Мин яратам был тормошто12.01.2012
Мин яратам был тормоштоБик күп рухи ҡомартҡыларҙы һаҡлай был төбәк. Ошо ерҙә йәшәгән һәм үҙ халҡына терәк булған сәсәндәр риүәйәттәрҙә йылы һүҙ менән иҫкә алына. Бигерәк тә халыҡ ижадына өҫтөнлөк бирәләр Европа менән Азия сиктәш булған районда йәшәүсе кешеләр. Башҡорт халыҡ йырҙарын юғары профессиональ кимәлдә башҡарып, уны донъяға танытҡан сәхнә оҫталары ғына ни тора! Учалы районында тыуып үҫеп, башҡорт йыр сәнғәтен яңы бейеклеккә күтәргән шәхес, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Флүрә Килдейәрова хаҡында һүҙем. Ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләүсе сәхнә оҫтаһы менән тормош һәм ижад асылы хаҡында әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.
— Флүрә апай, ваҡыт уҙыуға ҡарамаҫтан, тауышығыҙҙың көсө һис кәмемәй. Бының өсөн Фәриҙә Ҡудашева көн һайын ҡаймаҡ эскән, тиҙәр. Бәлки, һеҙ ҙә ниндәйҙер алым ҡулланаһығыҙҙыр?
— Юҡ. Минең улайтҡаным булманы. Тауыштың һаҡланып килеүе үҙләштерелгән вокаль техникаға бәйлелер. Заманында яҡшы педагог Рима Юлдашбаева-Мусинаның уҡыусыһы булыу бәхете тейҙе. Нәҡ уның вокаль мәктәбен үтеүем хәҙерге ваҡытта тауышымды, тембрымды юғалтмаҫҡа булышлыҡ итә. Икенсе яҡтан, үҙем алып барған педагогик эшмәкәрлектең дә әһәмиәте ҙур. Буласаҡ профессиональ йырсыларға белем биргәндә йырламай тороп булмай бит.
— Репертуарығыҙҙың күпселек өлөшөн халыҡ йырҙары тәшкил итә. Ә бит уны һәр кем дә тейешле кимәлдә башҡара алмай...
— Әгәр моң кешенең күңелендә бар икән, уға бер ни ҙә кәртә була алмай. Ә инде уның ниндәй кимәлдә башҡарылыуы — бүтән мәсьәлә. Йөрәктән йырлаған саҡта күңелеңде бушатаһың, тормоштоң ығы-зығыһын онотаһың. Шатлыҡлы ла, ҡайғылы ла мәлдәрҙә йыр — беҙҙең тоғро юлдашыбыҙ. Балаларым ҡайһы бер саҡта аптырап та ҡуя. “Инәй, ниңә кәйефең бөтһә йырлай башлайһың?” — тиҙәр. Күрәһең, халҡыбыҙҙың йырҙары насар хис-тойғоларҙы, ауыр уйҙарҙы күңелемдән сығара. Ҡыйын ваҡыттарҙа йырлап ебәргәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың, ул үҙенән-үҙе килеп сыға.
Башҡорт халыҡ йырҙары тормошомда һәм ижадымда ифрат ҙур урынды биләй. Ҡыҫҡа ғүмерле, шулай уҡ күңел асыу өсөн башҡарылғандарға һис ҡасан да өҫтөнлөк бирмәнем. Ниңәлер башҡорт йыр сәнғәтенең аҫыл ынйыларынан һуң, ваҡ-төйәк менән эш итке килмәй. Эстрада әҫәренә тотонһам да, тәү сиратта уның мәғәнәһенең тәрәнлегенә, көйөнөң дә отошло икәнлегенә иғтибар итәм.
Халыҡ йырҙарын профессиональ башҡарыусыларға килгәндә, беҙҙе алыштырырлыҡ, күркәм милли сәнғәт традицияларын дауам итерлек йәштәр булыуы ҡыуандыра. Тимәк, башҡорт моңо тынмаясаҡ.
