Илһам яуҙырыр “Болоттар”28.01.2014
Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика рәссамдарының живопись, графика һәм скульптура әҫәрҙәренән торған ҙур коллекцияны үҙ эсенә алған “Болоттар” заманса сәнғәт үҙәген ҡараны.


1 500 квадрат метр майҙанда 40-тан ашыу авторҙың ижады сағыла. Төбәк башлығы менән әңгәмәлә үҙәкте ойоштороусыларҙың береһе Валериан Гагин экспозицияның дөйөм хаҡы 36 миллион һум тәшкил итеүе хаҡында белдерҙе. Республика Президенты үҙәккә килеүселәрҙең һаны менән ҡыҙыҡһынды.
— Көнөнә, уртаса алғанда, 350 кеше инеп сыға, — тине Валериан Гагин. — Проектыбыҙ мәҙәниәттең һәм сәнғәттең бөтә йүнәлештәрен сағылдырыуы менән үҙенсәлекле. Беҙҙә театр, кино, дизайн бар, һынлы сәнғәт студияһы эшләй, музыканттар сығыш яһай, Тамара Адамова етәкселегендәге альтернатив театрҙың спектаклдәре уңышлы бара. Актерҙар араһында — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары. Шулай уҡ сәнәғәт дизайны һәм фотолар күргәҙмәһе, “Ҡала мөхите” фестивалендәге конкурс көндәренең береһе беҙҙә уҙғарылды. Теләге булған һәр кем бында китап алып уҡый йәки үҙенекен килтерә ала.
Рөстәм Хәмитов юл йөрөүселәр өсөн тәғәйенләнгән “Күркәм ҡала Өфө” баҫмаһына иғтибар итте. Был идеяны Санкт-Петербургтан йәш нәшриәтселәр тормошҡа ашырған. Сувенир әйберҙәрҙе ҡарағандан һуң, республика етәксеһе был йүнәлеште үҫтереү зарурлығын билдәләне.
— Беҙҙең бурыс — республикала ошондай майҙансыҡтарҙы арттырыу өсөн башланғыстарға булышлыҡ итеү, — тине Рөстәм Хәмитов.
Былтыр сентябрҙә генә асылған “Болоттар” үҙәге мәҙәниәт, сәнғәт, дизайн, киң мәғлүмәт саралары өлкәһенән белгестәрҙе күпләп йәлеп итеүсе үҙенсәлекле майҙансыҡҡа әүерелде.


Вернуться назад