"Башҡортостан" гәзитен көн һайын йөрәкһеп көтөп алам, сөнки ул — зарури моңдашым, рухи ҡояшым. Әйткәндәй, байтаҡ ҡына йыл мин дә "Совет Башҡортостаны" гәзите редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләнем.
Редакциябыҙ Карл Маркс урамының 25-се йортонда урынлашҡайны. Эш бүлмәбеҙ шул бинаның өҫкө ҡатында ине. Аҫҡы ҡатты тотошлайы менән типография биләп алғайны. Уның оҙаҡ файҙаланыуҙан иҫкереп бөткән машиналары тәүлектәр буйы тумыртҡа һымаҡ туҡылдай торғайны. Заманалар ауыр булыуға ҡарамаҫтан, гәзиттәр ваҡытында сыҡты. Хөрмәтле баш мөхәрриребеҙ Ғаффан Ғафаровтан алып редакцияның барлыҡ хеҙмәткәрҙәре эш һөйөүсән, уңған булды. Мин дә үҙ-үҙемде аяманым, эшемде мауығып башҡарҙым.
Гәзиткә уҡымлы материалдар ойошторорға ла, йәйен-ҡышын юл йөрөүгә лә әүәҫ булдым. Республикабыҙҙы иңенән буйына айҡап сыҡтым. Сәфәрҙәремдең һөҙөмтәһе итеп хеҙмәт ҡаһармандарына, замандаштарға арналған мәҡәләләр, һүрәтләмәләр, очерктар баҫтырҙым. Яҙышҡан һайын ҡәләмем нығыраҡ сарланды. Бәғзе ваҡыт хатта ҡәләм тирбәтә-тирбәтә ҡулдарым талды. Улай ғынамы һуң, тынғыһыҙ ғүмеремдең бер өлөшө ошо редакцияла ҡалды.
Һаумы, Мәскәү!
Тыуған ил йөрәге,
Һаумы, һаумы, данлы ҡалабыҙ.
Мәғрур Уралда ла һинең менән
Беҙ бит бергә һулыш алабыҙ.
Баш ҡалабыҙ,
алып килдек һиңә
Халҡыбыҙҙың ҡайнар һөйөүен.
Ҡулын күкрәгенә ҡуйып,
сәләм биреп,
Уның һиңә "рәхмәт" тиеүен.
Был юлдар 1955 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған Башҡорт совет әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыу тәьҫирендә тыуғайны. Унан ҡайтҡас, тотош шиғырҙар шәлкеме ижад иттем. Һәм ул 1956 йылда баҫылып сыҡҡан "Тыуған ер" китабында донъя күрҙе. Ул шиғырҙар илһамлы йәш йөрәктә башҡорт иленең әҙәбиәтенә һәм сәнғәтенә баш ҡаланың күрһәткән ҙур хөрмәте һәм ихтирамына яуап булараҡ тыуған ижад емештәре ине. Был декадаға мин йәш шағир, шулай уҡ "Совет Башҡортостаны" (хәҙерге "Башҡортостан") гәзите хәбәрсеһе булараҡ барғайным.
Республикабыҙҙан килгән бөтә журналистар декада барышы тураһында телефон аша хәбәрҙәр ебәреп торҙоҡ. Һис ҡасан да онотолмаҫлыҡ йырлы ла, йәйғорло ла минуттар кисерҙек беҙ ошо илаһи, мөғжизәле мәлдәрҙә. Эйе, бөтә булмышым, яҙмышым "Башҡортостан" гәзите редакцияһына айырылғыһыҙ булып бәйләнгән. Йәш сағымдан уҡ күңелем менән уға ынтылдым. Тимәк, "Башҡортостан" гәзитенең бай тарихында минең дә үҙ урыным, һуҡмағым, моңом бар.
Ә инде бына был һүҙҙәремде айырата баҫым яһап әйтмәксемен. Әҙәбиәтебеҙгә быуын-быуын булып килгән йәш таланттар, исем-шәрифе бөтә илгә билдәле булған олуғ яҙыусылар, абруйлы журналистар менән дә яҡшы мөнәсәбәттә булдым. Остаздарымдан күп нәмәгә өйрәндем, уларҙан фатиха алдым. Ошо миһырбанлы ҡәләмдәштәремә, мөхәррирҙәремә, "Башҡортостан" гәзите редакцияһы коллективына ғүмерем буйына рәхмәтлемен. Ҡайнар рәхмәттәрем минең йөрәк моңдарымда яңғыраһын!
Яратҡан гәзитемә Эй, зауыҡлы,
Эй, иманлы "Башҡортостан",
Һин яҡтырттың беҙҙең зиһен-
уйыбыҙҙы.
Шиғриәттең усағында баҙратырға
Йөрәктәрҙә һин ҡабыҙҙың шиғри
ҡуҙҙы.
Хаҡлыҡ даулап яуға сыҡҡан
баһадирҙай,
Хәҡиҡәтте яҡлап ҡыйыу
көрәшәһең,
Халҡың менән бөтәһен дә
бәйнә-бәйнә
Ҡап уртаға һалып
ихлас һөйләшәһең.
Өлгөрбайың шундай өлгөр,
шундай һиҙгер,
"Һә" тигәнсә тирә-йүнде байҡап ала,
Янъялсыны,
елғыуарҙы эләктереп,
Пыр туҙҙырып,
тетмәләрен тетеп һала.
Тапҡыр һүҙле,
йор сәсән һин, "Башҡортостан",
Дәрт ҡеүәһе өҫтәй аҫыл
фекерҙәрең,
Гүйә, тормош серен
тәрән төшөнөргә
Һин һуҙаһың беҙгә
белем күперҙәрен.
Ҡурҡытыуҙар һәм янауҙар
ябырылһа ла,
Бирешмәнең хакимдарҙар
баҫымына,
Изге эшең менән һәр саҡ
тоғро булдың
Ғорур милләтемдең милли
асылына!
Эй, зауыҡлы,
эй, иманлы "Башҡортостан"!
Һиндә тибрәй ил халҡының
саф моңдары,
Дәүерендә һинең һәр бер хәрефеңә
Һеңеп ҡалды беҙҙең йәшлек
осҡондары!
Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ,
Башҡортостандың
халыҡ шағиры.