Һәр кем тойорға тейеш25.01.2014
— Мәҙәниәт йылы атама ғына булып ҡалырға тейеш түгел, — тине Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. — Республикалағы һәр кеше рухи тормошта ҡатнашырға, башҡаларҙы ла йәлеп итергә бурыслы. Йәмғиәттәге мәҙәни күтәрелеште һәр ауылда ла тойһондар ине.


Мәҙәниәт йылын асыуға бағышланған комиссия ултырышында ошондай етди бурыс ҡуйылды. Әлбиттә, был иҫтәлекле йылға республикабыҙ алдан уҡ әҙерлек эштәре алып барҙы. Мәҫәлән, сәнғәт өлкәһендәге иң яҡшы 46 проект Президент грантына лайыҡ булып, уңышлы ғына тормошҡа ашырылды. Бының өсөн 100 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Ә инде быйыл мәҙәниәт өлкәһен финанслау уҙған йылға ҡарағанда — 27, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы иһә 25 процентҡа артҡан.
Әлбиттә, аталған йылды уҙғарыу йәһәтенән етешһеҙлектәр ҙә бар.
— Ҡайһы бер райондар был сараға еңелсә ҡарай, — тине мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. — Әле ни бары биш райондың рәсми сайтында йыл эмблемаһы урынлаштырылған. Шуға ла хакимиәт башлыҡтары яуаплыраҡ булһын ине. Беҙ иһә киләсәктә вайымһыҙлыҡ күрһәткән төбәктәрҙең эшмәкәрлеген тикшереп торасаҡбыҙ.
Мәҙәниәт министры белдереүенсә, быйыл Өфөлә төҙөкләндереүҙән һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы, Конгресс-холл, М. Нестеров исемендәге музей кеүек мөһим рухиәт усаҡтары сафҡа инә. Хеҙмәткәрҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән дә эш алып барыласаҡ.


Вернуться назад