Башҡорт малайы Саша08.02.2014
Башҡорт малайы Саша Был һүҙҙәрҙең бармаҡ осонан һурып сығарылмағаны күренеп тора. Үткәндә Ғариф Халиҡовтың һөйләүе буйынса төҫмөрләнгән йәш енәйәтселәр, берәҙәктәр һәм бағыусылары булмаған илгиҙәрҙәр тормошоноң һулышы, Василий Колпаков һәм Рәжәп Сәйфетдиновтарҙы тыңлағандан һуң, йөрәккә ел-дауыл булып килеп инде. Бер ҙә шәрбәтле, татлы, сәскәләр еҫе аңҡып йә иһә борғо тауыштары ғына яңғырап торған тормошҡа оҡшамай ине ул. Ә йәшәү, тере ҡалыу өсөн барған рәхимһеҙ, аяуһыҙ көрәш менән тулы ине. Бына ошо хәлде аңлау беҙҙең хәҙерге йәш уҡыусыларға Матросов образынан биҙергә, төңөлөргә сәбәп булырға тейеш түгел. Ә, киреһенсә, ысынбарлыҡ нисек булған, шулай ҡабул итеп, йомшаҡтар, әбегәрҙәрҙең ҡотон алған шарттарҙа ла бөтә яуызлыҡтарҙы еңеп, Кеше тигән оло төшөнсәгә тоғро ҡалып, Илен күкрәге менән ышыҡлаған егет икеләтә-өсләтә һоҡландырырға тейеш.
Өфө балалар хеҙмәт колонияһындағы көнитмештең, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең ҡара яҡтарын һис тә йәшерерлек түгел. Унда тәрбиәләнеп киткән берәү ҙә ошо ысынбарлыҡты инҡар итә алмаҫ. Ләкин, ғәжәпкә ҡаршы, үҫмерҙәр тормошон айырым биҙәктәр менән матурлап, хозурландырып күрһәтергә тырышыусылар ҙа бар. Ни өсөн шулай эшләргә — аңлашылмай.
Минең алда Н.К. Ополевтың ун өс битлек хәтирәләре ята. Авторы Өфө колонияһында яуаплы эштә булған. "Александр Матросов бер ҙә уйланып тормайынса слесарь һөнәренә уҡырға булды, — тип яҙа ул. — Цех, бөтә уҡытыу-производство эше менән урта-техник белеме булған мастер В. Филиппов етәкселек итте. Ул металды эшкәртергә лә, станоктарҙы ремонтлай ҙа, инструменттарҙы көйләй ҙә белә ине. Токарҙы, фрезлаусыны, электр-газ менән иретеп йәбештереүсене лә алмаштыра ала ине. Бына ошо гүзәл кешенең ҡул аҫтына ебәрелде лә инде А. Матросов.
Ғәжәп һәләтле булып сыҡты Саша, уны хатта ололар ҙа "Александр Матвеевич" тип кенә йөрөтә башланы... Программа материалынан тыш, Александр бөтә станоктарҙы ла үҙләштерҙе. Токарь станогында муфта, флянец, болттар эшләй башланы, электр-газ агрегаттары ярҙамында металл йәбештерҙе...
Саша музыканы яратты. Йырҙарҙы, бейеү көйҙәрен генә түгел, Чайковскийҙың, Бородин, Глинка һәм башҡа композиторҙарҙың киң танылған классик әҫәрҙәрен дә белә ине. "Аҡҡош күле" балеты музыкаһына һоҡланды, "Пики дамаһы" операһынан Герман арияһын, "Князь Игорь" операһынан Игорь арияһын рәхәтләнеп тыңлай торғайны..." Кем ышаныр икән шул хәтлем самаһыҙ шапыртыуға?
...Хәмзә Баҡыев, икенсе төрлө әйткәндә, "Дудочка" ла Салауат ҡалаһында йәшәй икән. Тик уның менән осрашыу өсөн ваҡыт ҡалманы. Минең урынға быны ҡала гәзите журналистары атҡарҙы: әңгәмәне магнитофон таҫмаһына яҙып алып, Өфөгә ебәрҙеләр. Таҫмала Хәмзә ағай моңландырып ҡурай тарта ине. Бына ни өсөн уны "Дудочка" тип атағандар икән!
— Хәмзә ағай, Һеҙ Матросовты белә инегеҙме? Уның хаҡында әйтә алаһығыҙ? — тип һорай хәбәрсе таҫмала. Яуап:
— Активист булып йөрөгәне хәтерҙә. Ләкин ул саҡта Александр Матросов тигән исемде белгән кеше лә бик әҙ ине. Ул башҡорт ине, исемен Саша тип үҙгәртеп йөрөнө. Мин дә Хәмзә түгел, ә Хәмит Бакланов инем. Уны ҡайҙан уйлап тапҡанмындыр, белмәйем. Колониялағыларҙың күбеһе, бигерәк тә ауыл малайҙары, быны колхоз ҡараһын, тип ҡайтарып ебәрмәһендәр өсөн эшләне.
