“Урал батыр” – халыҡ телендә14.02.2014
“Урал батыр” – халыҡ телендәМәшһүр «Урал батыр» ҡобайырын яттан һөйләүселәр хәҙер байтаҡ. Әммә тере хәтерҙән быуындан быуынға тапшырылып килгән тексты һөйләү быға тиклем күҙәтелмәне тиерлек. Филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәева 2010 йылда Хәйбулла районында йәшәгән Әсмә Усманованан был ҡобайырҙы көйө менән халыҡ телендә нисек йөрөй шул килеш яҙып ала.
Күптән түгел Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Әсмә Мәүләнбирҙе ҡыҙы менән осрашыу ойошторҙо.
Уға өләсәһе Мөьминә ҡалдыра был аманатты. Һомайҙы һәр саҡ – Һөмәйрә, Самрауҙы Сәмреғош тип әйтер булған ул ейәнсәренә.
– «Урал батыр»ҙы төндәр буйы һөйләр ине өләсәйем. Уның әкиәттәрен дә йотлоғоп тыңлай инек. «Ана, Өлкәр йондоҙ, ана Тимерғаҙыҡ, Етегән йондоҙ, белегеҙ!» тигәне лә онотолмай, – тип хәтер йомғағын систе инәй.
Сәсәниә шулай уҡ сәскәне өҙөүҙең гонаһ булыуы, болан мөгөҙөн тапҡан кешенең бәхеткә төрөнәсәге тураһында ла һөйләне йәштәргә. Әйткәндәй, ҡарһүҙҙе ул ике сәғәт һөйләй ала.
Ғәзиз өләсәһенең ҡәҙерен һаҡлап, «Ҡош юлы» тип исемләй ансамблен дә Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы кавалеры Әсмә Усманова. Осрашыуҙа кинорежиссер Булат Йосопов уға «Урал батыр» эпосы яҙылған диск, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзаһы Миңзәлә Фазлетдинова шәлъяулыҡ бүләк итте. Өфөләге 20-се башҡорт гимназияһының V класс уҡыусыһы Айгиз Хәсәнов «Урал батыр»ҙан өҙөк ятлап күрһәтте.
Бөгөн шуныһы һөйөнөслө: мәшһүр эпос халыҡ хәтерендә генә түгел, ә телдә йәшәй. Тимәк, “Урал батыр”ҙы киләсәк быуын да беләсәк, онотмаясаҡ!


Ҡәҙим АРАЛБАЕВ, Башҡортостандың халыҡ шағиры:
– Әсмә Усманова-Торомтаеваның ҡыҫҡа ғына сығышында ла Хәйбулла яҡтарының, көньяҡ һөйләштең үҙенсәлектәре ярылып ята. Ә халыҡ ынйыларын яҙып алыусы ғалимдар телгә иғтибар итә. Ҡайным 1928 йылда ауылдарына Нәҡи Иҫәнбәттең килеп, урындағы Сәлим хәлфәнән «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосын яҙып алыуы хаҡында һөйләгәйне. Ул аҙаҡ татар телендә «Иҙеүкәй» тип донъя күрә. Унда ла ошо көньяҡ һөйләшенең үҙенсәлектәре ярылып ята. Әсмә Усманованың «сәскәне өҙөргә ярамай, гонаһ» тигән һүҙҙәренә килгәндә, шуны әйткем килә: ҡасандыр Торатауға килгән урыҫ ғалимына ла урындағы халыҡ бер сәскәне лә өҙөргә ҡушмаған.


Билал БИЛАЛОВ, хаҡлы ялдағы хәрби:
– Әсмә апай, рәхмәт, туҡһанға етеп килһәң дә, ҡарһүҙҙе яҡшы беләһең. Үҙем Мәскәүҙә лә, Өфөлә лә йәшәйем. Ҡайһы бер мәскәүҙәрҙән «Урал батыр» – Мөхәмәтша Буранғоловтың уйлап сығарылған әйбере» тигән һүҙҙәрҙе ишетергә мөмкин. Был – аяныслы хәл, әлбиттә. Ә «Урал батыр»ҙа, башҡорттоң башы Йәнбикә менән Йәнбирҙегә барып тоташа, тиелә.


Вернуться назад