Республикабыҙҙың Милли музейында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән мәҙәниәт әһелдәре араһында йәнле һөйләшеү булыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн ошо әһәмиәтле осрашыу хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт бирергә булдыҡ.
Әлбиттә, йәшәйешебеҙҙә мәҙәниәт иң төп урын биләй тип әйтһәк, һис тә арттырыу түгел. Кешеләрҙең матди бөтөнлөгө, хатта һаулығы нигеҙендә лә уның мәҙәнилеге, рухи йәһәттән сәләмәтлеге ята. Илебеҙҙә йылдың Мәҙәниәт йылы тип аталыуы юҡтан килеп сыҡмаған: халыҡтың мәҙәни кимәлен үҫтермәй тороп, иҡтисади ҡаҙаныштар хаҡында һөйләү урынһыҙ.
Хәйер, мәҙәниәткә нәҡ быйыл — Мәҙәниәт йылында — ғына иғтибар йүнәлтелмәне. Президент Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға былтырғы Мөрәжәғәтнамәһендә лә рухиәт өлкәһенә ҙур урын бирелгәйне. Атап әйткәндә, мәҙәниәт усаҡтарының матди-техник базаһы мөшкөл, был өлкә хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы түбән булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Билдәле, был эштәрҙе башҡарыу өсөн ваҡыт талап ителә. Алға ҡуйылған ҡайһы бер маҡсаттар бойомға ашып өлгөрмәгән икән, кемдәргәлер ғәйеп ташлау урынһыҙ. Нимә генә тиһәк тә, бер кем дә әкиәттәге тылсымлы лампалы Ғәләүетдин түгел — бар теләктәр керпек ҡаҡҡан арала ғына үтәлмәй. Уларҙы бойомға ашырыу йәһәтенән үҙебеҙ нимә эшләнек һуң? Бәлки, ошо һорауҙы һәр кем үҙенә бирергә тейештер. Был иһә мәҙәнилектең бер сағылышы, сөнки мәҙәниәт орлоғо һәр кешенең йөрәгенә һалынған, уны шыттырыу үҙебеҙҙән тора.
Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа был өлкәлә бихисап эш башҡарылды: мәҙәниәт усаҡтарының байтағы төҙөкләндерелде, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы артты, иң яҡшы ижади проекттар өсөн гранттар бирелә.
Республика Президенты менән осрашыуҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рухи күтәренкелек һәм дәрт өҫтәйәсәгенә шик юҡ. Унда ҡатнашыусылар араһында Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ректоры Әминә Әсфәндиәрова, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе Леонора Ҡыуатова, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов, Республика рус академия драма театрының художество етәксеһе Михаил Рабинович, “Башҡортостан” киностудияһы директоры Азамат Хужәхмәтов, Композиторҙар союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева кеүек исемдәре Рәсәй киңлектәрендә танылған шәхестәр бар ине. Улар коллективтарының ҡаҙаныштары, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән таныштырҙы.
Ижади коллективтар — гастролгә сығыр өсөн транспорт юҡлығы, композиторҙар — гонорарҙың аҙлығы, уҡыу йорттары вәкилдәре дөйөм ятаҡтар булмауы һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында һөйләне. Президент ижади һөнәр эйәләрен дәүләт ярҙамынан мәхрүм ҡалдырмаясағын әйтте.
— Йәмғиәтебеҙҙе рухиәттән тыш күҙ алдына килтереп булмай. Мәҙәниәттең иң яҡшы өлгөләре Башҡортостанда киң ҡолас алырға тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов. — Финансҡа килгәндә, был ябай мәсьәлә түгел. Аҡса күпме булһа ла етмәй. Ләкин беҙ гранттар сәйәсәтен, торлаҡ төҙөүҙе, мәҙәниәт һарайҙарын төҙөкләндереүҙе финанслау юлдарын табабыҙ. Әлбиттә, Мәҙәниәт йылында үҙ иңебеҙгә алған бурыстарҙы атҡарып сығасаҡбыҙ. Ләкин иң мөһиме был түгел. Йәмғиәт мәҙәниәтте һулар һауа һымаҡ ҡабул итергә тейеш — төп бурысыбыҙ ошо.
Әлбиттә, донъяла кеше үҙ тормошо менән йәшәй, әммә уларҙы берләштереп торған мәҙәниәт тигән бөйөк көс бар. Ошо изге көскә ынтылғанда, бер йылыбыҙ ғына түгел, бөтөн ғүмеребеҙ мәҙәниәт йылдарынан торор.