Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы быйыл “Мәҙәниәт өлкәһендә Башҡортостандың йыл меценаты” тигән акция иғлан итте.
Был исемгә республикабыҙҙа мәҙәниәтте үҫтереүгә, йәғни профессиональ сәнғәтте, мәҙәниәт өлкәһендәге фәнни-тикшеренеү һәм белем биреү эшмәкәрлеген, халыҡ ижадын, китапханаларҙы, музейҙарҙы, театрҙарҙы, мәҙәниәт һарайҙарын, кинематографияны, ғөмүмән, Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәтен үҫтереүгә ярҙам күрһәткән ойошмалар, айырым кешеләр дәғүә итә ала.
Башҡарылған эштәр тураһындағы мәғлүмәтте Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына 1 декабргә тиклем ебәрергә кәрәк.
Меценатты билдәләгәндә эштәрҙең социаль әһәмиәте, ярҙамдың күләме иҫәпкә алынасаҡ.