Һиңә биргән инем йөрәкте...31.01.2014
Һин миңә

Минһеҙ башҡа булыр ине
Әлбиттә, һинең яҙмыш.
Һин миңә — тәүге мөхәббәт,
Мин һиңә — иҫке таныш.

Беҙҙең әлеге осрашыу
Йәйге ҡар төҫлө сәйер.
Һин миңә — тапҡан хазина,
Мин һиңә — төшкән хәйер.

Үткәндәр — туҙан аҫтында,
Һәм томанлы киләсәк.
Һин миңә — һауа йотомо,
Мин һиңә — шиңгән сәскә.

Китәһең: һине унда ла
Кемдер көтә торғандыр.
...Һин миңә — сүлдәге ҡойо...
Мин һиңә — ҡышҡы ямғыр...


* * *

Йөрәк ашыҡтыра: “Әйҙә, алға!
Һис ваҡыт юҡ уйлап торорға”.
Аҡыл ҡаршы килә: “Ҡабаланма,
Башта кәрәк бер план ҡорорға”.

“Әйҙә тиҙерәк, ниңә туҡтап ҡалдың?”
“Юҡ, ашыҡма, уйла иң тәүҙә”.
Бына шулай, нишләргә лә белмәй
Баҫып торам тағын: мин — кәүҙә...


* * *
Йәшлек... Иҫтә йөрәк ашҡынғаны,
Күңелдәрҙә хистәр ташҡаны.
Бәхет булһа — сикһеҙ кәрәк ине,
Шатлыҡ булһа — күккә ашҡаны.

Аңлармын тик йылдар уҙғас ҡына,
Тыуып үҫкәс кенә бер быуын:
Бәхетһеҙлек булмау — бәхет булыу,
Ҡайғы булмау шатлыҡ булыуын...


Ҡарасҡы

Тишек бүрек, йыртыҡ бишмәт —
Баҫып тора ҡарасҡы.
Баҡсала ул — төп, баш: сөнки
Ул — ҡарауылсы, һаҡсы.

Ҡоштар — бурҙар ҡарасҡыға
Күнегеп бөткән. Улар
Ҡурҡып, тартынып тормайса
Үҙ эшен башҡаралар.

Тәбиғәт меҫкен һаҡсыны
Әллә ниҙәр эшләтә:
Ҡояш — өтә, ел — тартҡылай,
Ямғырҙар — еүешләтә.

Тора ҡарасҡы, сайҡалып,
Сәйер бер януар төҫлө.
Миңә ҡайһы ваҡыт ниңәлер
Уның... йәне бар төҫлө...


* * *

Ауыр һүҙҙәр әйттең... Йомарт ҡушып
Буяуҙарҙың йәмһеҙ төҫтәрен.
Ҡыҙып һөйләндең дә һәм аҙаҡтан:
“Һин — йөрәкһеҙ”, — тиеп өҫтәнең.

Былар — һинең шәхси фекер. Тормош
Артыҡ хисләнмәҫкә өйрәтте.
Ә йөрәк ни... Иҫеңдәме, бер саҡ
Һиңә биргән инем йөрәкте...


Вернуться назад