Урал һандуғасы18.02.2014
Урал һандуғасы Алмағасҡайҙарҙың, ай, алмаһын
Былбыл ҡоштар килеп ашаһын.
Йырлап та ғына ебәр, көйләп ебәр,
Былбыл һайрауына оҡшаһын.
(Халыҡ йыры)

Уның күкрәгенән алҡынып сыҡҡан был ҡеүәтле һәм ҡөҙрәтле моң ташҡыны тәүге аккордтарҙы алыу менән үк, тәндәрҙе зымбырлатып, үҙенең сихри донъяһына алып инеп китә. Бына йырсының йөрәге берсә тауҙарға аша, бөркөттәр генә төйәк иткән ҡая таштарға артыла, берсә, алыҫтағы йәйрәп ятҡан киңлектәрҙе айҡап, зәңгәр күктәргә күтәрелә. Быуаттар төпкөлөнән килгән ваҡыт арауыҡтарын һәм икһеҙ-сикһеҙ алыҫлыҡтарҙы тоташтырып, күңелдәрҙе хыял етмәҫ бейеклектәргә әйҙәп алып китә, ер менән күк араһын тоташтыра уның тауышы.

Йыр артынан йыр ағыла, йырсы саф алтындан ҡойоп ҡуйғандай сыңрап торған ошо илаһи тауышы менән йырлай ҙа йырлай. Моң теле менән башҡорт иленең ҡалын томдарға һыйып бөтмәҫ бөйөк тарихын, ҡаһарман ир-уҙамандарыбыҙҙың йыһандарҙа ҡалыр батырлыҡтарын, һылыу ҡыҙҙарыбыҙҙың яҡты ынтылыштарын, йыр булып ил күңелендә ҡалған саф мөхәббәт тойғоларын бәйән итә халыҡ йырсыһы Абдулла Солтанов. Ҡайҙа ғына булмаһын, уның һәр сығышы йыр һөйөүселәр өсөн оло бер ваҡиғаға, шатлыҡ һәм илһам сығанағына әйләнә.
Ә бына 1992 йылдың 26 апрелендә Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында һирәк тамашаларҙың береһе — Абдулла Солтанов ижадына ғына арналған концерт айырыуса иҫтәлекле булды. Талапсан баш ҡала тамашасылары алдына, бер ниндәй ҙә профессиональ белем алмайынса тороп, ғүмере буйы үҙенең тыуған төйәгендә мал көтөп, фәҡәт художестволы үҙешмәкәрлек смотрҙарында һәм фестивалдәрендә генә ҡатнашып йәшәгән ябайҙан да ябай ауыл кешеһе ҙур программа менән сыҡһын әле! Ә бит йырсының репертуары башҡорт халҡының поэтик классика өлгөләренән төҙөлгәйне. Өҫтәүенә, йырсы үҙе лә – ана шул башҡорт халыҡ йыр классикаһын меңйыллыҡтар буйы йәшәп килгән традициялар ерлегендә башҡарыусы тәбиғи талант эйәһе. Концерттың тәүге өлөшөндә, күренекле ҡурайсылар Азат Айытҡолов һәм Юлай Ғәйнетдиновҡа ҡушылып, Абдулла Солтанов оҙон көйгә "Урал"ды, "Томан", "Йәмәлекәйтау", "Сибай”, "Зөлхизә"не башҡарҙы. Икенсе бүлектә "Эскадрон", "Сәлимәкәй", "Баяс", "Хисам", "Буранбай" һымаҡ йыр сәнғәтебеҙҙең шедеврҙары яңғыраны. Тамашасыларҙы ла, музыка белгестәрен дә таң ҡалдырҙы ул концертта Абдулла Солтанов.
Эйе, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында Абдулла ағай хәҙер бына күп йылдар инде – иң ҙур абруйҙарҙың береһе. Олоһо ла, кесеһе лә уны хөрмәт итә, башҡарыу оҫталығын башҡорттоң быуындан быуынға килгән йырсылыҡ маһирлығының һоҡланғыс та, ҡабатланмаҫ та бер күренеше итеп ҡабул итә. Дөрөҫ, әҙәм балаһының, ҙур мәҙәниәт донъяһынан ситтә йәшәп тә, шундай камиллыҡҡа һәм тәрәнлеккә өлгәшеүе, бер ҡараһаң, ғәжәп тә һымаҡ. Әммә тыуған төйәк һәм туған халҡы алтынға тиң күңел байлыҡтары ла, саф көмөштәй тауыш та бүләк иткән Абдулла Солтановҡа. Беҙҙең бөтөнөбөҙҙөң дә бәхетенә бирелгән был байлыҡты ул, иң ҡәҙерле бер хазина күреп, һәр ваҡыт үҫтереү, артабан да камиллаштырыу хәстәрлеген күрә. Йыр, моң иң элек йырсының үҙе өсөн, үҙенең хис-тойғо теүәллеге өсөн кәрәк. Бүтән күп кенә халыҡ йырсылары һымаҡ, тәбиғәттә йәшәп, баштараҡ ул үҙ зауығы өсөн йырлай, шуның менән йәшәүҙән йәм һәм тәм таба. Әммә ҡайһылыр бер мәлдән йырсының, музыканттың үҙ өҫтөндә эшләүе, оҫталыҡҡа ынтылыуы бер үк ваҡытта бүтәндәр өсөн дә әһәмиәт ҡаҙана. Һәйбәт йырсыларҙың, ҡурайсыларҙың, гармунсыларҙың урыны элек-электән мәжлес-байрамдарҙың түрендә булған, уларҙы халыҡ ҡат-ҡат һорап йырлатмайынса ҡалдырмаған. Ә хәҙерге заманда үҙешмәкәрлек бәйгеләре, фестивалдәр, конкурстар – һәр талант эйәһенә үҙ-үҙен һынап ҡарау өсөн йәнә бер мөмкинлек тигән һүҙ.
