Йыр-моң марафоны көтә25.01.2014
Йыр-моң марафоны көтә
Оркестр дәртле көй уйнай... Ә скрипканан һыҙылып сыҡҡан моң күңелдәрҙе иреткәндәй. Ана шулай Өфө сәнғәт училищеһының концерт залы бер мәлгә сихри йыр-моң донъяһына сумды.


Республикабыҙҙа иғлан ителгән Мәҙәниәт йылы шундай күркәм тамаша менән башланды. Был кисәлә Рөстәм Сөләймәнов етәкселегендәге Башҡортостандың милли симфоник оркестры халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ижадсыларының үлемһеҙ әҫәрҙәрен яңғыратты. Төрлө быуын сәнғәт эшмәкәрҙәре — Хөсәйен Әхмәтов, Ләйлә Исмәғилева, Илдар Хисаметдинов, Игорь Бурдуков, Азамат Хәсәншин кеүек композиторҙарҙың ижад емештәрен залдағылар көслө алҡыштарға күмде.
Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова иҫтәлекле ваҡиға уңайынан тамашасыларҙы ихлас тәбрикләп, мәҙәни марафондың башланыуын иғлан итте. Уның символик штандарты Бөрө районы хакимиәте башлығы Николай Хорошиловҡа тапшырылды.
Мәҙәни марафон йыл дауамында республикабыҙҙың 63 районында үтәсәк. Уның һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың мәҙәни үҙәген асыҡлау күҙаллана.
Йыр-моң марафоны көтә


Вернуться назад