[b]Шөкөр, редакция кәштәһе төрлө йәштәге ҡәләм эйәләренең шиғырҙарынан һығылып тора. Был — ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Тимәк, кешеләр күңелендә моң, яҡтылыҡҡа ынтылыш, өмөт йәшәй. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән шиғырҙарҙы олпат йәштәге, донъяның әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татыған ағай-апайҙар ижад иткән. Бәғзеләр, ауыр тормошҡа зарланып, битарафлыҡ шауҡымына бирелгәндә, улар йөрәк түренән сыҡҡан ҡанатлы һүҙҙәре менән дәрт-дарман өҫтәргә, ялҡын бирергә ынтыла. [/b]
[b]Шөкөр ҡылам һиңә, Раббым[/b]Шөкөр итәм, Раббым, булғаныңа,
Мең-мең рәхмәт бөтмәҫ ярҙамыңа.
Сикһеҙ рәхмәт ерҙә йәшәүемә,
Яҡты донъяларға тыуғаныма.
Шөкөр итәм, ҡояш, балҡып тыуып,
Тағы бер көн бүләк иткәнеңә.
Рәхмәт әйтәм ошо бер тәүлектә
Биш уҡылған изге намаҙыңа.
Шөкөр итәм барыр юлдарыма,
Хызыр Ильяс сыҡһын алдарыма,
Изге ниәт тулы эштәремә,
Мәғәнә һалып әйткән һүҙҙәремә.
Шөкөр итәм, Раббым, үткәнемә,
Булғанына, йыраҡтарҙа ҡалғанына,
Йөрәгемде һыҙып телгән һағышыма,
Төрлө төҫлө матур яҙмышыма.
Шөкөр итәм, Раббым, һындыра яҙып,
Ныҡлығымды һынағаның өсөн.
Һынап бөткәс, күңелемә ҡеүәт өҫтәп,
Һаҡлағаның, яҡлағаның өсөн.[b]
Гөлфиә ШӘҮӘЛИЕВА. [/b]
[b]Күрше уты[/b] Булған заман: кеше бер-беренән
Йәшәү сығанағы – ут алған.
Шул саҡтарҙан йәнәш йәшәүселәр
Ут күршеләр тиеп аталған.
Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тиеп,
Бергә асыҡҡандар, үлгәндәр.
Бәлә килһә, уртаҡ күтәргәндәр,
Тәғәм ризыҡтарын бүлгәндәр.
Килде заман: тормошобоҙ етеш,
Затлы кейем – өҫтә, тамаҡ – туҡ,
Белем дә бар һымаҡ, ә ниңә һуң
Ҡанбабаларҙағы аҡыл юҡ?
Мал-тыуарын, кейем, йорт-йыһазын
Күршенекен күрше күралмай.
Ҡояш нурын хатта ҡаплар ине
Көнләшеүҙәренә түҙалмай.
Ут күршенән алған усаҡ ҡуҙы
Ниңә бөгөн күңел иретмәй?
Ата-бабаларҙың изге утын
Һаҡлай алманыҡмы һүрелтмәй?[b]Рәмилә ИҪӘНҒОЛОВА.[/b]
[b]Баш эйҙерә…[/b] Бишектәге бала биш төрләнеп,
Ат уйнатып елмәҫ, тимәгеҙ!
Майҙандарға сығып, бил һынашып,
Сибәр ҡыҙҙар һөймәҫ, тимәгеҙ!
Йәш саҡтағы етеҙ дәүерҙәрҙе
Елдәр кеүек үтмәҫ, тимәгеҙ!
Йылдар үткән һайын, ҡарт имәндәй,
Һарғайып та кипмәҫ, тимәгеҙ!
Ғүмерҙәрҙе тормош иркәләмәй,
Ҡаршы ҡуя ыжғыр елдәрҙе.
Тормош тигән нәмә бик ҡатмарлы,
Баш эйҙерә ғорур ирҙәрҙе. [b]Ҡыр ҡаҙҙары[/b]Ҡыр ҡаҙҙары оса йыраҡтарға
Кемдәр көтә икән һағынып.
Беҙ ҡалабыҙ бында моңһоуланып,
Осрашыуҙар көтөп, зарығып.
Яҙын ҡайтһағыҙ ҙа был яҡтарға,
Тағы осаһығыҙ көҙҙәре.
Һағыштарға мәңге дусар булып,
Үтерме икән ҡалған көндәрем.
Хуш булығыҙ инде, ҡыр ҡаҙҙары,
Бәхиллектәр биреп китегеҙ!
Осрашыуҙар ғүмерлеккә түгел,
Яҙмыштыр был, ғәфү итегеҙ![b]Миңтимер КӘРИМОВ. [/b]
[b]Ауыл ҡатыны[/b]Ауыл ҡатыны – ил терәге,
Унда ҡеүәт, унда – көс,
Ике ҡулы, ун бармағы –
Бар донъяға таяныс.