Абдулла Солтанов үҙенең ижади һәләтен бойомға ашырыу йәһәтенән, бөтөнөһөнән бигерәк, бына ошо беҙҙең дәүергә хас художестволы үҙешмәкәрлек хәрәкәте аша үткән кеше. Әйтеүе генә анһат, нисәмә йылдар буйы йырлай ул үҙешмәкәрлек сәхнәһендә. Ошо ваҡыт эсендә Абдулла ағай район һәм ҡала, зона, республика күләмендәге бер генә смотрҙан да, конкурстан да ҡалғаны юҡ. Һәммәһендә лә уның йыры, таланты — иғтибар үҙәгендә. Тауышы Екатеринбург, Һамар, Ульяновск, Мәскәү тамашасыларын да әсир итте. Башҡорт йыры менән Болгарияның, Румынияның, Японияның ҙур залдарында сығыш яһаны. Йырсының ижади эшсәнлеге, уңғанлығы ла һоҡландыра. Уның репертуарында 70-тән ашыу йыр иҫәпләнә. Барыһы ла — башҡорт халҡының классик йырҙары. Алдараҡ әйтеп үтелгәндәрҙән тыш, Абдулла Солтанов йәнә "Бейеш", "Азамат", "Таштуғай", "Әрме", "Илсе Ғайса", "Уйыл", "Абдрахман", "Ҡолой кантон", "Тәфтиләү" йырҙарын тик үҙенә генә хас тетрәткес хис-тойғо тәрәнлеге менән башҡара.
Уның ижады хаҡында һөйләгәндә, тыштан ҡарамаҡҡа, үҙешмәкәр йырсы булараҡ фекер йөрөтөргә тура килә. Ләкин бөтөн хикмәт тап бына ошо мәлде, йәғни беҙҙең рухи тормошобоҙҙағы Абдулла Солтанов тигән феноменды дөрөҫ аңлауҙан торалыр. Абдулла ағайҙың хатта уның үҙе һымаҡ уҡ бик күп таланттар араһында ап-асыҡ күренеп торған мөһим сифаты — уның оло мәғәнәһендә халыҡ йырсыһы һәм киң мәғәнәлә ысын милли йырсы булып формалашыуында. Башҡорт йырында милли тойғоно, милли аһәңде ул ғәжәйеп бер зирәклек, ата-бабалар аҡылына тоғролоҡ, милли һәм тарихи-фәлсәфәүи фекерләүгә нигеҙләнеп, башҡорт яҙмышын иң элек йәне-йөрәге аша үткәреп асып биреүгә өлгәшә. Шуның өсөн дә уның йырында тетрәп торған тарихи һәм милли аңыбыҙ илаһи бер көс булып яңғырай, уның йыры башҡорт тигән мәңгелек бер рухи балҡышты донъя халыҡтарына еткереү миссияһын үтәй. Быға иң беренсе дәлил — уның йыр репертуары. Икенсе дәлил — кешеләрсә булмаған тауыш яңғырашында, ошо тауыштың башҡорт моңона һалынған йән тетрәткес серле тәрәнлектәренә үтеп инә алыу һәләтендә.
Шул уҡ 1992 йылдың 10-11 апрелендә миңә Белорет ҡалаһының Металлургтар мәҙәниәт һарайында республика Ҡурай байрамын күрергә насип булды. Бүтән атаҡлы йырсылар һәм ҡурайсылар менән бергә Абдулла Солтанов та саҡырылғайны. Байрамда ҡатнашыусыларҙың уның йырына һоҡланыуы, мөхәббәте икһеҙ-сикһеҙ ине. Күпме генә йырламаһын, һәр номер көслө алҡыштарға күмелде. Бында Абдулла ағай башҡарыуында "Йәмәлекәйтау" тигән тарихи йыр айырыуса тәьҫирле булды, сөнки тәрән драматизм менән һуғарылған нәҡ ошо әҫәрҙә уҙған быуаттарҙа башҡорт ерҙәренең яҙмышы, урыҫ батшалығының Башҡортостандағы колониаль сәйәсәтенең асы емештәре бөтөн тулылығында әйтелгән. Өҫтәүенә Йәмәлекәйтау – ошо төбәктәге республикала киң билдәле Ямантауҙың икенсе исеме. Ул беҙҙең көндәрҙә лә халыҡ араһында ғәйәт ҙур борсолоу тыуҙыра. Бындағы уран рудаһы, шул нигеҙҙә үҫеп сыҡҡан хәрби ҡаласыҡ менән бәйле хәүефтәр тынғы бирмәй. Белоретта Ямантау өсөн көрәш хәрәкәте лә әленән-әле көсәйеп тора. Ә тарихи йыр беҙҙең бөгөнгө көнөбөҙгә үтә лә ауаздаш икән дә баһа. Бына Абдулла ағай башҡарыуында ул йырҙың һүҙҙәре:
Йәмәлекәйтауҙың, ай, башында
Йондоҙ кеүек ыуаҡ таштар бар.
