Һайрай ҙа һайрай һандуғас...29.01.2014
Һайрай ҙа һайрай һандуғас...
Бөгөн йыр сәнғәтендә яңынан-яңы исемдәр барлыҡҡа килә. Кесерәк быуындың да сәнғәткә ынтылыуы — шатлыҡлы күренеш. Шулар араһында – үҙенең көй-моңо менән тамашасы мөхәббәтен яулап килгән ун йәшлек Айбулат Ғиләжетдинов. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, Илеш данын таратҡан малай ул! Район мәҙәниәт һарайында уҙған "Яҙғы тамсылар" конкурсында беренсе урынды ала, Борайҙа, Асҡында икенсе урынға лайыҡ була, Ағиҙелдә "Яҙғы тамсылар" конкурсында йәнә беренсе урынды яулай. Октябрьскийҙа иһә ҡурай менән ике тапҡыр III урынды ала.


Айбулат Тыпый ауылында Фиҙәлиә менән Фикус Ғиләжетдиновтарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. III класҡа тиклем тыуған ауылында белем ала, әле — Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияның IV класс уҡыусыһы. Мәктәп йылдарында төрлө мәҙәни сараларҙа, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша, яҡшы уҡый. Йырға һәләт, музыканы тоя белеү балаға атай-әсәһенән киләлер, сөнки улар – йыр-моңға ғашиҡ кешеләр. Ләкин һәләтте үҫтерә белһәң генә ысын талантҡа әүерелә.
— Атаһы Айбулатты 7 йәшендә алып килде. Киләсәктә конкурстарға йөрөтөрлөк баланы күрҙем: асылмаған, әммә тулышып бешкән бөрө. Уны нисек, ҡайһы тарафта асырға? Халыҡ моңонмо, эстрада йырҙарын ғына өйрәтһәм, мәртәбәле конкурстарға барам тиһәң, оҙон көй кәрәк. Мин Айбулатты һынап ҡарарға булдым. Башта еңелерәк йырҙарҙы өйрәтә башланым. Тәүҙә "Яҙғы тамсылар" конкурсына барҙыҡ, "Талант ҡанаттары" халыҡ-ара конкурстарында ҡатнаштыҡ, шунан дәртләнеп киттек, Айбулат та ҡыйыулана төштө. Район сәнғәт мәктәбенә ҡурайға йөрөй башланы. Ҡурай ауаздарын ишетеү менән Айбулатта күп яҡлы талант күрҙем, — ти остазы Рәсилә Басирова.
Былтыр Айбулат Октябрьский ҡалаһында "Ҡурай бәйгеһе" конкурсында лауреат исемен алған, телевизор менән бүләкләнгән, Йылайыр районында ҡурай бәйгеһендә лауреат исемен яулаған. Ҡурайға иһә Раян Ғафаров башланғыс юл һала.
Үҫә бара Айбулат йырҙы, ҡурайҙы ла үҙ итеп ныҡлап шөғөлләнә башлай. Күптән түгел Туймазы ҡалаһында "Оҙон көй" төбәк-ара конкурсы ойошторолоп, унда Рәсәйҙең төрлө яҡтарынан 110 кеше ҡатнаша. Айбулат Ғиләжетдинов, бәйгелә уңышлы сығыш яһап, призлы урын ала. Ул "Уралым", "Абдрахман", "Зөбәйҙә"не гала-концертта йырлай.
— Сәхнәлә ҡаушамаҫҡа, үҙеңде нисек тоторға өйрәтте Рәсилә апай. Мин уға бик рәхмәтлемен, — ти йәш йырсы.
Киләсәктә лә Айбулат Ғиләжетдиновҡа яңынан-яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ.

Элена ҒИЛМУЛЛИНА.



Альвира Миңлебаева, Айбулаттың класс етәксеһе:

— Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияның йәш таланттарҙы үҫтереүҙә әһәмиәте ҙур. Район үҙәгендә урынлашҡан сәнғәт мәктәбенә һәләтле балалар йыраҡ ауылдарҙан көн һайын килеп йөрөй алмаҫ ине. Директорыбыҙ Роза Тимершинаның тырышлығы арҡаһында гимназияла интернат асылды. Шулай итеп, сәнғәткә ғашиҡ балаларға яңы мөмкинлектәр тыуҙы. Айбулат IV класс коллективына яңы ғына килеп керһә лә, уҡыусылар уны яратты, үҙ итте. Бигерәк тә тәрбиәлелеге, тыйнаҡлығы иптәштәрен үҙенә тарта. Ғаиләлә иң бәләкәсе булыуына ҡарамаҫтан, иркә малайға оҡшамаған. Отҡорлоғо, зирәклеге менән башҡаларҙан айырылып тора.


Вернуться назад