2011 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте 232 төрлө китап сығарған. Шуның төп өлөшөн дәүләт заказы буйынса нәшер ителгән баҫмалар тәшкил итә.
Былтыр нәшриәт тарафынан шулай уҡ байтаҡ уҡыу-педагогик һәм методик ҡулланмалар, балалар һәм өлкәндәр өсөн нәфис әҙәбиәт сығарылған.
“Китап” профилле күргәҙмә-йәрминкәләрҙә лә әүҙем ҡатнашты. Ашхабадта уҙғарылған “Китап — хеҙмәттәшлек һәм үҫеш юлы” VI Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә нәшриәт хеҙмәткәрҙәре ике дипломға лайыҡ булды.
Ә Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә уҙғарылған 24-се Мәскәү халыҡ-ара йәрминкә-күргәҙмәһендә “Китап” нәшриәте балалар һәм фәнни-популяр әҙәбиәттең киң ассортиментын тәҡдим итте. Улар араһында “Тылсымлы әкиәттәр”, Әхмәтзәки Вәлидиҙең тормошо тураһында фотоальбом, “Башҡорт аш-һыуы” китабы һәм башҡалар бар ине. Сарала әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан “Китап” нәшриәте Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
2012 йыл башында “Улар еңеү менән ҡайтты” электрон китаптар серияһы, шулай уҡ “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” баҫмаһын нәшер итеү күҙаллана.
Т. ЗАМАНОВ.