Башҡорт малайы Саша05.02.2014
Муса Ғайса улы Билалов Мәскәүҙән буш вәғәҙәләр тейәп ҡайтты. Щелкунов А. Матросовтың документтарын ҡалдырған кешеһен һаман тапмаған икән. Әммә өмөттө лә өҙҙөрмәгән, һаман да шул, табырбыҙ, хәбәр итербеҙ, тип вәғәҙә итеп ҡалған. Был мәшәҡәттәрҙән бер нимә лә килеп сыҡмаҫ, ахырыһы.
Билалов Шкардаревичтың фатирын да эҙләп тапҡан. Үҙе юҡтың — күҙе юҡ, тиҙәр. Килене генә ишекте асып, яҙыусының хәҙер бер нәмәһе лә юҡ, тигән. Ҡайҙа иткәндәрен белмәй. Ҡыҙғаныс хәл, әлбиттә, кеше ғүмер баҡый яҙышҡан, эҙләнгән, хәҙер килеп, бер киҫәк ҡағыҙы ла табылмаһын, имеш.
Иң яҡшыһы — Матросовтың таныштарын эҙләүҙе дауам иттереү. Хәҙер Салауат ҡалаһына, Рәжәп Сәйфетдиновҡа барып ҡайтырға кәрәк. Юлға сығырға торғанда, бер дуҫым менән шундай һөйләшеү булды.
— Һинең йыйған факттарың инде көрәк менән көрәрлек, һаман туҡтарға уйламайһың, — тине ул. — Бәлки, етер, ә?
— Йыйған нәмәләрҙең бер кәмселеге бар шул: бер туған кеүектәр.
— Һуң шулай булыуы шәп!
— Бер төп нәмә етешмәй. Бер иш факттарҙы йыйыуымдың сәбәбе лә шунда: бәлки, арала шул иң мөһим нәмә килеп сығыр, тим? Тотош бер еп төҫмөрләнде һымаҡ. Тик икеме-өсмө өҙөгө бар. Шуны нисек ялғарға? Һәм, ғөмүмән, ялғанырмы икән ул өҙөктәр?
— Нисауа. Осона сығырһың әле, — тип тынысландырҙы дуҫым.
— Сыға алмаһам да, табыштар юғалмаҫ, тип уйлайым. Бәлки, һуңынан берәйһе дауам итер...
Рәжәп Сәйфетдинов хаҡында күптән әйтә киләләр ине, тик адресын онотҡайнылар. Аллаһемәгә сығып киттем. Балалар баҡсаһында эшләгән һеңлеһе тиҙ табылды, һәм бына ул, мөдиренән рөхсәт һорап, балаларын ҡалдырҙы ла, мине автобусҡа ултыртып, әллә ҡайҙа йәһәннәмгә алып китте. Ярай әле, был эҙәрмәнлек эше ҡаршылыҡтарҙан ғына тормай, аҙым һайын ихлас, яҡшы күңелле кешеләр осрай. Улар йөҙ ҙә һытмай, бер һүҙһеҙ ярҙам итә. Шуны күреп, изгелеккә изгелек менән яуап ҡайтарғы килә.
Рәжәп ағай өйҙә юҡ ине. (Был ветерандар һис өйҙә ултырмай икән!) Һеңлеһе мине еңгәһенә төкәне лә кире эшенә ашыҡты. Мин ағайҙы урамда көтөргә булдым. Оҙаҡ йөрөнөм: яндан кемдәрҙер үтә, шуларҙың ҡайһыһы Сәйфетдинов булыр? Ниһайәт, асыулы йөҙлө, үтә ялбыр ҡашлы бер әҙәм, яй ғына баҫып, мин һағалаған подъезға инеп юғалды. Мин — уның артынан.
— Һеҙ Рәжәп ағай түгелме? Һеҙгә Өфөнән йомош менән килгәйнем.
Күтәрмәнең әллә нисәнсе баҫҡысына менеп өлгөргән асыулы ағай, юғарынан аҫҡа табан һөҙөп ҡараны ла, теләр-теләмәҫ кенә:
— Эйе, мин, — тине һәм ишеген асты. Ҡунаҡты ла эйәртте. Ә уның ниндәй хәстәрҙәр менән йөрөгәнен ишеткәс, бөтөнләй өндәшмәҫ булды һәм, бартамлаған һымаҡ, кешене ишек төбөндә ҡалдырып, үҙе эскә үтте лә китте. Кешегә бик ярҙамсыл, әллә кемдәргә фатир ҙа алып биреште, тигән был кешенең журналист халҡына шулай һырты менәнерәк тороуының ғилләһен һуңыраҡ ҡына аңланым. Баҡһаң, ул А. Матросовтың асылда кем икәнлеген һуғыш үтеү менән үк еткерергә тырышып йөрөгән. Ошо маҡсат менән Өфөгә юлланған. Баш ҡала урамында бер таныш журналист һәм яҙыусыны осратып, ресторанға инә ҡуйғандар, һәм шунда әҙиптәр ни өсөндөр уның дәртен һүрелткән, ниәтенә кире төшөп, ҡайтарып ебәргәндәр. Бына шулай ҙа була икән.
