Баш бүре Бүреләр ышыҡта шыңшымай ғына йән бирә икән...
Юлбашсының маңлайына типкәс
Инә мышы,
Ҡурсып быҙауын,
Иќәңгерәп бүре сайҡалды ла
Аңғармай ҙа ҡалды ҡолауын.
Этме ни ул бүре,
Шыңшырға ни,
Сыйнамай ҙа яра яламай.
Уға хәҙер ышыҡ табыр кәрәк,
Уға хәҙер өйөр ҡаршыһында
Йән бирергә генә ярамай.
Ҡыуаҡлыҡҡа табан
шыуышһынмы?
Йәше аға,
Олоу — юҡ ғәҙәт.
Ҡан һауһа ла күҙе шәйләй әле,
Башы ғына сатнай ғәләмәт.
Өйөр шып-шым.
Инә бүре генә
Башын баќып атлай йәнәшә.
Аңлай сөнки —
Тамам.
Хужа китә.
Көс-хәл менән шыуып серәшә.
Өйөр шып-шым.
Кемдер иќнәп ҡуя,
Сикәләрен кемдер уйната.
Кемдер эстән шатлыҡ сигә,
Кемдер
Күккә һонола:
Сағылмаќмы берәр
Ауаз-фарман, типме ҡолаҡҡа.
Кем юлбашсы булыр икән хәҙер?
Һунар уңа ине.
Баш бүре
Хәйләкәр ҙә таќыл булған өсөн
Туҡ булды бит өйөр.
Урман-илдә
Ирәүәнләп иркен йөрөнө.
...Ҡатҡан тәнде инә бүре өс көн
Ҡосаҡланы һалып уң ҡулын.
Тертләп ҡуйҙы урман
Төндән бер төн
Ишетеп уның үкһеп олоуын.
Бынан кире уны тибәсәктәр,
Бирәсәктәр ҡалдыҡ-боќтоҡто.
Өйөр ҡағиҙәһе
Кем көслөнән.
Юғалттиһәң власть, сослоҡто,
Ҡәҙерең бөтә...
Алдан яйлаһынмы
Шыңшыуҙарһыҙ
дөмөгөр ышыҡты?
Биҙмә төйәктән Һыу буйҙары
никтер арбап-арбай,
Ағын һыуҙың тарта аҡ юлы.
Күҙен ҡыќып
саҡыра тулҡындары,
Гүйә, улар ваҡыт сапҡыны.
...Умрау һөйәк һыҙлай.
Был донъяһын
Яҙғанданмы тартыу йән көскә.
Иламайым да ул.
Иламайым.
Маңлай тирем күҙҙе әсетә.
Китке килә.
Яр буйлайым микән.
Аяҡ һылтаңыраҡ...
Һалымдың
Ҡайыҙ бауын
тартып шыпларғамы?
Йә быйылға бында ҡышларғамы?
Улай тиһәң...
Сәфәр һағындым.
Анау кәмәнеме рәтләштереп,
Мачта ҡуйып, елкән кирәһе.
Иркенлектең еќен татымауға
Нисәмә йыл икән тирәһе.
...Йылға алсаҡ.
Арты менән һыуға
Сумып көлә нишләп өйрәктәр?
"Дошман күп булыр ул,
Бәғзеләре
Балта сарлар.
Биҙмә төйәктән!" —
Тигән төќлө, башын сабыр сайҡай
Ярға тамырланған тирәктәр.
Тәҙрә Үткән менән киләсәкте бәйләр
Яҡты тәҙрә мәллә аҡ ҡағыҙ?
Өќтәлемдә ята.
Саҡырмағыҙ,
Төпкө аңдың ишеген ҡаҡмағыҙ.
Юҡ, кәрәкмәй,
Зинһар, уятмағыҙ,
Уйылмаһын тәҙрә уйымда.
Яҡтылыҡ ул арбар, әйҙә, тиер...
Йөҙө йонсоу, арыған.
Йәрем бөгөн
Серем итһен минең ҡуйында.
Аҡ ҡағыҙҙан заңмы,
нурмы түгелеп,
Өќтәлемдән ашты күктәргә.
Дүрткел яҡтылыҡты
ниндәй ҡөҙрәт
Ғаләмдәрҙән кире түңкәрә.
Дүрткел юрған булып икебеҙҙең
Өќтөбөҙҙө япты.
Һуңынан
Яҙыу өќтәленә кире күсеп,
Хыялымды әйҙәп,
Бәғер киќеп,
Моң эҙләне күңелем ҡылынан.
Аһ, аҡ ҡағыҙ,
Йәнә үткән менән
Киләсәктең, гүйә, тәҙрәһе.
Ҡайҙа минең балта төйҙәһе?
Ҡоя һуғам хәҙер,
Болартыусы
Тынғылыҡты минең өйҙәге.
Киҙәнде лә ҡулым,
Ҡорой яҙҙы...
— Балта турай алмай ҡағыҙҙы!
Иќеңә төшөр,
Текләп китаптарға
Зиһен аяҙайтҡан сағыңды.
— Семәрләйем, юҡһа,
мин дә һине,
Туҙға яҙмағанға түҙ генә!
...Аҡ ҡағыҙға —
Йыһан тәҙрәһенә
Күҙең төшөү етә әҙ генә,
Олғашаһың ниндәй сөңгөлдәргә!..
Ә баќҡысың ябай —
Һүҙ генә.
Тамара ҒӘНИЕВА