Һарыҡ01.02.2014
Саң-туҙанға батып, саҡ килеп етте Шәмсинур район үҙәгенә. Кешенән һораша-һораша эске эштәр бүлеген көскә эҙләп тапты. Тик участка милиционеры икенсе яҡҡа киткәйне. Дежур бүлектәге егет:
– Оҙаҡламай килер, көтөгөҙ, – тине ҡоро ғына.
– Ҡайҙа китте икән?
– Һеҙҙең көнө буйы һуҙылып килгәнде көтһәң, бөтә донъяны енәйәтселәр баҫыр. Ана, күрше ауылда алкаштар берәүҙең өйөнә төшкән. Барҙың – ҡайттың түгел. Бына, үҙегеҙ иртәнән бирле килеп етә алмайһығыҙ. Ә бында һеҙҙең кеүек ялыусылар менән район тулған.
– Мин ғәйеплелер шул. Автауыс булмағас, ни ҡылайым, йүгереп килер ер түгел.
– Һеҙ мең сәбәбен табаһығыҙ инде.
– Уй, Аллаҡайым... – Әбей үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә коридорҙағы эскәмйәгә барып ҡунаҡланы. Унда йәнә бер нисә кеше ултыра ине.
Хәҙер килер тигәне бик оҙаҡҡа һуҙылды. Йөрәкһенеүенән ни эшләргә белмәне Шәмсинур әбей. Бер сәғәт үтте, ике, өс… Бындай мәлдә нисек йәнең сыҙап ултырмаҡ кәрәк. Тегеләй тапанды, былай тапанды. Ихатаға сығып та йөрөштөргөләне. Милиция кейемендәге һәр кемде үҙенеке түгелме икән тип уйланы. Бер нисә тапҡыр дежур милициянан һорашып та ҡараны. Бабайы аптырағандыр инде. Ул бит күрше ауылға тип кенә киткәйне. Аптырағас, йәнә ишек янындағы быяла менән көпләнгән бүлмәгә юлланды.
– Балаҡайым, участкауай һаман юҡ та-һа. Исмаһам, шылтыратып белешһәңсе. Бында күпме көтөп ултырырға була? Беҙҙең дә донъя бар бит. Ҡасан килер икән, ә? – Әбей йөҙөнән үк битарафлыҡ бөркөлөп торған егеткә тилмереп баҡты.
Былай ҙа кәйефһеҙ генә йәмрәйеп ултырған власть вәкиленә был оҡшаманы.
– Ҡайҙан беләйем?! Бында һеҙ генә барҙыр шул. Үҙ әйберегеҙгә үҙегеҙ хужа булмайһығыҙ ҙа аҙаҡ бәлә һалып йөрөйһөгөҙ!
– Хәҙер өс сәғәт үтте бит инде…
– Башҡалар өс сәғәт кенә түгел, көнө буйы көтөп ултыра. – Тәртип һаҡсыһы йәнә ҡырыҫ ҡына яуапланы. Улына йәштәш егеттең шулай тупаҫ ҡыланыуына Шәмсинур әбейҙең хәтере ҡалды. Исмаһам, әҙәмсә һөйләшә лә белмәй бит, хәстрүш, тип уйланы эстән. Үҙҙәренең ауылынан арлы-бирле һигеҙҙе бөтөп, милицияла йөрөгән таныш-тоноштары иҫенә төштө. Береһе лә йүнләп эшләй алманы. Әллә йыйын шундайҙарҙы алалармы икән бында?..
Тағы бер сәғәт самаһы ваҡыт уҙҙы. Көн кискә ауышты. Шул саҡ теге бүлмә эсендәге егет килеп сыҡты.
– Участковый бөгөн булмай, йәнә бер мөһим эш буйынса киткән. Иртәгә килерһегеҙ.
– Иртәгә?
– Эйе, эйе.
– Ай, Аллаҡайым. – Шәмсинур әбей ауыр итеп көрһөндө лә теге егеткә барып ялбарҙы:
– Ҡуй, балаҡайым, бер һарыҡ тип былайтып йонсоп йөрөмәйем. Ҡайтайым да китәйем. Хәҙер бесәнһеҙ ҡалабыҙ бит инде. Бабай ҙа һуҡрана торғандыр. Яман өтөк бит ул.
– Ниндәй ҡайтыу ти ул! – Егеттең тауышы ҡаты сыҡты. – Бына бит һеҙ үҙегеҙ енәйәт ҡылаһығыҙ!
– Ниндәй енәйәт ти, балам? – Ҡатын аптырап милиционерға ҡараны.
– Һеҙҙең һарыҡты урлағандар, ә һеҙ үҙегеҙ шуларҙы йәшерергә маташаһығыҙ. Белгегеҙ килһә, был үҙе енәйәт тип атала. Уның өсөн шундай-шундай статья бар!
– Ай, Аллам! – Әбей йәнә уфтанды. – Юҡҡа ғына бабайымды тыңламаным.
Аҡҡа төшкәнсе буҡҡа төш, тип белмәй әйтмәгән әсәһе, мәрхүмә. Башҡаса был әҙәмгә һүҙ әйтеп тороуҙы кәрәк тапманы ҡатын. Барыһы ла бер сыбыҡтан ҡыуылған икән.
Туғандарына эт арманһыҙы булып барып йығылды Шәмсинур әбей. Арыһа ла, тиҙ генә йоҡлап китә алманы. Төнө буйы һаташып сыҡты. Таң алдынан манма тиргә батып баҫлыҡты. Күҙ алдында берсә һарыҡтар мөңрәште, берсә милиционер, һеҙ үҙегеҙ ғәйепле, тип төкөрөгөн сәсә-сәсә уларҙы әрләй.
Иртәгәһен белгән доғаларын уҡый-уҡый, Хоҙайҙан эшенең тиҙ бөтөүен һорап, йәнә эске эштәр бүлегенә юлланды. Бәхеткә күрә, был юлы участковый урынында ине. Әбейҙең эсенә йылы йүгерҙе.
– Ғариза яҙығыҙ, – тип уның алдына ҡағыҙ һалды. Унан тәфсирләп төпсөнә башланы.
– Һарайығыҙҙан алып сыҡҡандар, тиһегеҙ инде.
– Эйе.
– Кистән үҙегеҙ бикләнегеҙме?
– Эйе.
(Дауамы. Башы 16-сы һанда)