Күренекле яҙыусы Барый Ноғомановтың “Бәхетең һинең ҡулдарҙа” исемле яңы китабы донъя күрҙе. Уның төп геройы – Паралимпия уйындарында биатлон буйынса ярышып, ватаныбыҙҙы, Башҡортостаныбыҙҙы донъяға танытҡан, бихисап алтын миҙал яулаған, ғөмүмән, ҙур һынауҙарға ҡаршы көрәшеп, еңеү яулаған Ирек Зарипов. Данлы егетебеҙ тиҙҙән Сочи ҡалаһындағы донъя ярыштарында ҡатнашасаҡ һәм беҙ, башҡортостандар, уға тик уңыштар теләйбеҙ, тағы ла республикабыҙға, Рәсәйгә еңеү килтерәсәгенә өмөт бағлайбыҙ.
“Китап – тормош көҙгөһө”, – ти автор. Эйе, бөгөнгө ысынбарлыҡты, йәшәйештә булған мөһим ваҡиғаларҙы тасуирлау – яҙыусының төп бурысы. Ошо йәһәттән Барый Ноғоманов әҫәрҙең төп геройы итеп заманыбыҙҙың ысын батыры Ирек Зариповты һайлап, уның яҙмышы хаҡында художестволы китап яҙған. Эшһеҙлеккә зарланып, типһә тимер өҙөрҙәй сағында ҡартайған ата-әсәһенең пенсияһына ҡарап ятыусы ир йораттарына һабаҡ бирерҙәй ул. Һәм шуныһы мөһим: әҫәр урыҫса ла, башҡортса ла баҫылған. Мин иһә Барый ағайҙың үҙебеҙҙең телдә семәрләп яҙылған һүҙҙәр теҙмәһенә, һөйләмдәр бәйләнешенә өҫтөнлөк биреп, уның ижади алымдарын, һүҙҙәре һығылмалылығын тойор өсөн башҡортсаһын һайланым. Автор һүҙ ҡәҙерен белә! “Күңелдәр берләшһен өсөн тормошта бер генә ваҡиға ла етә, хатта бер генә аҙым да, бер генә һүҙ ҙә…” Бәхет тураһындағы фекерҙәренә иғтибар итәйек: “Бәхет һәр ваҡыт бер аҙым алда йөрөй, шуны ҡыуып тота алырға кәрәк!..” Йәиһә “Ҡыйғыр ҡош инде ул бәхет, уҡтай атылған ыласын!” Автор Иректең бала сағын бик матур тасуирлай: “Тирә-яҡҡа йәйрәтеп йәшел келәм йәйгән йәй айында сабый баланың тәпәй-тәпәй тәүге аҙымдарын күрер өсөн Вәсиләнең (сабыйҙың әсәһе) туған-тыумасалары йыйыла. Йәшел келәмде түңәрәтеп, сабыйҙы уратып хәтфә үләнгә ултыралар ҙа һәр кемеһе уны үҙенә саҡыра. Башлап кемгә табан атлай, шул бәхетле була! Әлбиттә, сабый бала тәүге аҙымын әсәһенә йүнәлтә...”
“Был тормошта кәрәкле һөнәр эйәһе булып, йәмғиәттә үҙ урынын табырға тырышҡан, кешеләргә яҡшылыҡ ҡына эшләргә теләгән егетте яҙмыш бер нисә секунд эсендә, бөтә ынтылыштарын селпәрәмә килтереп, үлем менән йәшәү араһына быраҡтырҙы… Аяҡтар киҫелгән, ҡанаттар ҡайырылған – ҡайҙа ул Ер шарын урап осоу!..”
Авторҙың төҫлө ептәр менән семәрләп сиккән һүҙҙәр теҙмәһенән беҙ әсәһе Вәсиләнең һәм атаһы Айраттың егетте аяҡҡа баҫтырыу өсөн күпме көс түккәнен күҙ алдына килтерәбеҙ. “Әсәнең: “Беҙ һине кеше итәсәкбеҙ” һүҙе тәьҫиренән егет һүҙһеҙ торҙо… Унан, бала саҡта әсәһенә эйәреп баҙарға барғанында тәгәрмәсле таҡта өҫтөндә аяҡһыҙ ултырған ағайҙың ҡулындағы “нет счастья” тигән яҙыуҙы иҫенә төшөргәндән һуң: “Ә мин ҡулыма “есть счастье” тип яҙҙыртасаҡмын! Шуны ошо ҡулдарым менән иҫбатларға тейешмен! Ҡулдарым кешеләргә шатлыҡ килтерһен! Тормошта, моғайын, минең өсөн дә урын ҡалғандыр! Әгәр юҡ икән, яулап аласаҡмын мин уны”, – тине...” Бына шул һүҙҙәргә Ирек Зарипов тоғро ҡала. Китаптың “Бәхетең һинең ҡулдарҙа” тип аталыуы һис юҡҡа түгел! Тап шулай! Ә шул үрҙәрҙе яулап алыр өсөн күпме ихтыяр көсө талап ителде, күпме аһ-зар йотолдо, ғәҙеллекте табыу өсөн күпме юлдар үтелде!.. Был юлдарҙың ауырлығын геройҙар үҙҙәре генә белә. Улар, ысынлап та, бөгөнгө тормоштоң төп геройҙары!
Тиҙҙән Ҡара диңгеҙ буйындағы Сочи ҡалаһында бөтә донъя күләмендәге Олимпия уйындары башлана. Туринда (Италия), Ванкуверҙа (Канада) үткән Паралимпия уйындарында алтын, көмөш миҙалдар яулаған яҡташыбыҙ Ирек Зарипов был юлы ла һынатмаҫ!
Ғөмүмән, спортсылар тураһында китаптар юҡ тиерлек. Авторҙың фәҡәт ошо темаға күҙ һалыуы, көслө ихтыярлы, үҙ-үҙенә талапсан, һынмаҫ рухлы, ватансылыҡ тойғоларын күңелендә һаҡлаған Ирек Зариповта туҡталыуы юғары баһаға лайыҡ. Заман артынан заман алмашынһа ла, һәр дәүер кешеләре өсөн дә өлгө булырҙай шәхес тураһында үлемһеҙ китап яҙған күренекле әҙип Барый Ноғоманов.