“Ҡара Юрға”ны Президент та ҡараны04.02.2014
“Ҡара Юрға”ны Президент та ҡараны
«Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға» мюзиклы (авторы – Таңсулпан Ғарипова, ҡуйыусы режиссеры – Олег Ханов) бына инде бер нисә ай буйына Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә шаулап бара. Белеүебеҙсә, был проект Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булғайны. Спектаклдә ҡатнашҡан артистарҙың сағыу кейеме, төҫтәр байлығы, иң мөһиме – сәхнә оҫталарының бирелеп уйнауы халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Күптән түгел үткән сираттағы тамашаны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡараны.

“Ҡара Юрға”ны Президент та ҡараны«Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклы — ғәжәйеп үҙенсәлекле сәхнә күренеше: бында башҡорт халыҡ йолалары менән хәҙерге заман драматургияһы, музыка, йыр, хореография сәнғәтенең традициялары бер-береһенә үрелеп бара.
“Ҡара Юрға”ны Президент та ҡараныСпектакль башҡорт халыҡ йыры “Ҡара юрға”ның сюжетына нигеҙләнгән. Мюзиклда әҙәм йәнле хайуан Ҡара юрғаның кешеләрҙең бәхете хаҡына ҡылған изгелектәре һүрәтләнә, бында героик әкиәт, социаль-көнкүреш мотивтары, героизм темаһы, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр асыҡ күренә.
«Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» — сағыу һәм романтик, күңелгә үтеп инерлек, моңло спектакль. Күтәренке рух, юмор, махсус музыка, заманса биҙәлеш — быларҙың барыһы ла тамашасыла онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра.


Вернуться назад