип һөйөнөсөнән ҡысҡырып ебәрҙе. Йорт эсендә йылы свитер кейеп, диванда ултырған бабайҙы күҙ алдына килтереүемә хатта бер аҙ ояла биреп ҡуйҙым. “Туҡһан йәшенә артылырға йыйынған һуғыш ветераны нисек йырлай алыр икән?” тигән шик-шөбһә лә шунда уҡ юҡҡа сыҡты.
Ҡарағай еҫе аңҡып торған ҙур, иркен йортҡа индек. Стенала Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың тормошон сағылдырған фоторәсемдәр урын алған. Ғаиләнең яҙмышы аяныслы: олатайҙары, нахаҡҡа рәнйетелеп, Себер тарафтарына һөргөнгә ебәрелә, “халыҡ дошманы” вариҫтары булыу һәр береһенең яҙмышына йоғонто яһамай ҡалмай. Әммә күңелдәренең ныҡлығы, тырыш һәм түҙемле булыуҙары, ҡандарында борондан килгән уҡымышлылар ҡатламының талантлы бер заттан икәнлеген тойоу уларға көс һәм дәрт өҫтәй. Халҡыбыҙҙың аҫыл йырҙарын бала саҡтан ишетеп, әсәһенән “Йософ-Зөләйха” көйөнә сығарылған бәйетте тыңлап үҫкән Мөхәмәтйән Абдулла улы йәшләй күп кенә йырҙарҙың көйөн отоп алып, күңеленә һеңдерә бара. Уның хәтер һандығында бығаса ишетелмәгән әллә күпме башҡорт халыҡ йырҙары, көйҙәребеҙҙең риүәйәт-легендалары бар.
– Ҡурайсы һәм тарихсы Юлай Ғәйнетдиновҡа бар белгән көйҙәремде яҙҙырҙым. Мин бит йырға шәп булдым, балалар, – тип хәтирәләргә бирелеп алды олатай. – Хатта йырлағанда ҡурайсылар эйәрә алмай торғайны, тын иркен ине. Бер кем дә башҡармаған, һирәк ишетелгән “Сәхипъямал”, “Вәхит”, “Ғәзизәкәй”, “Ынйы”, “Ҡаһарман кантон”, “Мортазин маршы”, “Наполеон Бонапарт” исемле ете көйҙө яҙҙырттым. Тағы бер көйҙө беләм, әммә нисек аталыуын әйтә алған кеше юҡ.
Уның тағы ла бер үҙенсәлекле таланты хаҡында әйтмәү мөмкин түгел. Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевты күптәр мөнәжәтте оҫта башҡарыусы тип белә. Элегерәк төрлө йыйындарҙа һәм фольклор байрамдарында ул Аҡмулла шиғырҙарына яҙылған ҡобайырҙы иң оҫта башҡарыусы булып танылған.
Тиҙҙән үҙенең 90 йәшен билдәләргә йыйынған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәтйән олатай боронғо халыҡ йырҙарын элекке кеүек бар тулылығында башҡара алмайҙыр, әлбиттә. Ләкин шуныһы мөһим: әле лә уның күңеле йырлай, йөрәгенең тибеше моң һөйөүсе һәр кемде ҡанатландыра. Йәмле Һаҡмар буйҙарында тыуып-үҫкән, күкрәге тулы йыр-моң һаҡлаған һәм уны халыҡҡа йомарт өләшкән ветерандың дала ҡуйынында, балҡып янған бер йондоҙҙо хәтерләтеп, тирә-яҡҡа нур сәсеп йәшәүе барыбыҙ өсөн дә – оло шатлыҡ.


Вернуться назад