Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ!
Һәр төбәктең йөҙөн билдәләгән, уға күркәмлек өҫтәгән тарихи һәм иҫтәлекле урындары була. Ғәҙәттә, олоһо ла, кесеһе лә шунда юл тота, иҫтәлеккә фотоға төшә.
Мәҫәлән, Мәскәү һынлы Мәскәүгә сәфәр ҡылып та, Кремлде һәм Ҡыҙыл майҙанды, Санкт-Петербургта булып та, Эрмитаж менән Ҡышҡы һарайҙы, Сочиға юлланып та, Дендрарий паркын күрмәй ҡайтыу ҡайһылай үкенесле булыр ине. Ә Салауат Юлаев һәйкәле, Халыҡтар дуҫлығы монументы һәм башҡа урындар – Өфөлә йәшәүселәрҙең генә түгел, ҡунаҡтарҙың да яратҡан ере. Бынан тыш, бигүк күҙгә салынып бармаған, әммә үҙенсәлекле архитектуралы йорттарға йәки бүтән иҫтәлекле, тарихи ҡомартҡыларға ла бай баш ҡалабыҙ. Эргәләренән көн дә тиерлек үтеп-һүтеп йөрөһәк тә, ҡайһы бер осраҡта иғтибарыбыҙҙан ситтә лә ҡалдырабыҙ шикелле. Ә уларҙың барыһы ла ҡалабыҙға биҙәк өҫтәүен онотмайыҡ...
Ҡыҫҡаһы, Мәҙәниәт йылы айҡанлы һеҙҙең өсөн "Өфө зирәктәре" конкурсын ойошторорға ҡарар иттек. Әйҙәгеҙ, 2015 йылда ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерләнгән баш ҡалабыҙ менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттырайыҡ, үҙебеҙҙе зирәклектә һынап ҡарайыҡ, дуҫтар!
Ә хәҙер фотоларға күҙ һалығыҙ: уларҙа Өфөнөң ҡайһы мөйөшө сағылыш тапҡан? Хәтерегеҙгә төштөмө? Улайһа, электрон почтабыҙға йәһәт кенә хат яҙып ебәрегеҙ:
[email protected]. Бер нисә һорауға беренсе булып дөрөҫ яуап биргән кеше еңеүселәр исемлегенә индерелә. Улар Ҡала көнөндә, йәғни 12 июндә билдәләнәсәк.