Шиғыр батшаһы18.02.2014
Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең яҡты иҫтәлегенә


Ваҡыт тигән аҫау арғымаҡтың
Ялдарына матҡып йәбешеп,
Был ергә һин яугир булырға тип
Тыуҙың, ҡалмай туңып йә бешеп.
Бурандарҙа беше малай булдың,
Аҡ донъяға ҡоштай талпындың,
Эстән нурлы йыр йомғағы ише,
Йондоҙҙарҙай шаҙраң балҡыны.
Егәрле, бер ҡатлы, ихлас егет —
Ауылыңа илттең яҡтылыҡ.
Ул яҡтылыҡ һиңә шиғыр булып
Ҡайтты, күңелдәрҙән ҡаҡлығып...
Эй гармунсы, йырсы Хәбибназар! —
Дәүереңдең моңло балаһы,
Тыуғанһыңдыр ергә һағыш тулып,
Булғанға ла зарлы заманың.
Ер ҡәҙерен белдең, аунап үҫтең,
Ер үҙ итте һине, ҡаҡманы.
Әсәйеңдәй ғәзиз тыуған илде
Күҙ ҡараңдай күреп һаҡланың.
Тыуған яҡ тип типте салт йөрәгең,
Ерһеҙ, йырһыҙ йәшәй алманың.
Бүтәндәр ҙә йырлы йәшәһен, тип,
Ғүмереңде йырға арнаның...
Юл һуғалыр һиңә йыр һөйгәндәр,
Наҙын тойоп шиғыр серенең —
Шиғыр батшаһының тәхете бит
Күкрәгендә тыуған еренең!..
Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.


* * *
Дүртөйлөлә Назар Нәжми
премияһын алғанда

Байтаҡ ҡына бүләк алғаным бар,
Бүләк биргәнем бар үҙем дә.
Вәғәҙәләр биреп үтәгән бар,
Торғаным бар әйткән һүҙемдә.
Бөгөн тағы оло бүләк алам —
Оло бурыс алам иңемә.
Ә һүҙҙәрем тик үҙемә түгел,
Иҫкәртеү ҙә булһын тиңемә.
Яна-яна йәшәп һүнгәндә лә,
Ҡалғанда ла ҡара күмергә,
Бурыс алам ҡабат ҡайтарырға,
Бурыс алам ҡалған ғүмергә.
Бурыслыны үлмәй, тигән һүҙ бар,
Дөрөҫмөлөр, әллә юҡмылыр.
Ғаләм алдарында һүҙ һөйләйем,
Әйткән һүҙем атҡан уҡмылыр.
Әйтерһең дә, алам был бүләкте
Һинең уйҙан, һинең ҡулыңдан.
Ул танытма булыр тормошомда,
Тайпылмаҫҡа тотҡан юлымдан.
Буш һүҙ һөйләп, гонаһтарға батып
Ҡалмаҫ өсөн телде тешләргә,
Кәрәк һинең һымаҡ анттар итмәй,
Вәғәҙәләр бирмәй эшләргә.
Назар ағай, бик яуаплы итә
Мәртәбәле һинең бүләгең;
Һинең яҡташтарға йырым менән
Килә икеләтә түләгем.
Һинең йырҙарыңдан йәшәү көсөн
Алаһы ла әле алаһы.
Тағы ла мин Назарлыраҡ булдым,
Мин – Назарлы заман балаһы.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ.


Вернуться назад