Борай йыр-моңға бай08.02.2014
Борай йыр-моңға бай
Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, илебеҙҙә һәм республикабыҙҙа иғлан ителгән Мәҙәниәт йылына ярашлы, “Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафоны эстафетаһын Благовещендан Борай районына тапшырыу байрамында ҡатнашты. Сараға шулай уҡ республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Благовещен һәм Борай райондары башлыҡтары Фәрит Фазылов менән Борис Нурисламов килгәйне.

Эстафета тапшырыуға арналған “Мәҙәниәт — халыҡ күңеле ул” тигән концерт программаһы борайҙарҙың күп милләтле мәҙәниәтен, художество ижадын сағылдырҙы.
— Борай районында мәҙәниәткә ҡарата ихлас мөнәсәбәт булдырылған, — тине Зөһрә Рәхмәтуллина. — Әле төбәктә район мәҙәниәт йортоноң 36 филиалы, китапханалар системаһы, сәнғәт мәктәбе эшләй. “Халыҡ” һәм “өлгөлө” исемдәренә лайыҡ булған 16 коллектив бар. “Дуҫлыҡ”, “Эдельвейс”, “Ынйы” бейеү ансамблдәре халыҡ-ара, Рәсәй, республика бәйгеләрендә алдынғылыҡты яулаған.
Район ҡаҙнаһынан сәхнә кейемдәре, музыка ҡоралдары, башҡа кәрәк-яраҡ һатып алыу, китапхана фондын тулыландырыу өсөн байтаҡ аҡса бүленә. Былтыр Борай районында мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү программаһы ҡабул ителгән.


Вернуться назад