— Ә уның башҡорт икәнен ҡайҙан белдегеҙ?
— Иптәштәре "башҡорт" тип үртәй торғайны. Әммә таҙа һөйләшмәне ул. Саша начальниктың, тәрбиәселәрҙең уң ҡулы булды. Балалар ҡасһа, ул тотоп килтерә торғайны... Афзал Таһировтың улы ла беҙҙең менән ине.
Сашаның үҙенсәлекле яғы шул: ул матур итеп "чечетка"ға баҫты. Уның тағы бер иптәше бар ине — исемен онотҡанмын — балерун кеүек һикергеләп йөрөй торғайны...
...А. Матросовты белгән кешеләрҙе күрергә тигәс, күрергә. Бер ҡыҙғанда эшләмәһәң, ҡала ул. Шундай ҡарарға килеп, Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаһына юлландым.
"Совет Башҡортостаны"н даими уҡып барған һәм ошо ҡалала йәшәгән Хәтмулла Ғирфанов: "Минең менән бергә Халтурин исемле урыҫ ҡарты эшләгәйне, хәҙер пенсияға сыҡты, ул элек Матросовтың адъютанты булып йөрөгән, килеп етегеҙ, үҙем таныштырырмын", — тип хат яҙып ебәргәйне. Етмәһә, Халтуриндың карауаты Сашаныҡы менән йәнәш кенә торған, үҙе башҡорт телен дә белә икән. Тимәк, Халтуриндың башҡа урыҫ кешеләренең ҡолағына салынмаған нәмәләрҙе лә ишетеүе мөмкин.
Хәйер, "адъютанты", "уң ҡулы" булған тип ян-яҡтан хәбәр ебәреүселәр ҙә аҙ түгел ине инде. Ә тикшерә, ентекләп һораша башлаһаң, ғәҙәттә "адъютанттар" баҫыла төшә. Шулай ҙа тағы бер шаһит менән һөйләшеүҙән бер ниндәй ҙә зыян килмәҫ тип, иптәштәргә бер һүҙ ҙә аңлатмайынса һәм ял көнө булыуҙан файҙаланып, таң менән электричкаға ултырҙым. Өс сәғәт тә үтмәне, Әшә ҡалаһы перронында тора инем инде.
Көн салт аяҙ булырға оҡшай, ләкин әлегә арҡаны йыйырырға тура килә: эргәләге пирамида кеүек текә тау уйһыулыҡҡа үҙенең зәһәр тындарын бөркә. Уның башында һаман ҡар ята, һәр йырынтыһынан Эҫемгә ҡарай йылғасыҡтар ашыға.
Адресына ҡарағанда, минең хәбәрсе ҡаланың үҙендә түгел, ә ниндәйҙер Козино ҡасабаһында булырға тейеш. Уныһы ҡайһы яҡта? Алыҫмы бынан? Юлаусылар, вокзал эргәһендә туҡталыш бар, ана шунда автобусҡа эләгеп, уң яҡҡа йүнәлһәң, "һә" тигәнсә барып етерһең, тинеләр. Беҙҙә автобус хәрәкәте һәйбәт ҡуйылған, тип тә тынысландырҙылар. Әммә транспорт күренмәне. Тағы һалҡыная төштө. Эҫем шаулап, зәһәрләнеп аҡты. Уҫал йылға тулҡындарына, ҡырыҫ тауҙарға ҡарап тора торғас, бына нисәнсе ҡат инде, хатта йөрәкте әсеттереп, эс боша башланы: бөгөн халыҡ баҡсаһына сапты, мөгәрәптәрен аса торғандарҙыр, ағастарҙан бауҙарҙы ысҡындыраларҙыр — һәр кем үҙ балаһы янында, улары "олатай ҙа олатай" тип сәбәләнәлер... Ә мин, бер иҫәр диуаналай, һаман сит-ят ерҙәрҙә, вокзалдарҙа тапанам. Быны берәйһе мәжбүр итһә, берәй файҙаһы сыҡһа? Минең былай ел ҡыуыуҙан кемгә йылы ла кемгә һыуыҡ? Буш хыял артынан ғына ҡыуыу түгелме был?
Юҡ, хаталана инем тағы ла. Юҡҡа төшөнкөлөккә биреләм...
...Көтә торғас, автобус та килде. Ултырыштыҡ. Ҡуҙғалдыҡ. Бетон юл тауҙар яғына алып китте. Киңлегенә, ныҡлығына ҡарағанда, хәрби машиналар өсөн һалынғанға оҡшай. Ҡәҙимге кешеләр өсөн ундай уңайлыҡтар беҙҙә булдырылмай... Эргәмдә ҡоштай, ана осам, бына осам, тип барған бер бисәнән урыҫ телендә, ҡайһы туҡталышта төшөргә кәрәклекте һорайым. Ләкин йәнәштәге ултырғыстарҙың береһенән оло йәштәрҙәге икенсе әбей минең юлдашҡа орошорға тотондо:
— Ни өсөн уға урыҫса яуап бирәһең, ә? Татар икәнен күрмәйһеңме ни? Эй, Хоҙайым, үҙ телдәрен онотто был халыҡ!