Сәйфетдиновтың хәтере ҡалған, шунан бирле был хаҡта һөйләп ултырыуҙы файҙаһыҙ һанай ине булһа кәрәк. Һәр хәлдә, уның бик йәйелеп китеп гәпләшкеһе килмәне. Шулай ҙа һуҙып-тартып булһа ла, һорауҙарға яуап бирергә мәжбүр булды ағайым. Бөтә һөйләшеүҙе ялғап һалғанда, ул бына нимәгә ҡайтып ҡала ине:
— Мин ЦПР-ға (балалар ҡабул итеү үҙәк пункты. — Авт.) ике тапҡыр барып эләктем. Береһе — 1941, икенсеһе 1942 йылда. Башта Өфөнөң Пионер урамында йәшәнек, һуңынан, 1941 йылдың көҙөндә, яңы йорт һалынғас, арыраҡ, урманға күсерҙеләр. Икеһендә лә Матросов бар ине. Ул тәрбиәсе түгел, ә һигеҙ-туғыҙ активистан торған төркөмдә старший ине.
“Былары Колпаков һөйләгәндәр менән тап килә”, — тип, ҡолаҡҡа киртеп ҡуйҙым.
— Тәрбиәселәр күберәк ҡатын-ҡыҙ булғас, тәртип һаҡлауҙы тулыһынса шул малайҙарға — “кодла”ға — йөкмәтеп ҡуйҙылар. Улар ашарға ла, эсергә лә тапты.
“Ышандыра бит был. Аҙыҡ-түлек наҡыҫ булғанлығы, уны үҫмерҙәрҙең үҙҙәре эҙләүе лә, ошо эштә бер-береһенә ҡатылыҡ күрһәтеүҙәре лә билдәле”.
— Матросовтың кличкаһы “Шурик-машинист” булды, сөнки уны ҡасҡан малайҙарҙы тоторға сығарып йөрөттөләр. Уны Силәбе, Ҡазан, Һамар, Кинель, Ырымбур һәм яҡын-тирәләге башҡа бөтә станцияларҙа ла белделәр. Милицияға түгел, күберәк уға ышаныс белдерәләр ине.
“Бик ҙурланы ағай, былай булғас, Матросовты!”
— Мин Сашаны тәү тапҡыр Быҙаулыҡта осраттым.
— Ә уның ул икәнен ҡайҙан белдегеҙ?
— Һуң, белмәй... Беҙ “щипач” инек бит инде. Күҙ осҡорланып китә. Кемдең ҡаршыға килгәнен шунда уҡ һиҙеп алаһың.
— Нисек ҡарайһығыҙ, уны Днепропетровскиҙа тыуған тигән һүҙгә?
— Унда булғанмы ул, юҡмы, әйтә алмайым. Дөрөҫөрәге, булмағандыр. Ул беҙҙең яҡтың малайы ине.
— Исеме тураһында ни әйтерһегеҙ?
— Үҙ исемен йәшерҙе шикелле. Быға аптырарға кәрәкмәй. Минең үҙемдең дә әллә нисә исем ине. Әллә 90, әллә 100. Һин Иванов та, Петров һәм Сидоров та. Сафҡа теҙгәс, кемгәлер ҡысҡыралар ҙа ҡысҡыралар. Берәү ҙә өндәшмәй. Баҡһаң, һине эҙләйҙәр икән. Ә һин үҙ исемеңде онотҡанһың... Ниндәй генә фамилия менән йөрөмәнек беҙ! Ана, Баҡыев Хәмзә...
— “Дудочкамы”? — тип һораным, Учалылағы Ғариф Халиҡовтың әйткәнен иҫкә төшөрөп.
— Эйе. Ул Бакланов фамилияһын алды.
“Дудочка”ны мотлаҡ күрергә кәрәк”, тигән уй килде.
— Сашаның милләте кем ине, Рәжәп ағай?
— Русса һупалай алмаған башҡорт, татар малайҙарына башҡортсалап саҡ-саҡ татар акценты менән ирешеп ебәрә торғайны.
— Типтәрсә әллә?
— Юҡ. Нисектер икенсерәк. “Ҡ” урынына “к” хәрефе менәнме? — Ағай һис урыҫ егете әйтә алмаған бер нисә һүгенеү һүҙен әйтеп күрһәтте.
— Ә малайҙарға мөнәсәбәте нисек ине? Учалыла Ғариф Халиҡовтан да һорашҡайным. Малайҙарҙы йәлләне, тине ул.
— Йәлләр! Мин үҙем унан бер нисә тапҡыр туҡмалдым. Яратмайым шуның өсөн.
— Ә ниңә туҡманы?
— Күҙҙе асып, йоҡламай ятҡан өсөн, — тине лә Рәжәп ағай, шунда уҡ көлөмһөрәп ҡуйҙы. — Мин үҙем дә алтын түгел инем шул. Ике тапҡыр ҡастым бит. Шулай ҙа күп малайҙар асыу тота ине уға. Бер мәл артынан төштөләр. “Правая рука”һына (урыҫ малайы ине, исемен онотҡанмын) шулай ҙа сәнстеләр...”

(Дауамы бар).


Вернуться назад