Рәми Ғарипов хаҡында мәҡәләмде Лев Николаевич Толстойҙың төрлө милләттәр тормош ҡорған ер уларҙыҡы булыуын дәлилләгән нигеҙле фекеренән башлағы килә. “Нимә ул тыуған ил? — тип яҙа бөйөк әҙип. — Ул — тарихи хәрәкәт аша үҙ биләмендә йәшәгән халыҡ. Бында уның үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге. Бында үҙенсәлекле мәҙәниәте, теле, характеры, бында уның революциялары, төрлө һикереш-төйнәлештәре...” Октябрь революцияһы еңгәс, Совет власы урынлашҡас, ярлы-ябаға үҙен хоҡуҡлы итеп тойҙо, хеҙмәт ҡаһарманлыҡтары күрһәтте. Тик 1937 йылда нахаҡ бәләләр тағылып, милләттәрҙең күҙ терәп торған дәүләт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренән күпмеһе һәләк булды, бик аҙҙары ғына, мең ғазаптар сигеп, тыуған төйәктәрен яңынан күрергә өлгәште. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Европа, бигерәк тә илебеҙҙең меңәрләгән ҡала-ауылдары ҡыйратылды, нисәмә миллион кеше һуғышта — уттан, тылда аслыҡ-яланғаслыҡтан һәләк булды.
Рәми Ғарипов, бөйөк әҙип Л.Н. Толстой яҙғанса, үҙ биләмендә һәр нәмәгә тулы хоҡуҡлы халҡының ҡанлы һәм данлы үткәнен, милләтебеҙҙең аҫыл ул-ҡыҙҙарының, “дошман” яһалып, 1937 йылда ҡорбан ителеүен, бигерәк тә республикала юғары вазифа биләгән ҡайһы берәүҙәрҙең, уға “милләтсе” мөһөрө баҫып, йәшәргә торлаҡ бирмәй, китап сығармай, сыҡҡандарынан “сүп” эҙләүҙәр, хәҙер инде “яҡындары” булып күренергә тырышҡан “дуҫ”тарының алыҫлашыуы — бөтәһе-бөтәһе лә уның йөрәге аша уҙҙы, әммә ул үҙе булып ҡалды — халҡына, выжданына бер саҡта ла хыянат итмәне.
Рәми ағайҙың кешелекле-кеселекле булыуын, тормошта ла, ижадта ла үҙ йөҙөн, үҙ һүҙен юғалтмауын, күңелендә нисек, булмышында шулай икәнен аралашыуҙарҙан аңланым. Ана шуға ла, әҙ генә үҙ биографияма ҡағылып, Рәми ағай йәшәгән, ижад иткән уҙған быуаттың 60-сы, 70-се йылдарына ҡайтып, бер ни тиклем иҫтәлектәргә күсеүҙе кәрәк табам.
...Башҡорт дәүләт университетында беҙ уҡыған осорҙа шағирҙар, яҙыусылар менән осрашыуҙар ғәҙәти күренешкә әүерелгәйне. Йыл да тип әйтерлек Ҙур залда бөтә студенттар менән Мостай Кәрим иҫтәлекле осрашыу үткәрер ине. Күренекле яҙыусыларҙан Сәғит Агиш, Баязит Бикбай, Фәрит Иҫәнғолов, шағирҙарҙан Рафаэль Сафин, Әнғәм Атнабаев һәм башҡа һүҙ оҫталарының һабаҡ алыр, күңел күтәрер сығыштары була торғайны.
Рәми ағай Ғарипов хаҡында айырым әйтке килә. Ҡыҫҡа ғына осрашыуҙарҙа йөҙөнән ихласлыҡ китмәҫ, йылмайыуынан, һөйләшеүенән ниндәйҙер эске туғанлыҡ тойғоһо һиҙелер-һирпелер ине.
Бер көн шулай, 1964 йылдың декабрь һалҡынында, ул саҡта Пушкин урамындағы ваҡытлы матбуғат редакциялары урынлашҡан йортҡа юл тоттом. Күрәм, тышта ишек алдында тәмәке көйрәтеп Рәми ағай баҫып тора. Йылмайып, ҡул биреп күреште лә ни йомош менән йөрөүемде һорашты. “Ленинсы” гәзитенә шиғырҙар алып килеүемде ҡыйыуһыҙ ғына әйтеүемде ишетеп: “Ә ни өсөн беҙгә — “Совет Башҡортостаны”на килтермәйһең?” — тип һорап ҡуйҙы. Аптырап ҡалдым да бер аҙҙан ғына: “Юҡ, ағай, һиңә тигәнен ныҡ эшләргә кәрәк, өлгөрмәгәндәр әле”, — тинем. “Ярай, өлгөргәс, алып килерһең, — тип йылмайҙы ла: — Әйҙә, һыуыҡ, керәйек”, — тип ишеккә ынтылды. Мин уға эйәреп, баҫҡыстан менгәндә үҙе янына инеп сығыуымды һораны. Шулай эшләнем дә. Бүлмәһенә инеү менән тартмаһынан “Һабантурғай йыры” исемле китабына түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙып ҡулыма тотторҙо. Бына уның ксерокс күсермәһе: “Рифкә бөтә йөрәктән. Үҙеңдең китабыңды тиҙерәк уҡырға яҙһын. Ышанам. Рәми”.
