Сарсау25.01.2014
Шул тиклем моңға сарсаным,
Уф, йөрәккәйем көйә!
Хистәрем ҡом буранылай,
Күңелем сүллек гүйә.
Кипкән күҙҙәремдән йәште
Сығарып булмай һығып.
Күрмәҫкә һәм ишетмәҫкә
Йә ҡомға ҡуй баш тығып.
Гөлтләп тоҡанып китермен,
Эләкһә әгәр осҡон.
Тамсы ла моң табып булмаҫ,
Күңелдә күпме соҡон...
Шундай саҡта тик бер генә
Баҡтың миңә һирпелеп.
Күҙҙәреңдән яҡты шишмә
Аҡты йәнгә эркелеп.
Ҡорғаҡһыған йөрәгемде
Моңдар менән һуғарҙың,
Һин бит күңел сүллегендә
Зәмзәм һыуын сығарҙың!Салауат Әбүзәр.