АФҒАН ЯУЫ15.02.2014
Һинең ҡайнар һулышыңда, афған,
Дуҫлыҡ ауазы ла бар һымаҡ.
Тик тауҙарҙа әләм күтәрергә
Упҡын аралары тар һымаҡ.
Совет иле һуҙған дуҫлыҡ ҡулы
Тейәп сыҡты һалдат йәндәрен!..
Тәүбә! Тәүбә!
Ҡайһы яугирҙәрҙең
Тапманылар ғәзиз тәндәрен...
Илдең тарихында ярамы был?
Хатаһымы әллә дәүләттең?
Тырма баштарына баҫа-баҫа
Үлеп йәшәргәме өйрәтеү?!
Яуҙа тик бер ғүмер һүнгәндә лә,
Йәтим ҡалғанда ла бер бала,
Ҙур Йыһанда мәрхәмәтлек
һыҡтай,
Рухи көмбәҙ сатнап ярыла.
Афғанстан, һинең ереңдә лә
Тамып ҡалған башҡорт ҡандары.
Кемдер өсөн — интернационал...
Кемдер өсөн — рәсми
һандар был...
Афғанстан, ҡайнар тының
һәр саҡ
Хәтерләтер утлы мәхшәрҙе...
Ҡабатланма ҡабат был
сүрәттә тиеп,
Теләгемде Күккә ебәрҙем!..