Оҡша, күңелем, тауҙарға01.02.2014
Оҡша, күңелем, тауҙарға

Күкһел тауҙар уйсанланып,
Сумған киске монарға.
Улар уралып ята һымаҡ
Әллә ниндәй моңдарға...

Урал тынын-моңон бирә
Күпме шишмә-йылғаға!
Йырлы-хисле шул тауҙарҙан
Өйрән, күңелем, йырларға.

Тыштан тыныс, күкрәгендә
Вулкан ҡайнай уларҙың.
Сабырлыҡҡа өйрән, күңелем,
Өлгөһөнән тауҙарҙың.

Уралым бай хазинаһын
Йәшерә белә тәрән.
Әй, күңелем, тыйнаҡлыҡҡа
Ошо тауҙарҙан өйрән.

Бында дауыл, йәшен ҡайсаҡ
Ҡаяларҙы ауҙара,
Ләкин тауҙар "ыһ" та итмәй,
...Оҡша, күңелем, тауҙарға.


Йөрәк йәше

Үткәндәрҙе үҙенә йомғаҡ һымаҡ
Йома бара йөрәк-йомарлам.
Күпме яныу, ҡайғы-шатлыҡ ҡала
Уҙған юлдарҙан һәм йылдарҙан.

Тик йәшәүҙе, йәште билдәләмәй
Бары йылдар, һырҙар, сал сәстәр.
Бәғзе азаматтар — Ил ирҙәре
Йәшәйҙәр бит хатта үлгәс тә.

Ағас йәшен генә билдәләйҙәр
Һанап ҡарап божра һандарын.
Кеше йәшен әммә белеп булмай
Һанап ҡына маңлай һырҙарын.

Юл еле лә, йылдар шаңдауы ла
Йөрәккә бит тәүҙә һуғыла.
Тик һуңынан ғына йөҙгә сыға,
Йә әйләнә маңлай һырына.

Моң-һағыштар, һөйөнөс-көйөнөстәр –
Бына ысын йәше йөрәктең. Йәш биргәндә кешегә шуларҙың да
Ғүмерен иҫәпләргә кәрәктер.

Ғүмер оҙонлоғон үлсәгәндә
Йыйырсыҡтар ни ҙә, сәс нимә?!
Кеше ғүмере йөрәк йәше менән –
Янып йәшәү менән үлсәнә!



Тартыу көсө

Ошо һорау сыҡҡас имтиханда,
Хәтеремдә әле, хәтеремдә,
Яуап биргән инем: "Тартыу көсө
Һәр нәмәлә була һәм һәр кемдә..."

Уҡытыусы булып ул саҡ минән
Тормош һорау алған, һынау алған.
Оҙон юлдар үткәс тартыу көсөн
Үҙем аша бөгөн һынап барам.

Тартылыуым арта бара һаман
Төпкилдемә, тыуған яҡтарыма.
Тартылыуым арта кешеләргә,
Йәшнәп йәшәр йәшлек саҡтарыма...

Күктәрҙең дә тартыу көсө барҙыр –
Ғүмер буйы шунда талпынам.
Ғаләм киңлегенә тартылам да
Хыялдарға таба артылам!

Ғашиҡтарҙың тартыу көсө хәтәр –
Ана берәү үҙенә саҡырғандай.
Төн пәрҙәһен йыртып барам, барам!
Күҙ алдарым булды яҡтырғандай...

Һөйгәнемдең тартыу көсөн тойһам,
Йыр тула бит йәнгә, нур тула бит.
Мин тормошҡа яҡынайған һайын
Тормош миңә нығыраҡ тартыла бит.

Тартыу көсө — тәбиғәттең көсө,
Шул ҡөҙрәт хәҙер хистәремдә.
Тартыу көсө әүерелде миндә
Бар донъяны һөйөү көстәренә...



Берәүгә

Был донъяла һин эйәһең
Сифатһыҙ сифаттарға.
Уларҙы, тим, бәйнә-бәйнә
Кәрәкме иҫбатларға?

Мәҫәлән, түрәң алдында
Һин ҡурҡаҡ ҡуян төҫлө.
Ә үҙеңдә эшләүсегә
Арыҫландай һин көслө.

Бәлә килһә һин боландай,
Ҡарайһың алан-йолан.
Кәрәкһә төлкө булаһың,
Кәрәкһә — йылғыр йылан.

Ниҙер бар һиндә айыуҙан,
Бүренән һәм дә эттән.
Кеше тигән сифат ҡына
Юҡ булды һинән күптән.

Һәр нәмәне өҙөп-йолҡоп
Һин алаһың тормоштан.
Сөнки һиңә бының өсөн
Күпме хайуан булышҡан!


Вернуться назад