Етмеш һөнәр етмәй уға,
Быуыны һайын – бер һөнәр,
Ҡатын булыу – йөҙөнә тиң,
Әсә булыу – мең һөнәр.
Утҡа керер, даръя кисер
Йән һөйгән йәре өсөн,
Балаһына бәлә килһә,
Аямаҫ йәнен, көсөн.
Сая ул ауыл ҡатыны,
Шаян да, йор һүҙле лә,
Сабыр, күндәм генә түгел,
Уҫал, ғәйрәтле үҙе.
Хәстәр, ғәме, мәшәҡәте
Тыуып торһа көн һайын,
Һис зарланмай йырып сыға
Ҡатын тигән комбайн.
Эшсән ул ауыл ҡатыны,
Телсән дә булып китә.
Бер көнөн зая үткәрмәй,
Гөрләтеп донъя көтә. [b]Таңһылыу ВӘЛИЕВА.[/b]
[b]Улыма [/b]Бөркөт кеүек үткер ҡарашың,
Ғәййәрлектә кем һуң ярышыр.
Киң күкрәгең, атлап килеүең,
Һоҡландыра зирәк булыуың.
Күңелең бай, улым, илһамға,
Йырға, моңға тулы йөрәгең.
Асҡанһың һин ғилем ишеген,
Һиндә бөтмәҫ уй-зиһен.
Телдәреңдән, гүйә, балдар тама,
Белем һандығына эйәһең.
Башҡорт йәнлеһең, саф күңелең,
Туған халҡың, улым, һөйәһең.
Иңдәреңә ятты ауырлыҡтар,
Хәҙер бара матур тормошоң.
Милли рухлы һинең балалар,
Мәңге һөйөр улар башҡортон.
Һиҙҙермәйсә йылдар үтерҙәр,
Тормош гөрләп дауам итер.
Улыма һөйөү, һоҡланыуҙар,
Дуҫтарында мәңге һаҡланыр. [b]Клара СИРАЖЕТДИНОВА. [/b]
[b]Мин бары оло кеше[/b] Йәш тә түгел, ҡарт та түгел,
Мин бары оло кеше.
Ололоҡ ул ябай булмай,
Ололоҡ – Хоҙай эше.
Ололоҡҡа йүнәлгәндә,
Йәшлектең дәртен алам.
Йәшлеккә хас мөхәббәттең
Ялҡындарында янам.
Мин ҡартаймайым, олоғаям,
Олоно яҙ йәшәртә.
Яҙ терелткән йәшәү дәрте
Ҡартаймайса йәшәтә.
Ололар – кешелеклеләр,
Улар изгелек ҡыла.
Кескенә изгелектең дә
Бик ҙур сауабы була.
Ата-бабалар ҡушҡанса,
Ололарҙы олола.
Ололарҙы ололаған
Аҡыл эйәһе була. [b]Нәҙһәт ФӘТХИЕВ.[/b]
[b]Тормош биҙәктәре [/b]Таң һыҙыла. Яңы бәхет тыуа.
Һин – сабыйһың тағы, бер көнгә.
Балҡып тора бәхет баш өҫтөндә…
Ысын нурҙарына таңдар ҡалып,
Табынырһың шул саҡ һәр гөлгә![b]* * *[/b]
Ҡайҙа ҡалды йәшлегемдең
Ҡанатлы толпар сағы?!.
Шулай тиң дә… Ваҡыт-ваҡыт
Талпынып ҡуяң тағы. [b]* * *[/b]
Аҡ ҡараны һөймәһә лә,
Ҡап-ҡара була аҙаҡ.
Сөй Сүкештән ғазап сигә
Тап-таман була аҙаҡ. [b]* * *[/b]
Төштәремдә диңгеҙҙәрҙә йөҙәм,
Төштәремдә тапай тулҡындар.
Өндәремдә иһә тауға үрмәләйем,
Һағалайҙар аҫта упҡындар. [b]Сәлмән ЯҠУПОВ.[/b]
[
b]Асҡындар – башҡорт тоҡомо[/b]Ҡайҙа ғына китеп йөрөһәм дә,
Һиңә ҡайтам гел дә ашҡынып.
Сабыр ғына көтөп алаһың һин,
Ғәзиз әсә кеүек, Асҡыным.
Һәр балаңды ҡаршы алаһың һин
Йыраҡтан уҡ йәйеп ҡосағың.
Заманалар ниндәй булһалар ҙа,
Киң күңелле булдың һәр сағын.
Ҡунаҡтарҙы көтөп ҡаршы алдың,
Дошмандарға булдың аяуһыҙ.
