«Мин тағы ла Назарлыраҡ булдым…»18.02.2014
«Мин тағы ла Назарлыраҡ булдым…»
Дүртөйлөлә башҡорт халҡының мәшһүр улы Назар Нәжмиҙең тыуыуына 96 йыл тулыуға арналған саралар булды.
Эйе, ул яратҡан көҙҙәр байтаҡ инде унһыҙ килә. Үр башы, февраль бурандарына уранып, тағы ла яҙҙарҙы көтә. Тәбиғәт үҙ сәғәтен белеп кенә яңыра тора. Тик Үр соҡоро ярҙары йәшәргән, Ҡандаулы тау итәгендә талдар һарғайған һайын уның һүҙҙәре хәтергә төшөр. Дүртөйлөләге ике урам сатында үҙе һәйкәл булып баҫып торған өсөн, китап кәштәләрендә китаптары теҙелгән, гәзит-журналдар яҙып торған өсөн генә түгел — ул яҙғандар күңелдә моң булып яңғырағаны өсөн…

Ана шул моңдо күңелдәрендә ҡабат яңыртырға тип, Назар Нәжмиҙең ижадын һөйөүселәр уның тыуған төйәгенә йыйылды. Хәтер көнөндә дүртөйлөләр менән бергә булырға теләп, алыҫ араны яҡын итеп, шағирҙың ижадташ дуҫтары, фекерҙәштәре – күренекле әҙиптәр Ирек Кинйәбулатов, Ҡәҙим Аралбай, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, «Өмет» гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ноғоманов, танылған йырсы Радик Динәхмәтов та – килгәйне.
…Ҡала урамдары сатындағы шағир һәйкәлен ҡыҙыл ҡәнәферҙәр ҡосағына алды. Уның шиғри мираҫы вариҫтары ҡәҙерле хәтирәләрен барланы, әҙип рухына бағышлап, шиғырҙарын уҡыны. Шағир исеме менән аталған башҡорт гимназияһы уҡыусылары ла ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға ныҡлап әҙерләнгәйне. Назар Нәжмиҙең ижадына һәм тормошона арналған әҙәби-музыкаль кисәне тамаша ҡылыусылар уның баҫыу ҡапҡаһынан сығып, шиғриәттең оло ҡапҡаһын асып инеүен, кешеләрҙең күңел ҡапҡаһына етеүен тағы ла бер ҡат күҙҙән кисерҙе. Ә инде тантананың ҙуры ҡунаҡтарҙы шағирҙың тыуған ауылы Миңештелә көтә ине…
Бына ул яратҡан Үр башы. Шағир ҡәбере. Назар рухы. Моң бишеге. Был моңдоң аңлатып та булмаған бер үҙенсәлеге бар – шағирҙы тере килеш бер ҙә күрмәгән балалар үҫеп етте. Ниндәй бәхет: улар күңеленә лә күскән бит был сихри моң. Дүртөйлөлә буй еткереп килгән иң йәш быуын шиғриәт һөйөүселәр үҙ иткән уны. Назар ағайҙары хаҡында үҙҙәре шиғыр сығарып, сәхнәнән һөйләйҙәр. Шағир исеме менән аталған фестивалгә шиғриәт ялҡыны ныҡлап күңеленә үтеп ингәндәр йыйыла. Быйыл да шулай булды.
Шағир рухын ҙурлау көнөндә Миңеште тағы ла бер ҙур ваҡиғаның шаһиты булды. Назар Нәжмиҙең тормошо һәм ижады тураһындағы әле яңыраҡ донъя күргән ҙур хеҙмәттең авторҙары – Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары, мәшһүр яҡташыбыҙҙың ижади мираҫын ҡәҙерләүсе ҡәләмдәштәре Ирек Кинйәбулатов менән Ҡәҙим Аралбайға район хакимиәте башлығы Ринат Хәйруллин Назар Нәжми исемендәге премияны тапшырҙы.
— Китапты төҙөү ҡатмарлы ла, күңелле лә булды. Ҡәҙим Аралбай менән беҙ башҡарған эш кенә түгел был, бөтә йәмәғәтселектең уртаҡ тырышлығы менән булдырылған хеҙмәт тип уйлайым, — тине премия лауреаты Ирек Лотфулла улы. – Башҡарылаһы эштәр бының менән генә бөтмәй. Өфөлә Назар Нәжми исемен йөрөткән урам юҡ, Назар Нәжми музейы юҡ, Назар Нәжмигә һәйкәл юҡ, уның исемендәге мәктәп юҡ. Ҡулыбыҙҙан ҡәләм төшкәнсе быны тормошҡа ашырырға ине. Һеҙгә, Назар Нәжмиҙең яҡташтарына, рәхмәт. Уны ҙурлап, үҙегеҙҙе ҙурлайһығыҙ. Бына бөгөн мин дә, һеҙ ҙә тағы ла Назарлыраҡ булдыҡ…
Эйе, Назарлыраҡ булыр өсөн уның тыуған ауылына тағы ла килербеҙ. Йорт-музей өҫтәлендәге асыҡ дәфтәргә уның ҡәләме башҡаса яҙмаһа ла, ҡара менән яҙылған юлдар өҫтәлер әле. Ижадын күңеленә юлдаш иткән быуындар ҙа яҙыр. Шағир рухы уларға Үр башынан фатиха ҡылып торор…


Вернуться назад