Уңайһыҙ булып китте. Мыжыҡ апайға нимәлер тип яуаплағайным, ул оторо ҡупты:
— Ана, әйттем бит! Хатта татар ҙа түгел әле ул, ә сеп-сей башҡорт икән!
Былай көтмәгәндә әрләнеп алыуҙан һыуыҡ тәнгә йылы йүгерҙе. Козиноға килеп еттек. Автобустан төшөп, теге ҡатындар менән бергә атланыҡ. Бында күберәк татарҙар, башҡорттар йәшәй икән.
Конторала үҙен профком рәйесе тип танытҡан кеше ихлас ярҙамлашырға, телефондан Хәтмулла ағайҙы эҙләргә тотондо. Тимер юлда кранда эшләй икән. Бына ул үҙе лә килеп етте. "Ағай" тигәнем йәш кеше булып сыҡты. Тиҙҙән ҡусты менән, алп-һолп булып, ҡасаба буйлап Халтурин ҡартҡа табан атлай инек инде.
Ныҡ иҫкергән, ғүмере үтеп барған йорт. Баҡса алдында тәгәрәшеп ятҡан ағас түмәрҙәренә сүгәләп, өйө кеүек үк ҡартайған Петр Андреевич Халтурин менән әңгәмәләшергә керешәбеҙ. Юҡ, артығыраҡ өмөтләнелгән, ахырыһы, бер иш тиерлек яуаптарҙы күп тапҡыр ишеткәнгә күрә, тыңлауы артыҡ ҡыҙыҡ түгел. Шулай ҙа һәр һүҙҙе ҡағыҙға теркәй барам: бәләкәйҙән үк етем ҡалып, арлы-бирле йөрөй башлағас, милиция тотоп, уны пароходта Өфөгә оҙатҡан. Башта төрмәгә, унан колонияға, тап Матросов төркөмөнә барып эләккән.
Артыҡ ҡара ла яҡмай, маҡтамай ҙа һөйләне ул үҙ тәрбиәсеһен. Күберәк малайҙар араһында хөкөм һөргән ҡаты тәртип, хатта бәғерһеҙлек миҫалдарына туҡталды, Бөрөнән ҡасып килеп, Сашканан үс алырға йыйынған ниндәйҙер "Белый"ҙы тасуирларға тотондо. Әммә бындай махсус режимға буйһонған үҫмерҙәр донъяһына хәҙер бик үк аптыралмай ине инде.
— Һеҙ күберәк Матросов хаҡында әйтегеҙ: төҫө-башы ниндәй ине тигәндәй. Милләте? — Халтурин беҙҙең гәзиттә нимәләр яҙылғанын белмәгәнлектән, уның яуаптары айырыуса мөһим ине.
— Буйға ҙур түгел. Киң яурынлы, мыҡты. Ҡушаматы "Сашка" ине. Тыуған йылы — 1923, — тине Петр Андреевич.
— Бите нисек? Шаҙрамы?
— Юҡ, шаҙра түгел. Ә бына һипкелдәре бар ине. Танауы оло ғына... Урыҫҡа оҡшамағайны. Башҡорт булһа кәрәк. Башҡорт һүҙҙәрен белә ине.
— Быларын нимәгә таянып әйтәһегеҙ?
— Мин бит башҡорт малайҙары араһында үҫтем. Үҙем Нуриман районының Яңы Сыбай ауыл Советынан.
Мин уға фотоларҙы күрһәттем. Матросовтың комсомол билеты алып торғанын оҡшатманы.
— Ә апаһы бар инеме Өфөлә?
— Эйе, Өфөлә йәшәй ине.
— Быны үҙегеҙ белә инегеҙме?
— Юҡ, малайҙар шулай һөйләгәйне. Исеме Мария булырға тейеш.
Хәбәр тамамланды. Ҡайтырға ла ваҡыт ине инде. Ҡапыл арығанымды тойҙом. Нимәгәлер риза түгел инем. Тик нимәгә? Петр Андреевич та аҙ нәмә әйтмәне бит, ләкин унан алда осрашҡан кешеләр кеүек үк, ул да иң мөһим дәлилдәрҙе асып бөтөрә алманы. Күп күренештәр бер-береһенә оҡшаш, шул уҡ ваҡытта тап килмәгәндәре лә етерлек. Хатта ҡайһы саҡ мин ике кеше күләгәһе артынан йөрөйөм кеүек тойола.
Рәүеф НАСИРОВ.

("Ҡайҙан һин, Матросов?" китабынан).


Вернуться назад