Һәйкәлдәрҙе һанап ҡараһаң да,
Яуҙар уҙған бында самаһыҙ…
Һөйәнтүҙҙе генә хәтерләгеҙ:
Ҡамап алғас дошман дауылы,
Баш эймәйсә тотош янып бөткән
Баш күтәргән башҡорт ауылы.
“Ҡыҙыл”, тиҙәр, беҙҙе ҡайһы берәү,
Ҡыҙыл булмай ҡайҙа бараһың?
Блюхерҙар әйҙәп алып киткән
Бик күптәрҙең ата-бабаһын.
Ә Каширин һәм Азиндар бында
Халыҡ бәйһеҙлеге өсөн һуғышҡан.
Әллә шуға ҡыҙыл булып ҡалдыҡ,
Аҡҡа буялманыҡ уҙыштан.
Нисек кенә инде борғолама,
Тик бер була тарих хөкөмө:
Асҡындар – улар баш эймәгән,
Мәңге ғорур башҡорт тоҡомо!
Ватан өсөн барған һуғыштарҙа
Асҡындар бит ҡурҡыу белмәгән.
Герой исемен беҙҙә бишәү алған,
Батырыбыҙ беҙҙең – меңләгән.
Беҙҙекеләр ҡорос кеүектәр,
Ҡайтһа ҡайта цинк табуттарҙа,
Ҡасып ҡайтмай беҙҙә егеттәр.
Ҡарар күҙгә ере бай ҙа түгел,
Сыҡмай бында көмөш, алтыны,
Бөтмәҫ таланттары, моңло халҡы менән
Миллионер ул минең Асҡыным!
Ғосман Садә бында тыуып үҫкән,
Кирәй Мәргән тәпәй атлаған,
Нурихандың яҙып бөтөлмәгән
Күпме йыры, моңо һаҡлана.
Ғорурланам һинең менән, Асҡын,
Һин, тип тибә һәр кем йөрәге.
Башҡортостандың ышаныслы улы,
Республиканың төньяҡ терәге.
Быуаттар ҙа алмашынып тора,
Шаулап аға йылдар ташҡыны.
Ә һин бары йәшәрәһең генә,
Һин гүзәлһең, минең Асҡыным![b]Альфред ХАЖИМУЛЛИН.[/b]
[b]Ауылыма ҡайта доғалар[/b] Ер өҫтөнән сафландырып,
Һибелә ап-аҡ ҡарҙар.
Күңелдәрҙе сафлай-паклай
Ауылымда доғалар.
Ауылыма ҡайта иман,
Доға уҡый балалар.
Оло байрамға әйләнде
Мөбәрәк ураҙалар.
Күктәге ай көнләшерлек
Мәсет манараһынан.
Ҡараңғылыҡ ситкә тая
Манара айҙарынан.
Йәнебеҙҙе сафландырып,
Изгелек ҡайта ергә.
Ауылымдың аҡ ҡалҡаны
Нур һибә һәммәбеҙгә.
Фәрештәләр ҡанат елпей
Мәсет манараһында.
Иман ҡайта, доға ҡайта
Йәшәгән ауылымда. [b]Юнир ҮТӘГӘНОВ.[/b]
[b]Ҡайтығыҙ![/b]Беҙ йәшәгән заман үҙгәрештәргә бай,
Тик үҙгәрһен ине яҡшы яҡҡа.
Инйәрем, серҙәшем, уйҙарымды
Аңлатып бир әле ир-атҡа.
Баш эймәҫ башҡортто буйһондорҙо,
Хәмер, аҡса, еңел машина.
Эскелек бит аҫыл ирҙәрҙең дә
Етеп кенә тора башына.
Оҙон аҡса, ҡыҫҡа ғүмер эҙләп,
Ҡайҙа ғына сығып китмәйҙәр.
Мираҫ булып ҡалған ғәзиз ерҙең
Ҡәҙерҙәрен белеп етмәйҙәр.
Ете ырыу, Салауат тоҡомо
Тарҡалмаһын ете фирҡәғә,
Аҫаба башҡорттар үҙ ерҙәрен
Һатмаһындар ине иртәгә.
Хазиналы тауҙары булғанға,
Кәрәкмәгән аҡса башҡортҡа.
Ил төйәген һаҡлағандар улар,
Бикләнмәгәндәр бит таш йортта.
Быуындан быуынға тапшырғандар,
Урмандарын, болон-ҡырҙарын.
Күңелдәрҙә булған ҙур байлыҡты –
Ҡурай моңо менән йырҙарын.
Милләттәштәр, ситтә йөрөмәгеҙ,
Тыуған илегеҙгә ҡайтығыҙ.
Тик шул саҡта ғына йондоҙ һымаҡ,
Балҡып йәшәр мәңге халҡыбыҙ. [b]Кәлимулла ЯҠШЫБАЕВ.[/b]