Һарыҡ05.02.2014
Көн кискә һарҡты. Әммә участковый һаман күренмәне. Был шартларҙай булып тиреһенә һыйыша алмай йөрөгән Ғәбделдең асыуын ҡабартты ғына. Йоҡлап киткәнсе бер үк нәмәне өҙмәне лә ҡуйманы. Берсә әбейен игәне, берсә милиционерҙарҙы “беште”.
– Тауыҡбаш! Нимә тип кенә шунда барҙың!
Иртәгәһен көндөҙ генә пәйҙә булды ул. Ғәбдел менән Шәмсинур, ауыр бер эштән ҡотолған кеүек, еңел һулап ҡуйҙы. Ауыл кешеләресә генә ихласлыҡ менән Шәмсинур әбейҙең:
– Иҫән-аман йөрөшмө, балаҡайым? Анау хәтлем юлдан даңғырлап килеп ҡорһағың асҡандыр, әйҙә, сәй эсеп алайыҡ, – тиеүен, өлтөрәп йөрөп табын әҙерләүен власть вәкиле әллә ишетте, әллә юҡ.
– Апай, минең сәйләп ултырырға ваҡыт юҡ, уйнап йөрөмәйем. Әйҙәгеҙ, тәүҙә һарайығыҙҙы ҡарайыҡ, бурҙың эҙен алайыҡ, – тине ҡоро ғына. Унан сумаҙан һымаҡ нәмәһенән әллә ниндәй аппаратын килтереп сығарҙы.
– Һарығығыҙҙы ҡайҙан алып сыҡҡандар?
– Ошо һарайҙан.
– Ҡайҙан ингәндәр?
– Ишектән инде. – Шәмсинур апай һарайының ишеген күрһәтте.
– Бында мин емерелгән урын күрмәйем, – тине, ғәжәпләнеп, милиционер.
– Кисә яңынан эшләп ҡуйҙым бит, – тип яуапланы бабайы.
– Нисек инде яңынан? – Участковый, әллә һин бөтөнләй иҫәрһеңме тигәндәй, аптырап бабайға төбәлде. – Мин һеҙҙең хатта һарығығыҙ булыуға шикләнә башланым. Нисек инде ул, тиҙәге юҡ, фотоһы юҡ. Был ниткән эш? – Милиционер берсә йорт хужаһына, берсә хужабикәгә ғәжәпләнеп ҡараны. – Һеҙҙең был эшегеҙ үҙегеҙгә ҡарата шик тыуҙыра. Ишекте яңынан эшләгәнһегеҙ, һарай эсен вис йыйыштырып алғанһығыҙ. Бында что-то не то. Эҙен ҡырып-һепереп алып бөткәнһегеҙ. Бәлки, һеҙҙең һарығығыҙ бөтөнләй булмаған, бәлки, бабайығыҙ берәй яҡҡа осорғандыр.
– Ниңә һарығыбыҙ булмаһын ти! Һеҙ нимә? – Милиционерҙың бындай мөнәсәбәтен көтмәгән Шәмсинур әбей тағы бик күп һөйләр ине лә, участковый уны бүлде:
– Етте! Бында мин һеҙҙең әкиәтте тыңлар өсөн килмәнем.
Участковый бабайға өйгә инергә ҡушты.
– Беҙҙең һөйләшкәнде тыңлайһы булма! Ишетһең ҡолағың! Уның өсөн махсус статья бар, – тип иҫкәртеп алырға ла онотманы. Унан әбейгә ҡарап:
– Смәтри, дөрөҫөн һөйләгеҙ, әтеүһә, ялғанды һөйләгән өсөн дә беҙҙә хөкөм ҡаты, тине. – Һарығыңды көтөүҙән үҙең ҡаршы алып, һарайға үҙең яптым, тиһең инде, ә?
– Шулай, шулай.
– Яңылышмайһыңмы? Мужыт сит кешенекен индереп бикләп, улар һеҙгә әйтеп-нитеп тормай кире алып сығып киткәндер?
– Атаҡ, үҙемдең малымды үҙем танымаҫҡа әллә! – Шәмсинур ғәжәпләнеп китте. – Тыуып, аҙна үтәме-юҡмы, бәрәстәремдең уң ҡолағына башҡа берәүҙекенә оҡшамаған ин һалам бит.
– Бәлки, кисә, унан алда ла һарығығыҙ бөтөнләй ҡайтмағандыр, бәлки, һеҙ башҡа ваҡыт менән бутайһығыҙҙыр?
– Бәсәк, бәсәк, нисек буталайым, ти. – Шәмсинур әбей аптырауынан тороп уҡ баҫты. – Аҡылым теүәл әле минең. Алтмыш йәштә үк алйып йөрөргә ней. Әсәйем туҡһанында ла үҙ аҡылында булды.
