Кинорежиссер Булат Йосопов кино сәнғәтен һөйөүселәргә яҡшы таныш. Ул ҡуйған үҙенсәлекле фильмдар әленән-әле тамашасыны һөйөндөрөп тора.
Кисә Башҡортостанда Мәҙәниәт йылын асыу мәлендә “Родина” кинотеатрында Булат Йосоповтың “Визит” тип аталған тағы бер эшенең исем туйы үтте. Был фильм Башҡортостан Президентының 5 миллион һумлыҡ грантына эйә булғайны.
Фильмдың сюжеты шунан ғибәрәт: 1976 йылда Иордания королеваһының Мәскәүгә килеүе һәм юл ыңғайы данлыҡлы балет бейеүсеһе Рудольф Нуриевтың сәләмен әсәһенә еткерергә Өфөгә һуғылыуы.
— Был фильм менән рухиәткә сиктәрҙең булмауы, уның бер ниндәй ҙә дәүләт системаһына буйһонмауы хаҡында әйтергә теләнек, — ти Булат. — Тыйыуҙар хөкөм һөргән дәүләттә тыуған Рудольф Нуриевтың тормошҡа, донъяға үҙ ҡарашы булған, һәм ул сәнғәттә ирек яулауға өлгәшкән.
“Визит” фильмын тамашасылар 26 ғинуарҙа, 2, 9, 16 февралдә “Родина” кинотеатрында ҡарай ала.