Студент йылдарында Рәми ағай менән бик күптәр, бигерәк тә беҙ, ижадҡа ынтылыусы йәштәр, тығыҙ бәйләнештә, рухи яҡынлыҡта йәшәнек. Быға уның осрашыуға килеүе һәм башҡа сәбәптәр ҙә була торғайны.
Ул саҡтарҙа “Ленинсы” гәзитендә әҙәби әйберҙәрем йыш ҡына баҫыла башлағас, бер көн дубляж буйынса мөхәррир урынбаҫары, ихлас күңелле, ярҙамсыл Марат ағай Хәлилов тәржемәгә материалдар ҙа бирә башланы. Иҫәбе — уҡыуҙы тамамлағас, үҙе янына эшкә ҡалдырыу, ләкин был килеп сыҡманы. Миңә алдан уҡ бирелгән саҡырыу буйынса тыуған яҡтарға ҡайтып уҡытырға тура килде. Уҡыу йылы бөткәс, Өфөгә барҙым, тик “Ленинсы”ла тәржемәсе урынында икенсе кеше эшләй ине. Марат ағай нәшриәткә барырға тәҡдим итте.
Башҡортостан нәшриәте директоры Сафый ағай Ҡыуатов мине ихлас ҡаршыланы. Үҙем хаҡында һорашҡас, һине бында кемдәр белә, тип һораны. Мин университетта уҡытҡан проректор урынбаҫары Миҙхәт Ғәйнуллин, уҡытыусыларҙан Ж. Кейекбаев, Б. Мәғәсүмова, Х. Зиннәтуллинаны һәм тағы ла бер нисә исемде әйттем.
— Ә яҙыусыларҙан һине белгәндәр бармы? — тип һорап ҡуйҙы һүҙ аҙағындараҡ Сафый ағай.
Рәми ағай Ғариповты әйттем. Яҙыусы, фронтовик Ғәли ағай Ибраһимовтың исемен дә телгә алдым.
— Ул да беләме? — тип ҡыҙыҡһынды директор.
— Ғәли ағай һуғышҡа тиклем Ишембайҙа мин уҡыған мәктәптә китапханала эшләгән. Х класта уҡығанда уның “Бер полк кешеләре” тигән романы буйынса уҡыусылар конференцияһы булды. Был сарала төп доклад менән сығыш яһаным. Әҫәр хаҡындағы ҡыҫҡартылған фекерҙәрем район гәзиттәрендә лә баҫылып сыҡты. Шунан бирле аралашып йәшәйбеҙ...
— Ярар, аңлашылды, энем, — тине Сафый ағай, — һин иртәнән һуңға килерһең. Минең янда булыуыңды, был һөйләшеүҙе бер кемгә лә таратмай тор, — тип ҡул биреп, ағайҙарса ихласлыҡ менән оҙатып ҡалды.
Ике көндән Сафый Солтанморат улы бүлмәһенә башымды тығыу менән уның:
— Әйҙүк, ҡустым, ҡурҡмай ин, һин иртәгәнән — әҙәбиәт бүлеге мөхәррире, — тигән һөйөнөслө һүҙҙәрен ишеттем. — Һорашып белдем, бөтәһе лә һинең хаҡта ыңғай фекерҙәләр.
Кемдәр икәнен әйтмәне, әммә һорашһа, улар араһында Рәми ағайҙың мине хуплауына иманым камил.
Артабан тормош, ижад бәйләнештәре Рәми ағай менән яҡынлыҡты раҫлай ғына барҙы. Артабанғы хәл-ваҡиғалар, ысынбарлыҡтар шуларға дәлил. 1969 йыл аҙаҡтарында Рәми ағай, икәү генә ҡалғас:
— Яңы йылда ауылға ҡайтмайһыңмы? — тип һорап ҡуйҙы. Ҡайтмауымды әйткәс:
— Теге мин танышҡан һылыу менән эштәр нисек? Шаярыу ғына түгелме? — тине ул мөләйем, мут йылмайып.
— Юҡ, ағай, бик етди, — тигәс, һылыуҙың исемен һораны ла ихласлыҡ менән:
— Хөрмә киленде етәкләп, әйҙә, Яңы йылды ҡаршыларға беҙгә килегеҙ, — тине.
Шатлыҡлы хәбәрҙән, шул уҡ ваҡытта уңайһыҙланыуҙан аптырабыраҡ торғанда, Рәми ағай:
— Борсолма, Риф, Надежда еңгәң белә, бер-ике сәғәт алданыраҡ килегеҙ, һөйләшеп ултырырбыҙ, көтәбеҙ, — тип, адресын әйтеп, хушлашырға ҡулын һуҙҙы.
Риф МИФТАХОВ.
(Дауамы бар). 2014 йыл, ғинуар.