ХХII Ҡышҡы Олимпия уйындарына Бөтә Рәсәйҙән йөҙгә яҡын ижади коллектив, шул иҫәптән Күмертауҙың “Контраст” халыҡ бейеү ансамбле юллана.
14 — 20 февралдә ансамбль Олимпиаданың төп дүрт майҙансығында 40 минутлыҡ программа менән сығыш яһай. Ул шулай уҡ башҡа коллективтар менән бергә ижади осрашыуҙарҙа ла ҡатнаша. Сығыш яһаусыларға ярышты күҙәтеү мөмкинлеген биргән көйәрмән паспорты тапшырыла.
Әйткәндәй, “Контраст” халыҡ бейеү ансамбле 1992 йылда балалар хореография мәктәбе нигеҙендә ойошторолған. 1995 йылда уға халыҡ ансамбле исеме бирелгән. Коллективтың етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Светлана Кондратьева.
.