Зөфәр ВӘЛИТ05.02.2014
Мин үҙ иттем
Ышанығыҙ февраль буранына,
Бер яуыз уй юҡтыр уйында...
Рәми Ғарипов.
Мин үҙ иттем ошо бурандарҙы,
Тыуғанғалыр февраль айында.
Ул бурандар — минең күңелемдә,
Ул бурандар — йөрәк майымда.
Заманымдың әсе юшҡындары
Ултырһа ла йөрәк майыма,
Миҙгелдәрҙең матурлығын йыйып
Йәнә килдем февраль айына.
Уның мине ебәргеһе килмәй,
Ебәргеһе килмәй үҙенән...
Һәм ул мине, бер саҡ алып ҡасып,
Йәшерер кеүек донъя күҙенән.
Енисей Саян улы
Саян тауҙарынан сығып,
Ҡалаларҙы һуғара.
Тайгаларҙы ярып үтә,
Тундраларҙан юл яра... Һыуы теште ҡамаштыра,
Таҙалығы көмөштәй.
Меңәр саҡрым юл үтә ул
Үҙһүҙле бер еңмештәй...
Уның йәне диңгеҙҙәр һәм
Океан менән тоташҡан.
Ул мине лә, үҙенә әйҙәп,
Ҡойондорғайны баштан...
Ҡосағына сумғандарҙың
Зиһендәрен аса ул.
Ҡырыҫ төньяҡ батырылай
Күҙ алдына баҫа ул... Мәңгелек туң ерҙәр аша,
Хәтәр шом менән тулы
Боҙло океанға елә
Енисей Саян улы...
Саҡырыу
Иҫке театр тирәләй
Теҙелгәндәр фонарҙар.
Был буранда ғашиҡтарға
Улар нисек ҡарарҙар?..
Таныш театр янына
Саҡырам һине яңынан.
Икәү балҡып бер үтәйек
Шул фонарҙар янынан.
Элеккеләй ике ғашиҡ
Өй(ө)рөләйек буранда.
Бындай мәлдә тик ғашиҡтар
Йөрөй бит ул урамда.
Асыуыңды ҡулға ал да
Сыҡ әле, сыҡ урамға!
Тәҙрәңә баҡ, мин бит һине
Көтөп торам буранда...
* * *
Иңдәреңә, шарлауыҡтай,
Ағып төшә сәстәрең.
Шунда сағылғандай була
Ҡояшлы күҙ йәштәрем.
Сағылғандай йыуанысым,
Сағылғандай һағышым...
Бөгөн ситтән генә ҡарап
Торҙом улар ағышын.
Майҙанда
Елдәр иҫә, ыжғыр елдәр,
Тынды ҡура һалҡыны.
Ер күңелен йылыталмай
Фани донъя ялҡыны.
Майҙан һайын һәйкәл тора
Хаким үҙһүҙлегенә...
Һәйкәл ҡуйып йөрөй ваҡыт
Ерҙең түҙемлегенә.
Эпизод
Ҡарға, ҡоҙғондар талаша,
Һайрар ҡошсоҡтар боҫҡан...
Тәбиғәткә Хоҙай үҙе
Түҙеп йәшәргә ҡушҡан.
Түҙемлектең дә сиге бар,
Ул сик инде күренә...
Ситлектәге тутыйғоштар
Төк(ө)рөк сәсеп һүгенә.
***
Яуызлыҡ сикһеҙ булһа ла,
Сик ҡуйып була уға.
Яуызлыҡ эшләүсенең дә
Һуңғы сәғәте һуға.
Ләкин унан бер ни ҡалмай,
Ҡалһа, ҡала ҡәбере.
Тик уның да был донъяла
Булмаясаҡ ҡәҙере.
Ярай әле яҙҙар бар!
Яҙһыҙ йәшәй аламы һуң кеше,
Ярай әле ерҙә яҙҙар бар!
Шуғалыр ҙа туңған күңелдәрҙе
Иретерлек яҡты наҙҙар бар.
Яҙҙар өсөн генә йәшәрлек бит,
Янырлыҡ бит ғүмер буйына,
Яҙ тыуҙыра яңы тереклекте
Һәм саҡыра тыуым туйына.
Эй, яҙҙарҙың шатлыҡ-ҡыуанысы
Йыл буйына китмәй хәтерҙән!
Ҡайғы-хәсрәт килгән саҡтарҙа ла
Моңландырып тама бәғерҙән...
Кем ҡояшҡа йөҙөн бормай икән
Миҙгелдәрҙең нурлы таңында?
Мин йәшәйем, ҡырыҫ ҡыштарҙа ла
Яҙҙарымдың наҙы һағында.