Тышта — һыуыҡ. Ҡайҙа ҡарама күҙҙе ҡамаштырырлыҡ аҡлыҡ, һулышты иркенәйтерлек паклыҡ һәм сафлыҡ. Бынан нәҡ 75 йыл элек ҡыш миҙгеленең бына шундай сатлама һыуыҡ көнөндә донъяға килгән буласаҡ шағир, Шәрәфетдин малайы Муса — ун беренсе, төпсөк бала. Туймазы районының Төпкилде ауылы бәләкәйҙән үк уны йыр-моң мөхитендә, Туҡай шиғриәте тылсымында тәрбиәләп үҫтерә. Быға ғәжәпләнерлек тә түгел, сөнки был үҙенсәлекле ғаиләлә бөтәһе лә йырлай һәм тальян гармунда уйнай. Шуға ла зирәк малайҙың әҙәби ижадҡа бик иртә тартылыуы тәбиғи хәл, әлбиттә.
Нөгөш буйындағы әрәмәле-туғайлы тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлап, Ҡандрала урта белем алғас, шиғриәт менән етди шөғөлләнеү теләге уны Башҡорт дәүләт университетына алып килә. Студент йылдарынан уҡ "Кызыл таң" гәзитендә эшләй башлай. Унан һуң китап нәшриәтенә мөхәррир итеп күсерәләр. Бер нисә йылдан һуң Муса Сиражиҙы университетҡа уҡытыусылыҡ эшенә саҡыралар.
Артабанғы тормош һәм ижад баҫҡыстары телевидение, "Кызыл таң" гәзитенең ҡушымтаһы "Берҙәмлек" гәзитен сығарыу, халыҡ-ара "Ватан" корпорацияһының шул исемдәге гәзитен ойоштороп, башҡорт, урыҫ, татар телдәрендәге был баҫманың баш мөхәррире булып эшләү, Башҡортостан Яҙыусылар союзында татар әҙиптәренең ижад берекмәһен етәкләү менән бәйле.
1966 йылда тәүге китабын — "Осрашыу" исемле шиғырҙар йыйынтығын сығара. Бер йылдан һуң ВЛКСМ Үҙәк Комитеты һәм СССР Яҙыусылар союзы тарафынан ойошторолған йәш яҙыусылар кәңәшмәһендә ҡатнаша, бында семинар етәкселәренең ҙур баһаһын ала. Муса Сиражи – хәҙер егерменән ашыу шиғри, публицистик һәм тәржемә китаптарының, балаларға тәғәйенләнгән йыйынтыҡтарҙың, байтаҡ телевизион фильм сценарийҙарының авторы. Ул – шулай уҡ бик күп тамаша режиссеры һәм алып барыусыһы ла.
Муса Сиражи үҙенең йырҙары менән дә киң билдәле башҡорт, татар донъяһында. Уның "Әй моңдары", "Һалдаттар булмайҙар билдәһеҙ", "Күҙалмам", "Һөйөү көсө", "Өфөм минең — йырым минең", "Уралдың моңдарына" кеүек әҫәрҙәрен халыҡ үҙенеке итте, яратты.
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, ти халыҡ. Муса Сиражиҙың ижади һәм ижтимағи эшмәкәрлеге лайыҡлы баһа ала килә. Ул – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты. Республиканың Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Муса Сиражиҙы республикала әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та яҡшы беләләр. Ул тиҫтә йыл республика башҡорт һәм татар халыҡтары дуҫлығы йәмғиәтенә етәкселек итте, 15 йыл Башҡортостандың татар мәҙәниәт үҙәге идараһы рәйесе булды. Бер нисә тапҡыр Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы итеп һайланды. Республикабыҙҙа татар телендә китаптар сыға башлау, Яҙыусылар союзында татар әҙиптәренең ижад берекмәһе барлыҡҡа килеү, тәүге тапҡыр "Аҡсарлаҡ" әҙәби альманахын нәшер итеү ҙә Муса Сиражи исеме менән бәйле.
Бәләбәйҙә шаулап-гөрләп үткән шиғриәт һәм дуҫлыҡ фестивалдәре ("Илһам шишмәләре"), Ҡазанда йәшәп ижад иткән яҡташтарыбыҙҙың Нефтекама һәм Өфөлә үткән ижади осрашыуҙары ла туранан-тура Муса Сиражи тырышлығы менән ойошторолдо.
Халыҡты хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү буйынса ла әҙип ҙур, һөҙөмтәле эш алып барҙы. Яуҙа ятып ҡалған яҙыусыларға, Еңеү байрағын тәүге булып Рейхстаг көмбәҙенә ҡаҙаған Ғази Заһитовҡа, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевкә, Чехословакияның милли батыры Даян Мурзинға арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәләрен үткәреүгә лә Муса Сиражи күп көс, тырышлыҡ һалды. Юғары даирәлә эшләгән билдәле шәхестәребеҙҙең береһе шағирҙың ижади һәм ижтимағи эшмәкәрлеген хаҡлы рәүештә гражданлыҡ һәм ижад ҡаһарманлығы тип атаны. Юҡҡамы ни әҙип китаптарының береһен "Йырым һинең хаҡта, Башҡортостан!" тип исемләгән. Был теманы шағир һуңғы йыйынтығында ла бик уңышлы дауам итә. Муса Сиражиҙың "Беҙ — улдары Башҡортостандың" тигән был китабы тулыһынса тыуған республикабыҙға, уның арҙаҡлы улдарына бағышланған. Образлы итеп әйтһәк, шағир мәшһүр ватандаштарына шиғырҙарҙан, поэмаларҙан һәм йырҙарҙан мәғрур һәйкәл ҡойған.
Бына шулай ҡаршылай Муса Сиражи үҙенең 75 йәшен, ижади эшмәкәрлегенә 55 йыл тулыу байрамын. Ҡотло булһын юбилейың, мөхтәрәм шағир!