Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр24.01.2014
Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр
Мәҙәниәт йылының башланыуы уңайынан Өфөлә мөһим саралар уҙғарылды. Шуларҙың береһе — Башҡортостандың Милли музейында ойошторолған “Башҡорт һынлы сәнғәте корифейҙары” күргәҙмә каталогының исем туйы.


Күргәҙмә экспозицияһына башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалған рәссамдар Ҡ. Дәүләткилдеев, Ә. Лотфуллин, А. Тюлькин, Ю. Блюменталь, А. Лежнев, И. Урядов, В. Сыромятниковтарҙың һәм башҡорт сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергән Д. Бурлюктың, уларҙың уҡыусылары Б. Домашников, Р. Нурмөхәмәтов, А. Бурзянцев, А. Пантелеевтарҙың, башҡа танылған оҫталарҙың 114 эше ҡуйылған.
— Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, тиҙәр халыҡта, — тине тәбрикләү телмәрендә республика Милли музейының генераль директоры Ғәли Вәлиуллин. — Күңел ҡылдарын тирбәткән, үткән ваҡиғалар ағышын, әҫәр геройҙарының саф уй-хистәрен тойорға булышлыҡ иткән башҡорт һынлы сәнғәте әһелдәре күргәҙмәһе был һүҙҙәрҙең хаҡлығын дәлилләй.
Әйткәндәй, күргәҙмәгә ижадтары тыуған республикабыҙ менән бәйле тәүге профессиональ рәссамдарҙың эштәре лә ҡуйылған. Әҫәрҙәрҙең күбеһе тамашасы хөкөмөнә беренсе тапҡыр сығарыла.


Вернуться назад