Йәмәлекәйтауҙы ник һаттығыҙ,
Беҙҙән ҡалған ғәйре йәштәр бар.
Йәмәлекәйтауҙы һатҡан, тигәс,
Йыйылышып илай бар ауыл.
Йәмәлекәйтауға барып булмай,
Тирә-яғы кордон-ҡарауыл.
Йә, нимәһе менән айырыла Башҡортостанда совет дәүеренең колониаль тәртиптәре? Йәмәлекәйтауға бөгөн дә яҡын барырмын тимә — уның итәгендә шул уҡ кордон-ҡарауыл. Хәйер, бәлки, ул ҡарауыл тигәндәрен тағы ла нығыта төшкәндәрҙер — был яҡҡа түрәләрҙең башы эшләй.
Ике көн буйы дауам иткән байрам ваҡытында, форсаттан файҙаланып, Мәҙәниәт һарайының сәхнә артындағы артистар бүлмәһендә Абдулла ағай менән кескенә әңгәмә ҡороп алдым.
"Йыр-моң шишмәһе ҡайҙан юл ала?" – тигән һорауға ул, ҡыҫҡа ғына итеп: "Бар нәмәне тәбиғәт бирә инде ул, ағас тамыры һымаҡ, нәҫелдән килә, – тип яуапланы. – Атайым да, әсәйем дә йырсы ине. Кесе йәштән көтөү көттөм. Бала саҡтан гел йырлап йөрөй инем. Биш кенә класс тамамланым. Йырҙан гел "5"ле һуға торғайнылар".
– Йырҙарҙы ҡайҙа һәм кемдән өйрәндегеҙ?
– Элек мәжлестәрҙә бабайҙар йырлай торғайны бит. Эһе, былай икән тип, отоп ҡына ултыраһың. Кәрим ауылында Наил Бүләков тигән йырсы була торғайны. "Томан"ды бик шәп йырланы. Йәш ваҡытта патефон бар ине бит. Шуның аша иң элек "Урал"ды өйрәндем, шунан "Буранбай"ҙы, "Илсе Ғайса"ны. Мәғәфүр Хисмәтуллин, Хәбир Ғәлимов ағайҙарҙан бик күпте үҙләштерҙем.
Күренеүенсә, Абдулла ағай иң элек башҡорт халҡының гимны һаналған тарихи йырыбыҙ "Урал"ды өйрәнә. Унан "Буранбай"ҙы үҙләштерә, йәғни тәүҙән үк ҡатмарлы һәм айырыуса тәрән йөкмәткеле йырҙарҙан башлай. Был, әлбиттә, иң элек уның талантының көсө, хатта, әйтергә була, тауышының сикләнмәгән мөмкинлектәре тураһында һөйләй. Үҙе ул хәҙерге быуын башҡорт йырсыларынан Сөләймән Абдуллинды, Рамазан Йәнбәковты, Флүрә Килдейәрованы яҡын күрә, йәнә Ғәли Хәмзин, Тәнзилә Үҙәнбаева, Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Роза Аҡкучукова хаҡында, "еренә еткереп йырлайҙар", тип хуплау һүҙҙәре әйтә. Ҡурайсыларҙан иң элек Әҙһәм Исҡужиндың исемен маҡтап телгә ала. Һәләтле йырсы оҫталарҙың һәр береһенә, бигерәк тә үҙе һымаҡ төпкөлдә йәшәгән талант эйәләренә, хөрмәт менән ҡарай. Ә был айырыуса йәштәр өсөн бик мөһим, сөнки уларға бөйөк йырсының яҡшы баһаһы, хатта бер генә йылы һүҙе лә бик ҡәҙерле. Үҙ сиратында Абдулла ағай үҙе лә йырсылар, ҡурайсылар, йыр һөйөүселәр араһында һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә, һәр кемдең күңелендә уның таланты менән һоҡланыу ҙа, уға хөрмәт һәм рәхмәт тойғоһо ла бергә йәшәй. Абдулла Афзал улына уның күренекле яҡташтары – Флүрә Килдейәрова, Нажиә Аллаярова кеүек данлыҡлы йырсыларҙың ысын-ысынында хәстәрлекле ҡарашы тағы ла һөйөнөслөрәк, сөнки улар Абдулла ағай өсөн – яңы быуын вәкилдәре, башҡорт йырының данын дауам итеүселәр.
Рәшит ШӘКҮР,
филология фәндәре докторы,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.

(Аҙағы бар).


Вернуться назад