Президент Рөстәм Хәмитов республикабыҙҙың Милли музейында сәнғәт әһелдәре менән осрашты. Башҡортостандың төрлө төбәгендәге мәҙәниәт усаҡтарынан килгән вәкилдәр үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр хаҡында фекер алышты, тәҡдимдәрен еткерҙе. Рөстәм Хәмитов республикабыҙҙа мәҙәниәт өлкәһе иғтибар үҙәгендә тороуын, уны үҫтереү буйынса һәр йәһәттән дә ярҙам буласағын әйтте. “Ижад кешеләре дәүләт ярҙамынан мәхрүм ҡалмаясаҡ”, — тип белдерҙе Президент.
(Был хаҡта тулы мәғлүмәтте — киләһе һанда, ә Мәҙәниәт йылына арнап үткәрелгән “түңәрәк өҫтәл”дә ниндәй мәсьәләләр күтәрелеүе тураһында "Әҙәмиәт йәне — мәҙәниәт" тигән материалда уҡығыҙ).