Республикалағы муниципаль берәмектәр араһындағы “Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафоны Бөрө ҡалаһынан Дүртөйлө районына күсте. Сарала мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты.
Район хакимиәте бинаһында Әминә Ивний ҡыҙы граждандарҙы ҡабул итте, ҡалалағы мәҙәни объекттарҙа булды. Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында министр район тормошо, уның үткәне һәм бөгөнгөһө, балалар музыка һәм художество мәктәптәре эшмәкәрлеге менән танышты, уҡытыусылар менән осрашты, В.Н. Горшков исемендәге йәштәр үҙәгендә хеҙмәткәрҙәр менән аралашты, балалар кафеһында булды. Ҡала мәҙәниәт һарайында ойошторолған биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм Мәҙәниәт йылына арналған китап күргәҙмәләре менән танышты.
Артабан Әминә Ивний ҡыҙы Мәҙәниәт йылын асыу тантанаһында ҡатнашты. Унда марафон штандарты Благовещен районына тапшырылды.
Дүртөйлө районына сәфәргә йомғаҡ яһап, Әминә Шафиҡова төбәктәге мәҙәниәт учреждениеларының эшенән, ундағы тәртиптән, яңырыу барышынан, ижади коллективтарҙың эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Был ойошмаларға ул аҡсалата бүләк алыу конкурсында ҡатнашырға, Башҡортостан Президенты грантына проекттар әҙерләргә тәҡдим итте.