Фәнүзә Әбсәләмова — Күгәрсен районының Үрге Мөрсәләй ауылы ҡыҙы. IV класта уҡығанда уҡ шиғырҙар яҙа башлаған. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлап, әле Башҡортостан дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек технологиялары факультетында белем ала.
Бейеүсегә Ниндәй ялҡын дөрләй һиндә,
Ҡайҙан алаһың дәртең?
Тыпыр-тыпыр баҫып үтһәң,
Елп-елп килә йөрәгем.
Буй-һындарың шундай ғорур,
Ҡарашың йәнгә үтә.
Эх, башҡортом бейеүҙәре
Рух орлоҡтарын сәсә!
Күңелдәрем күтәрелә
Бейеү көйөн ишетһәм.
Бейеүсегә дан йырлайым,
Ҡай саҡ хатта көнләшәм.
"Гөлнәзирә", "Зарифа"лар,
"Ҡара тауыҡ", "Еҙ үксә".
Башҡорт көйө, бейеүҙәре,
Башҡорт йыры,
Мең йәшә!
***
Хыял кәмәһендә йөҙәм,
Һине һөйәм, һине һөйәм.
Өҙөлөп-өҙөлөп көтәм һине,
Һаман янам, һаман көйәм.
Баштарымды күккә сөйәм,
Бәхет төшөр, тиеп көтәм.
Тик һин генә һибәһең йәм,
Һине һөйәм, һине һөйәм.
Бәхет күктән төшмәй, беләм,
Был хис ерҙә генә күркәм.
Ҡабатлайым: һине һөйәм
Һәм ҡаршыңа елдәй еләм.
Күккә тейә яҙа түбәм,
Яндарымда бул һин гелән.
Иренеңдән наҙлы үбәм:
Һине һөйәм, һине һөйәм!..
***
Хыялый мин.
Донъям күге зәңгәр,
Ямғырҙары, гүйә, татлы һут.
Йәнем шашҡан,
Осҡон сәсә күҙҙәр,
Йөрәгемдә яна мәңге ут.
Хыялый мин.
Күк ситенән барам,
Устарымда — бәхет киҫәге.
Йәшен атып,
Сатнамаһын ғына
Донъялыҡтың яҡты көмбәҙе.
***
Аҡ ҡар бөртөктәре талғын бейеп,
Һибеләләр күктән ергә.
Күңелем әрней...
Эх, ҡартатай, йөҙ һикһән көн
юҡ һин ерҙә...
Йөҙ һикһән көн...
Һаман ышанмайым, әйтерһең дә,
Бына-бына килеп инерһең.
Барыһын ҡапыл иҫкә төшөрәм дә,
Тертләп ҡуя кескәй йөрәгем.
Ғәфү үтенәм, ҡаты бәғерлелек
Һеңгән, ахыры, минең ҡаныма:
Бар йылыңды бүләк иткәнеңдә,
Арҡа менән баҫтым алдыңа.
Бүтәндәргә һин дә ҡаты булдың,
Беҙҙең өсөн — нурлы ҡартатай.
Ваҡытында шуны аңламаным,
Йөрәккәйем шуға әрней, һыҙлай.
Ғәфү итсе мине, ҡартатай.
***
Ҡашын йыйырып уйға батҡан ҡустым,
Ә мин баҡтым уның йөҙөнә.
Әйтерһең дә, ҡустым түгел, ә мин
Эй, тырышып ниҙер төшөнәм.
Шул уҡ күҙҙәр, шул уҡ хәрәкәттәр —
Уға ҡарап күрәм үҙемде.
Өҙмә, Хоҙай, уны мәрхәмәттән,
Булһын бары оҙон ғүмерле.