Кешелекле матурлыҡ05.02.2014
Кешелекле матурлыҡӘйткән һүҙеңә, һайлаған маҡсатыңа, ҡәләмдәш дуҫтарыңа тоғро ҡалыу ижадсы өсөн иң кәрәкле сифаттарҙан. Зөфәр Вәлит әйтмешләй, "Кеше холҡо үҙгәрмәй ул, ләкин бик шәп сарлана". Шағирҙың да һүҙе сарлана, оҫталығы арта. Әммә тормоштоң сарында үткерләнеү урынына үҙенең матур асылын юғалтып, ҡыйралған ижади яҙмыштар ҙа бар бит.
Зөфәр Вәлиттең тормошонда ла ауыр саҡтар, төрлө ҡаршылыҡтар аҙ булманы. Уларҙы шағир ир-егеттәрсә еңә алды. Юғары ижади маҡсаттарына ла, рухташ, фекерҙәш дуҫтарына ла тоғро ҡалды.
"Мин дә һоҡланып йәшәйем кешелекле матурлыҡҡа" — шағирҙың был һүҙҙәре бик мәғәнәле. Матурлыҡ та, батырлыҡ та, һәләт тә иң элек кешелекле, ихлас булырға тейеш. "Хәтер бигерәк ҡурҡыныс, әгәр аҡыл булмаһа" — ошо ике юллыҡ шиғырында ла Зөфәр Вәлит бик хаҡлы талап ҡуя.
Кеше күңелен ағыулаусы, ҙур тормошҡа аяҡ баҫырға тырышыусы йәштәрҙең рухын һындырыусы, иманды емереүсе, үҙҙәре һаман да матурлыҡҡа дәғүә итеүсе ялтырауыҡ биҙәктәр, ҡотортҡос һүҙҙәр бөгөн төрлө яҡтан — ерҙән дә, күктән дә аҙым һайын һағалап тора. Әхлаҡлы аҡыл яҡты рухиәт менән генә кешене юғарыға әйҙәй ала. Ошо сифаттарҙан яҙһа, аҡыл һәм хәтер ҡурҡыныс көскә, емергес дәһшәткә әйләнә.
Ҡыҫҡа ғына шиғри юлдарында Зөфәр Вәлит заманыбыҙҙың ошондай хәүефле яҡтары тураһында иҫкәртә. Бөгөн үҙенең 65 йәшен яңынан-яңы ихлас шиғырҙар менән ҡаршылаусы Зөфәр ҡәләмдәшем һәр ваҡыттағыса кешелекле матурлыҡҡа һоҡланып, аҡыллы, иманлы хәтерҙе яҡлап йәшәй, ошондай ынтылыштар менән ижад итә.
Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың
халыҡ шағиры.


Вернуться назад