– Мужывит ирегеҙ шым ғына берәйһенә осорғандыр? Ҡайһы берәүҙәрҙең шундай ғәҙәте була торған, аҙаҡ йөрөйҙәр әҙәм башын ҡатырып.
– Һеҙ ҡыҙыҡ ҡына, ни өсөн үҙенең малы үҙе урлаһын, ти.
Участковый унан йорт хужаһын саҡырҙы.
– Ҡатынығыҙ һеҙҙән шикләнә...
– Нимәне? – Ирҙең шулай тип һорауына тәртип һаҡсыһының күҙҙәрендә зәһәр осҡондар сәсрәне.
– Ағай, башығыҙҙы иҫәргә һалмағыҙ! Һарығығыҙҙың юғалыуын ҡатынығыҙ һеҙҙән күрә...
– Нисек инде минән? Үҙ малымды үҙем урлай буламмы? – Бабай ҡойолдо ла төштө. Ғәжәпләнеүҙән бер талай телһеҙ ҡалғандай булды. Шулай ҙа үҙен тиҙ ҡулға алды. Ошо йәшенә етеп уға бындай ҙа нахаҡ ғәйеп ташлағандары юҡ ине. Тәртип һаҡсыһы йомшарғандай итте. Йөҙөндә йылмайыу сатҡылары күренде.
– Ағай, бына нимә, беләһегеҙме, донъя булғас, төрлө хәлдәр осрай, дөрөҫөн генә һөйләгеҙ ҙә бирегеҙ. Дүрт аяҡлы ат та һөрлөгә, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Ана күҙҙәрегеҙ үк мутлашыуығыҙ тураһында һөйләп тора. Беҙҙә закон үҙ ғәйебен танығандарға ташлама яһай.
– Һеҙ ҡайһылай ҡыҙыҡ! – Ир бер үк һүҙҙе тылҡыны. – Ни өсөн мин үҙемдең малымды үҙем урлайым, ти. Бына ғәжәп!
– Һеҙ шулаймы әле, власть вәкилен шулай алдарға маташаһығыҙмы? – Участковый «енәйәтсенең» баш осонда ҡулындағы дубинкаһын тегеләй-былай уйнатты.
Бер үк нәмәне әйләндереп-тулғандырып ҡырҡ тапҡыр һорау алыу, яуап биреү оҙон көн буйы дауам итте. Унан участковый Шәмсинур менән Ғәбделде эйәртеп, ауыл урамы буйлап сығып китте. Юлда осраған ир-атҡа төрлө урында төрлөсә һорау яуҙырҙы:
– Һарыҡты ҡайҙа ҡуйҙығыҙ? Кемгә һаттығыҙ?
– Күреп торғандар.
– Һеҙҙең генә эшегеҙ, тиҙәр.
– Һыйлы саҡта признаватса итегеҙ. Енәйәтегеҙ фашланһа, үҙегеҙгә хужы буласаҡ...
Көтөүгә барып, саңлауҙа әлһерәп ятҡан һарыҡтарҙы берәм-һәрәм төрткөләп ҡарап, өркөтөп бөттөләр. Көн кискә һарҡҡанда ғына ҡайтыр юлға ыңғайлаған участковый, Ғәбдел менән Шәмсинурға ҡарап:
– Повестка алыу менән тып итеп район үҙәгенә килеп етәһегеҙ! Закон шулай ҡуша! – тине.
Көн буйы бесән сапҡанда ла былай уҡ арманһыҙ булып арымаған хужа күтәрмәгә барып ултырып, иркен тын алды. Шул мәл ҡапыл тирә-яҡ дөм ҡараңғылыҡҡа сумғандай булды. Ғәбдел бабай күк йөҙөнә ҡарағайны, ах итте, бөтә донъяны ҡара болот ҡаплап алғайны. Биш минут самаһы үттеме-юҡмы, күк күкрәп, шаулатып ямғыр ҡойорға тотонмаһынмы!
– Килештерҙе! Былай булғас, бесән әҙерләнек! – Бабай асырғанып әйтте был һүҙҙе. Башҡа бер бәлә генә булды бит был һарыҡ. Бүтәнсә шул мәхлүкте аҫраһаммы!
Ни тиклем генә арымаһындар, тиҙ генә әүен баҙарына китә алманы улар. Бер әйләнделәр, бер тулғандылар. Күҙҙәрен йомоуҙары була, берсә һарыҡтар мөңрәшә, берсә йәмрәйгән милиционерҙар таяҡтарын болғай-болғай һорау ала. Таң алдынан ғына серемгә киткән хужалар йәнә һаташты. Имеш, һарыҡтары һис юғалмаған икән, ә көтөүҙә аҙашып ҡалған да үрсеп китеп бөтә донъяға тулған. Тора-бара шул һарыҡтар милиционерҙарға әүерелде лә китте…
Бер нисә көндән Шәмсинур әбей менән Ғәбдел бабайға йәнә саҡырыу ҡағыҙы килде…


Вернуться назад