— Башҡортостандың ете мөғжизәһен билдәләгәндә үпкәгеҙҙе белдергәйнегеҙ...
— Эйе. Ул үпкәм әле лә бар. Республикабыҙҙың мөғжизәләре араһында ҡурай һәм оҙон көйгә айырым урын бирелде. Һис шикһеҙ, улар икеһе лә халҡыбыҙҙың ғорурлығы. Ә бит уйлап ҡараһаң, ҡурайҙан тыш оҙон көйҙө күҙ алдына килтереп буламы һуң?! Быуаттар буйына ата-бабаларыбыҙ милләтебеҙгә хас оҙон көйҙө ҡурайҙа уйнаған даһа. Минеңсә, көйһөҙ — ҡурайҙы, ә ҡурайһыҙ оҙон көйҙө күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Әйтер фекеремде аңлағанһығыҙҙыр, ошо ике мөғжизәне лә ҡурай итеп алғанда, башҡорт халыҡ йырына ла урын булыр ине. Төптән уйланылмау арҡаһында ебәрелгән хатаны төҙәтергә кәрәк. Әле лә һуң түгел.
— Ижадта уңыш еңел бирелмәүе һәр кемгә мәғлүм.
— Кешегә был донъяла үрҙәрҙе яулау еңелдән бирелмәй. Тынғыһыҙ эҙләнеүҙәр, камиллыҡҡа ынтылыу ғына төрлө яҡлап үҫеүгә килтерә. Талант үҙе генә уңышҡа илтә алмай. Тормошта ниндәй генә саҡтар булмай! Башыңды түбән эймәҫкә, алға атлауҙан туҡтамаҫҡа кәрәк. Бының өсөн күңелгә ялҡауланырға ирек бирмәү мөһим. Шәхсән үҙемә килгәндә, ошо эҙләнеүҙәр халыҡ йырҙарын башҡарыуҙан операға илтте, һуңынан эстрадала ла мөмкинлектәремде күрһәттем.
— Һеҙгә күп илдәрҙә сығыш яһарға тура килгән. Ундағы тамашасылар халыҡ йырҙарын нисек ҡабул итә?
— Һәр ваҡыт бер ҡыҙыҡ хәлде иҫемә төшөрәм. Азат Айытҡолов менән “Буранбай”ҙы башҡарғайныҡ. Йырлап бөттөм, ҡурай ҙа тынды, тик ниңәлер тамашасылар ҡул сапмай уйға батып тик ултырҙы. Бер аҙҙан үрә баҫып дәррәү алҡышларға тотонмаһындармы?! Эй, зал гөж килде инде. “Буранбай”ҙың шул тиклем хисләндереүен үҙегеҙ беләһегеҙ. Ғөмүмән, халыҡ йырҙарының һәр ҡайһыһы гүйә йыһан менән тоташҡан. Сит ил тамашасылары был бәйләнеште аңлай. Концерттан һуң улар яныңа килеп диск һорай, бигерәк тә ҡурай менән ҡыҙыҡһыналар.
— Һеҙҙең өсөн иң ҙур бәхет нимәлә?
— Бәлки, донъяға килеүем дә үҙе бер бәхеттер (йылмая). Был һорауға аныҡ ҡына яуап биреп булмай. Әсә булыу, балаларыңа наҙыңды өләшеү ҙә бит тормошта иң ҙур бәхет. Яңыраҡ улым мине өләсәй итте. Морат исемле һөйкөмлө ейәнем бар. Уға бишек йырын башҡарғанда, кескәй үҙе лә ниндәйҙер көйҙәр сығарырға маташа. Балаңдың балаһын һөйөү — үҙе ҙур бәхет. Халҡым йырҙарын киләһе быуынға еткерә алыуым да оло ҡыуаныс. Ғөмүмән, был тормоштоң һәр миҙгелен яратам. Уларҙан мин дәрт-дарман, илһам алам. Кем белә, бәлки, минең иң ҙур бәхетем алдалыр!
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ әңгәмәләште.


Вернуться назад